– Минең өсөн ике синыфты бергә уҡытыу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, – ти Айгөл Сәғәҙи ҡыҙы. – Өйрәнгәнмен, Бәләкәй Арыҫланғолда ла шулай булды. Балалар тырыш, әүҙем, үҙ-ара татыуҙар. Күпселек «дүртле» һәм «бишле»гә генә өлгәшә. Шулай ҙа иң-иңдәре бар. Мәҫәлән, икенсенән Нурзидә Әбделмәнова, Искәндәр Байгилдин, Ләйлә Илембәтова һәм дүртенсенән Азамат Илембәтов, Ильяс Сурин, Айсыуаҡ Күскилдин, Инсаф Ҡырғыҙбаев, Юлдаш Ибраһимовтар.
Күңелле йәшәйбеҙ, бергәләп төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторабыҙ. Яңыраҡ «Алтын көҙ», Ололар көнөнә арналған байрамдар үткәрҙек. Йыр уҡытыусыһы Гөлнара Наил ҡыҙы Мөхәмәтйәроваға рәхмәт инде, ныҡ ярҙам итте.
Кескәйҙәр төрлө түңәрәктәргә лә йөрөй икән. Спорт буйынса Тимур Торошов менән Айназ Билалов һынатмаһа, Инсаф Ҡырғыҙбаев иншалар конкурсында беренсе урын алған, Искәндәр Байгилдин «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә еңеп сыҡҡан.
Беренселәр менән өсөнсөләрҙең уҡытыусыһы – Гөлдәр Ғәбит ҡыҙы Әбделмәнова. I синыфҡа өс малай һәм ике ҡыҙ уҡырға килгән. Алмас Сурин һүрәтте оҫта төшөрә, Гөлфинә Ҡыҙрасова йырларға әүәҫ, Нәргизә Күскилдина шиғыр һөйләргә ярата, Азамат Әминев хайуандар донъяһы менән ҡыҙыҡһынһа, ә Илнур Торошовтың белмәгәне юҡ, зирәк малай.
Өсөнсөләр ҙә бишәү генә. Был синыфтан айырыуса Илгизәр Сурин һоҡландырҙы. Шиғырҙарҙы ныҡ матур итеп яттан һөйләй. Әсәһе менән «Рух яҙыуы» бәйгеһендә лә ҡатнашҡандар. Фәнзил Ҡужагилдин математиканан шәп икән, оҫта бейей ҙә.
Илсур Күскилдин, Иҙрис Юнысов һәм Яна Әбделҡадировалар тураһында ла күп маҡтау һүҙҙәре ишеттек.
«Йәншишмә»гә яҙылырға ла һүҙ бирҙеләр был мәктәптә. Эйе, балалар бәләкәйҙән гәзит-журнал да уҡып үҫһен ул! Бергә булайыҡ, дуҫтар!