+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ноябрь 2018, 16:27

Нисек йәшәйһең, мәктәп?

Татлы ауылы мәктәбенең тарихы алыҫ 1929 йылдарға барып тоташа. Ул Зәйнулла Йыһаншин исемле кешенең өйөндә башланғыс мәктәп булараҡ асыла һәм яҡын-тирәләге берҙән-бер белем усағы булып тора. 1932 йылда уны тәүге 12 бала тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп ете йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Ә1961 йылда һигеҙ йыллыҡ булып киткәс, унда яҡын-тирәләге ауылдарҙан да балалар йөрөп белем ала башлай.Уҙған быуаттың етмешенсе йылдар аҙағында һәм һикһәненсе йылдар башында ауылда ҙур үҙгәрештәр була. Ул Межгорье ҡалаһы төҙөлөү менән бәйле. Тимер юлсылар, хәрбиҙәр, төҙөүселәр бында ғаиләләре менән килеп урынлаша. Ошоға бәйле яңы уҡыусылар ҙә өҫтәлә.1984 йылда өс ҡатлы өр-яңы белем усағы ҡалҡып сыға. Мәктәп гөрләп тора, 2 меңгә яҡын уҡыусы өс сменала уҡый. Һигеҙәр-унар параллель синыфтар була. Ә 1995 йылда Межгорье ҡала статусын ала.

Татлы ауылы мәктәбенең тарихы алыҫ 1929 йылдарға барып тоташа. Ул Зәйнулла Йыһаншин исемле кешенең өйөндә башланғыс мәктәп булараҡ асыла һәм яҡын-тирәләге берҙән-бер белем усағы булып тора. 1932 йылда уны тәүге 12 бала тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп ете йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Ә1961 йылда һигеҙ йыллыҡ булып киткәс, унда яҡын-тирәләге ауылдарҙан да балалар йөрөп белем ала башлай.
Уҙған быуаттың етмешенсе йылдар аҙағында һәм һикһәненсе йылдар башында ауылда ҙур үҙгәрештәр була. Ул Межгорье ҡалаһы төҙөлөү менән бәйле. Тимер юлсылар, хәрбиҙәр, төҙөүселәр бында ғаиләләре менән килеп урынлаша. Ошоға бәйле яңы уҡыусылар ҙә өҫтәлә.
1984 йылда өс ҡатлы өр-яңы белем усағы ҡалҡып сыға. Мәктәп гөрләп тора, 2 меңгә яҡын уҡыусы өс сменала уҡый. Һигеҙәр-унар параллель синыфтар була. Ә 1995 йылда Межгорье ҡала статусын ала.
– Бөгөн ул йылдар менән сағыштырғанда уҡыусылар һаны күпкә әҙерәк – барлығы 530 бала, – тип башланы һүҙен директорҙың методик эштәр буйынса урынбаҫары Елена Юрьевна Исаева. – Уның ҡарауы, уҡытыу хәҙер бер сменала ғына алып барыла. Коллектив көслө, берҙәм. Тәжрибәле, үҙ эшен яратҡан, юғары белемле уҡытыусылар тупланған. Ғорурланып һөйләрлек уңыштарыбыҙ ҙа байтаҡ. Өс йыл рәттән республика кимәлендә «Мәғариф учреждениеһында иң яҡшы сайт» конкурсында ең­дек. «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» Бөтә Рәсәй бәйгеһендә лауреат булдыҡ. Балаларҙың йәйге ялын һәм сәләмәтлеген нығытыуҙы яҡшы ойоштор­ған өсөн республикала еңеү яулап, артабан Бөтә Рәсәй кимәленә сыҡтыҡ. Ошо күрһәткестәребеҙ өсөн миллион һумлыҡ грант­ҡа эйә булдыҡ… Уҡыу­сыларыбыҙ сифатлы белем алһын өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ һәм бының өсөн бөтә шарттар булдырылған. Кабинеттар заманса йыһазландырыл­ған. Балалар үҙҙәре лә өмөттәребеҙҙе аҡлап килә. Бер­ҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре ныҡ ҡыуан­дыра.
Уҙған уҡыу йылында 1-се мәктәпте 26 бала тамамлаған. Өсәү­һе – алтын миҙалға. Бө­гөн 21 егет һәм ҡыҙ юғары уҡыу йорт­тарын­да белем ала. 18-е – ҡаҙна иҫәбенә, берәүһе ГТО нормативтарын тапшырып, Адмирал Макаров исемендәге диңгеҙ һәм йылға флоты дәүләт университетына ингән. Бына бит спорт менән дуҫ булыуҙың да фай­ҙаһы тейеп ҡуйған. Өс бала – коммерция нигеҙендә. Уҡыу­сылар республикабыҙҙағы юғары уҡыу йорттары менән генә сикләнеп ҡалмай, Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Санкт-Петербургта белем алыу­сылар ҙа байтаҡ хәҙер.

Х. СӘЙҒӘФӘРОВА.
Читайте нас: