Артур ВӘЛИЕВ, Туймазылағы 2-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы:
– Ватанды һаҡлау – ир-егеттәрҙең быуындан-быуынға күскән изге бурысы, ти ҡарттар. Ысынлап та, хеҙмәт иткәндәр оло ихтирамға лайыҡ. Улар ил сиген, тыныс тормошобоҙҙо уяу һаҡлай. Егетмен тигән егет әрмелә булып, «һалдат һурпаһы»н тәмләп ҡарарға тейеш, минеңсә. Ысын ир-егет өсөн бер йыл әллә ни оҙаҡ та түгел бит. Әрмелә булыу ныҡлы ихтыяр көсө лә тәрбиәләй. Миңә лә барып ҡайтмай булмаҫ.
Илнур МӨРӘКОВ, Ғафури районы Еҙем-Ҡаран мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы:
– Ир-егет кеше тыуған яғын яҡлап, һаҡлап, ғорурлыҡ менән хеҙмәт итеп ҡайтырға бурыслы. Мин дә һалдат булырға бик теләйем. Үҙемде спорт, эш яғынан да сыныҡтырам: секцияларға йөрөйөм, йәй көндәрендә бесән, утын әҙерләшәм, ҡышын ҡар көрәйем.
Айбулат КӘРИМОВ, шул уҡ мәктәптең X синыф уҡыусыһы:
– Атайым да, бер туған Альберт ағайым да армияла булған. Уларҙан күреп, минең дә хеҙмәт итергә теләгем бар. Әҙерлекте мәктәптән үк башланыҡ инде. Тигеҙ итеп сафта йөрөргә, автоматты һүтеп-йыйырға беләбеҙ.
Айнур ҒИЛМАНОВ, Илеш районы Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы:
– Минеңсә, армияға барыу мотлаҡ кәрәк, хеҙмәт иткән кеше генә донъяны танып белә, үҙен һынай. Тыуған ил алдында изге бурысын үтәй. Юғары уҡыу йортонда белем алыр алдынан хеҙмәт итеп ҡайтһаң, һиңә ҡараш бөтөнләй башҡаса булалыр, тип уйлайым. Армияға барып ҡайтыуҙың эшкә урынлашҡанда ла файҙаһы тейәсәк.
Хәҙерге ваҡытта Рәсәй Армияһының абруйы ҙур, ул донъяла иң көслөләрҙән һанала. Йылдан-йыл яңы ҡоралдар үҙләштереп, көс-ҡеүәте арта. Мин үҙем һалдат булырға теләйем. Шуға ныҡлы әҙерләнәм: уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмайым, сөнки белемле, физик яҡтан сәләмәт егеттәр генә был һынауҙы яҡшы үтәсәк. ГТО нормаларын тулыһынса тапшырып, Алтын билдәгә лайыҡ булдым. Спорт менән даими шөғөлләнәм. Хыялым – Һауа десанты ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеү.
Динар ГӘРӘЕВ, шул уҡ мәктәптең IX синыф уҡыусыһы:
– Армия ныҡлы тәрбиә бирә. Беренсенән, үҙеңде һынап ҡарайһың. Икенсенән, илде һаҡлауға өлөшөңдө индерәһең.
Атайымдар ғаиләлә алты малай үҫкән. Уларҙың бөтәһе лә әрме сафында хеҙмәт иткән. Атайым – иң ҙурыһы, ул – Балтик флотында, Венер ағайым – тыныслыҡ көстәрендә, Илнур һәм Ильяс ағайҙарым ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәгән, Илвир ағайым – сик һаҡсыһы, ә Линир ағайым – танкист. Шуға ла мин дә, ағайым да был йоланы боҙорға хаҡыбыҙ юҡ, мотлаҡ хеҙмәт итәсәкбеҙ. Ә әлегә физик эш баш-ҡарабыҙ, спорт менән дуҫбыҙ. Ағайым армрестлинг буйынса төбәк-ара ярыштарҙа еңеүсе булғаны бар. Мин ГТО нормаларын үтәйем, еңел атлетика менән шөғөлләнәм.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА яҙып алды.