Әйтәйек, башланғыс синыф уҡыусыһы өсөн иртәнге аш хаҡы көнөнә — 55, төшкө аш — 65, унан һуң ҡапҡылап алыу 22 һум тәшкил итә. Ә V-XI синыфтарға иртәнге аш — 60, төшкө аш 70 һум тора . Был хаҡтар ашатыу республика ҡаҙнаһына финанслау иҫәбенә тормошҡа ашырылған уҡыусыларға ҡағылмай.
Интернат-мәктәптәрҙә уҡыусылар өсөн дүрт тапҡыр бушлай туҡланыу хаҡы Өфө ҡаҙнаһынан бер балаға көнөнә 240 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, ишле ғаиләләрҙәге балалар, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн льготалар ҡаралған.