+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 19:08

«Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ бергә!»

Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе Бөтә Рәсәй съезы уҙҙы.

Бындай мөһим сарала республикабыҙҙың район, ҡалаларынан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердлов өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан да мәртәбәле ҡунаҡтар, белем биреү ойошмалары етәкселәре, уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары, ағинәйҙәр, ата-әсәләр йәмәғәтселегенән вәкилдәр ҡатнашты. Ике көн буйына барған туған тел форумына барлығы 600-ҙән ашыу делегат килеү бәхетенә иреште.

Тәүге көндө, асыу тантанаһынан һуң, съезда ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, баш ҡалалағы башҡорт лицей, гимназияларында булды. Был белем биреү усаҡтарында уларға оҫталыҡ дәрестәре, уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән түңәрәк-секциялар эшмәкәрлеге күрһәтелде. Төштән һуң делегаттар республикабыҙҙа милли мәғариф үҫеше, туған телдәрҙе уҡытыу буйынса форсайт-сессияла үҙ фекерҙәрен, теләк-тәҡдимдәрен еткереү мөмкинлеге алды.

Съездың пленар ултырышы икенсе көндө булды. Унда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров туған телде уҡытыу буйынса башҡортса үҙ фекерҙәрен еткергәс, милли мәғариф өлкәһендәге ветерандарҙы тәбрикләне, бер төркөм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында билдәләр ҙә тапшырҙы. Бындай баһаға Аида Абдуллина (республика инженер интернат-лицейы), Фәйрүзә Абдулова (Миә­кә, Сәфәр), Көн­һылыу Әширбаева (спорт йүнәлешендәге 5-се республика интернат-мәктәбе), Рәсимә Баязитова (Бөрйән, Байназар), Зөһрә Билалова (Хәйбулла, Әбүбәкер), Миңдиниса Ғәзизуллина (Өфө, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), Альбина Кайбышева (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы), Нәфисә Кинйәбаева (156-сы мәктәп), Гөлсөм Мәмбәтҡолова (Ишембай, Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы), Гөлназ Садиҡовалар (Өфө, Халыҡтар дуҫлығы орденлы Максим Горький исемендәге 3-сө гимназия) лайыҡ булды.

Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин башҡорт телен уҡытыу буйынса эш йүнәлештәре менән дә таныштырып китте.

– Съезға әҙерләнгән ваҡытта беҙҙең эш төркөмө күп тәҡдимдәр әҙерләне. Улар республика етәксеһе Радий Фәрит улы тарафынан да хупланды. Беренсе тәҡдим – лингвистик гимназиялар асыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ту­ған телендә уҡырға һәм уны өйрәнергә теләүселәр һаны йылдан-йыл кәмей. Беҙгә башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрен тәрәнерәк өйрәнеү өсөн мәктәптәр кәрәк. 2024 йылға тиклем республика етәксеһе Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Ишембай, Туймазы, Дүртөйлө, Белорет ҡалаларында һәм Әб­йәлил, Дыуан райондарында 12 лингвистик гимназия асырға тәҡдим итә. Шулай уҡ көнсығыш һәм башҡа телдәрҙе лә өйрәнергә мөмкин булыр ине. Уларға «Йондоҙ», «Аҡбуҙат», «Салауат» тип башҡортса исемдәр бирергә була, – тине ул сығышында.

Балалар телдәрҙе яратып өйрәнһен өсөн уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу мөһим, тип тә белдерҙе мәғариф етәксеһе. Бының өсөн уҡытыу методикаһын камиллаштырыу кәрәк. Мәҫәлән, электрон дәреслектәр, яңы технологиялар ҡулланып, асыҡ, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, виртуаль олимпиадалар, конкурстар, экскурсиялар ойоштороу баланы ҡыҙыҡһындырырға ярҙам итәсәк.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар бирергә, туған тел буйынса төбәк-ара, Рәсәй конкурстарында еңгән 20 балаға йыл һайын республика Башлығы премияһын 50 мең һум күләмендә тапшырырға тәҡдим иткәс, съезда ҡатнашыусылар быны хуплап, дәррәү ҡул сапты.

Айбулат Вәкил улы республика етәксеһе тарафынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эше лә иғтибарһыҙ ҡалдырылмауын әйтеп үтте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара кон­курс­тың 25 йыллыҡ юбилейын билдәләү уңайынан еңеүселәргә – 100 меңгә тиклем, финалистарға 50 мең һум премия тапшырыласаҡ икән. Ә иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына бирелгән аҡсаның күләме 100 меңгә тиклем еткереләсәк.

Был көндө съезда ҡатнашыусылар өсөн ете бәхәс майҙансығы ла ойошторолдо. Уларҙа белем биреү учреждениеларында туған телде уҡытыуға шарттар тыу­ҙырыу, биш көнлөк уҡыуға күсеү үҙенсәлектәре, туған телде өйрәнеүҙә ата-әсәләргә методик ярҙам күрһәтеү, милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле, мәғариф өлкәһендә тел сәйәсәте кеүек төрлө һорауҙар ҡаралды, уй-фекерҙәр еткерелде. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тиҙәр бит.
Читайте нас: