158-се башҡорт гимназияһында республика мәктәптәре һәм балалар баҡсалары етәкселәре белем усағының эшмәкәрлеге менән танышты. Бында 1 меңдән ашыу уҡыусы уҡый. 2006 йылда ғына асылыуына ҡарамаҫтан, гимназия республикала алдынғы уҡыу йорттары иҫәбенә инде. 2015 йылда «Веб-лидер» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, III «Электрон мәктәп» республика форумы һәм Башҡортостан Республикаһы инновацион милли дөйөм биреү мәктәптәренең IV слёты еңеүсеһе булды. Уҡыу буйынса ла, спорт өлкәһендә лә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар бихисап. Иң-иңдәргә быйылғы уҡыу йылынан Мостай Кәрим исемендәге фонд премия булдырҙы.
Делегаттарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы нисек ойоштороуҙары ҡыҙыҡһындырҙы, әлбиттә, һәм башҡорт телен өйрәнеү өсөн һәйбәт заманса шарттар булдырылыуы ҡыуандырҙы. Гимназия педагогтары ҡунаҡтар өсөн үҙенсәлекле дәрестәр үткәрҙе. Һәр бүлмәлә сюрприз көтә ине, тиһәк тә хата булмаҫ. Мәҫәлән, бер уҡыу бүлмәһенең стенаһына бөтә мәғлүмәт тупланған. Нисекме? Электрон кабинетта телефон, гаджеттарҙы рәхәтләнеп ҡулланырға мөмкин. QR-код программаһын булдыраһың да телефон экранын стендтағы кәрәкле QR-кодҡа яҡын килтереп, скан яһайһың. Шунан «һылтанманы асырға» тигән яҙыуға баҫаһың. Бында әҙәби әҫәрҙәр ҙә, һүҙлектәр ҙә, башҡорт халыҡ ижады ла – электрон вариантта күп мәғлүмәт тупланған. Бик ҡыҙыҡһындырҙы кабинет делегаттарҙы.
Башҡорт теле дәрестәренең музей-кабинеттарҙа үтеүе лә отошло. Мостай Кәрим, Мәрйәм Бураҡаева исемдәрендәге, драматургия һәм театр сәнғәте музей-кабинеттары, Батырлыҡ даны музейы бар гимназияла. Ә ниндәй генә экспонаттар тупланмаған уларҙа?!
Делегаттар шулай уҡ белем усағының «Айгөл иле» изостудияһы эштәре, роботтар күргәҙмәһе менән танышты. Спорт залында секцияларҙа шөғөлләнгән уҡыусыларҙың сығыштарын ҡаранылар. Ҡунаҡтарҙы иң яҡшы концерт номерҙары менән сәләмләнеләр. Яныбай Хамматов исемендәге Белорет башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманованың, Ишембайҙағы 2-се башҡорт интернат-гимназияһының директор урынбаҫары Рифат Әйүповтың сығыштары ла ҡыҙыҡлы булды.
– Һоҡландырғыс гимназия! Өлгөлө эш алымдары – өлгөлө эш һөҙөмтәләре. Бөтәһе лә инициативалы директорҙан һәм ҙур потенциалы булған коллективтан торалыр. Беҙ, ауыл мәктәптәре етәкселәре, үҙебеҙгә күп фәһем алдыҡ. Мәҫәлән, Ғаилә ҡиммәттәре проекты, башҡорт әҙәбиәтенән электрон кабинет булдырыу, уларға лайыҡлы шәхестәр исемен ҡушыу… Ҡала мәктәптәре педагогтары был гимназияны һәйбәт белә, бында бик күп майҙансыҡтар эшләй, конкурстар үткәрелә. Минең тәҡдимем – ауыл мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн дә семинарҙар, конференциялар ойоштороп, тәжрибә уртаҡлашһындар ине, – тине тәьҫораттары менән бүлешеп, Ғафури районы Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы директоры Гөлсөм Монасипова.