+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 13:50

Һындар эшләү буйынса оҫталыҡ алғың килһә...

Баш ҡалабыҙҙағы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында һәүәҫкәр рәссам Игорь Ивановтың «Пластилиндан эшләнгән уйын моделдәре» тигән күргәҙмә асылды.

Унда авторҙың үҙе тарафынан уйлап табылған меңдән артыҡ төрлө фигуралар ҡуйылған. Уларҙы нисек эшләү хаҡында мәғлүмәт тә бирелә.

Күргәҙмәгә килеүселәр иғтибарына «Бородино һуғышы», «Чуд күлендәге алыш» тигән киң масштаблы тарихи диорамалар менән бергә билдәле әкиәттәрҙең геройҙары, принцессалар, пираттар хаҡындағы экспозициялар ҙа тәҡдим ителә.

Алдан яҙылып, төркөм менән килеүселәргә бушлай оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Инеү хаҡы – 100 һум. Күргәҙмә 11 майға тиклем эшләйәсәк.
Читайте нас: