-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Апрель 2019, 16:53

Мәктәптә – швед өҫтәле

– Әсәй, әйҙә мин буфетта ғына ашайым, ә ашханала барыбер бөтә ризыҡ та оҡшамай. Беҙҙең синыфта ашханаға йөрөмәүселәр арыу уҡ ул, – балаларҙан ошондай һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килә.

Был йәһәттән Новосибирск ҡалаһының «Горнастай» гимназияһы уҡыусылары бәхетле. Унда швед өҫтәлендә ашатыуҙы ойошторғандар. Әлегә тәжрибә рәүешендә, педагогтар һәм башланғыс синыф балалары өсөн генә, әлбиттә.

«Мин оҙаҡ ҡына төрлө илдәрҙә белем усаҡтарында туҡландырыу нисек ойошторолғаны менән ҡыҙыҡһындым. Халыҡ-ара кимәлдә швед өҫтәле киң таралған икән. Миңә лә оҡшаны. Бер төрлө ризыҡ ялҡыта бит. Ә былай һәр кем үҙе теләгәнен, яратҡанын ала, шулай булғас, тәрилкәләрҙә аш та ҡалмай. Хатта уҡыусылар тәртипле генә итеп үҙҙәре үк һауыт-һабаларын йыуырға алып барып ҡуя. Фекерҙәренә ҡолаҡ һалғанға рәхмәтлеләр», – ти директор Ирина Путинцева. Меню уҡыусыларҙың теләге буйынса төҙөлә икән. Кемдер тауыҡ итен, кемдер картуф, кемдер макарон ярата бит.

Был тәжрибә күпселектә хуплау тапҡан. Әммә ошолай ашатыуҙы даимиға әйләндереү өсөн белем усағына Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте менән килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: