-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Апрель 2019, 21:30

«Илһам»дан илһам алып

– Ижад иткән ваҡытығыҙҙа ниндәйҙер ҡыйын хәлгә тарып, яҙғы килмәгән саҡтарығыҙ булдымы? – Өлкәнәйгәс тә ҡәләмеңде ташламаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк? – Йәш ижадсыларға яҙған эштәрен күрһәтергә нисек оялмаҫҡа? Күренекле прозаик, драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғариповаға һорауҙары күп ине балаларҙың.

Һәр береһе үҙен ҡыҙыҡһындырғанын биреп ҡалырға тырышты. Яҙыусы менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыу бәхете ҡасан тағы тәтей бит әле. Ҡәләм тибрәтеү, ижад донъяһы менән мауыҡҡан ҡыҙҙар, егеттәргә уның һәр бер әйткән һүҙе алтынға бәрәбәр булды. Бик йотлоғоп тыңлап ултырҙылар.

– Шундай ауыр ваҡыттарҙы кисереп, яңынан кеше булып, көс туплап, яҙып китһәң, аҙаҡтан шул тәжрибәң аҡ ҡағыҙға төшә, шул кәрәк булып сыға. Әгәр мин хыянат, һөйөү уттарында янмаған, көймәгән, башҡа ауыр хәлдәрҙе күрмәгән булһам, әҫәрҙәремдә тормошсан образдарымды нисек ижад итер инем икән? Яҙғандарымды ла уҡыусы үҙ итеп ҡабул итмәҫ, ҡанһыҙ һәм йәнһеҙ булыр ине. Кеше өсөн ауырлыҡтар һынау өсөн бирелә. Тик шул ваҡытта үҙеңде дөрөҫ тота белеү мөһим. Был үлемесле хәл түгел икәнен йәштән аңларға кәрәк, – тип әйткән һүҙҙәренән дә күпте аңлағандыр йәш ижадсылар.

Баш ҡалабыҙҙың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған «Илһам» ижад семинарында ҡатнашыусылар өсөн яҙыусы, шағирҙар, журналистар менән бына шундай матур осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Баш ҡалабыҙҙың төрлө иҫтәлекле урындарында булырға ла, театрҙарға ла барырға өлгөрҙө уҡыусылар.

Ә был өс көнлөк семинарҙа ҡатнашыу бәхете БДПУ-лағы уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү үҙәге үткәргән «Илһам» конкурсы еңеүселәре һәм призёрҙарына ғына тейҙе. Уларҙың бер нисәүһе тәь­ҫораттары менән дә бүлеште.

– Семинарҙа яҙыусы, шағирҙар менән осраштыҡ, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙҙы бирҙек. Улар беҙгә нисек яҙырға кәңәштәрен бирҙе, – ти Мәсәғүттәге республика интернат-лицейынан килеүсе Азамат Әлибаев.

Ижад семинарында ҡатнашыусылар араһында Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбенән йәш хәбәрсебеҙ Гөлфиә Килсенбаеваны күреүебеҙгә лә бик шат булдыҡ.

– Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ үткәргән барлыҡ конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып киләм, сөнки минең ошонда башҡорт филологияһы факультетына уҡырға килергә теләгем бик ҙур. Әлеге «Илһам» бәйгеһенә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған иншамды ебәргәйнем. Үттем, семинарға саҡырыуҙарына бик шатмын. Бындағы өс көнөбөҙҙө фәһемле итеп үткәрҙек, вожатыйҙарыбыҙ ҙа бик әүҙем булды, – ти ул.

Баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан ҡатнашыусы шиғри күңелле Айгүзәл Вәлиева:

– Бында йыйылыусы һәр беребеҙ талантлы, улар өсөн дә, минең өсөн дә был семинар файҙалы булды. «Илһам» күптәргә үҙҙәрен асырға ярҙам итә, – ти.

Ғафури районындағы Красноусол башҡорт интернат-гимназияһынан Илдар Солтанморатовҡа ла ижад семинары бик оҡшаған. Тыуған ил, туған тел тураһында шиғырҙар яҙған егет тағы ла илһамланып ижад итергә ҡанатланған.
Читайте нас: