+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2019, 06:08

Буласаҡ осоусылар ҡайҙа әҙерләнә? Өфө кадет корпусында!

Еңеү парадында йыл һайын Өфө кадет корпусы курсанттары ла ҡатнаша. Хәйер, уларҙың республика кимәлендәге етди сараларҙан бер ҙә ситтә ҡалғандары юҡ.


Кадет корпусында белем биреү ябай мәктәптәгенән күпкә айырыла. Уҡыу буйынса теүәл фәндәрҙе – физика, химия, математика, информатиканы төплө өйрәнеүгә иғтибар бүленә. Заманса техниканы ауыҙлыҡлау өсөн шулай кәрәк тә. Сит телде лә ентекле үҙләштерәләр. Республикалағы шундай берҙән-бер уҡыу йортона инеүе еңелдән түгел. Конкурс буйынса 1 урынға 4 кеше дәғүә итә. VII синыфта уҡ алдан яҙылып килеп әңгәмәләшеү үтәһең, математика, физика, урыҫ теленән имтихандар тапшыраһың. Ентекле медицина тикшереүе лә мотлаҡ.

– Мин Учалынан килдем. Уҡырға инеп китә алһаң, бер ай йәш хәрби курсын үткәс, 1 октябрҙә ант биреп, кадет исемен алаһың. Бик оҡшай. Көрәш, кикбоксинг, еңел атлетика секцияларына йөрөйөм. Саралар, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар ҙа ойошторолоп тора. Яҡшы уҡыһаң, өлгөлө бул­һаң, ял көндәрендә өйгә ҡайтаралар. Мин күберәк Өфөләге туғандарға барам. Бында Башҡортостандан ғына түгел, Пермь, Волгоград, Силәбе, Пенза һәм башҡа Рәсәй ҡалаларынан да төрлө милләт егеттәре бар, – ти Айнур Алтын­аманов. Уның һөйләшеүенән, үҙ-үҙен нисек тотоуынан етдилек, хәрбилек бөркөлөп торғандай. Уҡырға ҡабул иткәндә хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡты билдәләгәндә, буласаҡ кадеттар­ҙың белеме һәм һаулығына ғына түгел, тышҡы ҡиәфәтенә, тапҡырлығына, телмәренә лә ҡарайҙар икән.

Кадет корпусында, уҡыу фәндәренән тыш, йүнәлеш буйынса аэродинамика, самолёттың авиация һәм радиоэлектрон ҡорамалдары, самолёт һәм двигатель конструкцияһы, навигация, эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәте теорияһын өйрәнәләр. I курста парашюттан һикерәләр. III, IV курстан һуң осоу буйынса йәйге практика үтәләр. Һәр береһенең танытмаһына нисә сәғәт һауала булыуҙары тураһында мәғлүмәт яҙылып бара. Был, үҙ сиратында, киләсәккә йүнәлеш һайлағанда, осоу училищеһына уҡырға ингәндә ныҡ ярҙам итә.

Уҡыу йортонда вокаль-инс­трументаль ансамбль, тынлы оркестр бар, спорт секциялары эшләй. Атай-әсәйҙәр, туғандар менән һөйләшеп алыу өсөн смартфондар билдәле бер ваҡытта ғына бирелә.

Киләсәген хәрби тормош менән бәйләргә теләп, 13 йәштән генә тыуған йорттарынан ситкә сығып киткән малайҙар бында үҙаллылыҡҡа өйрәнә, илен яҡларҙай патриот булып үҫә. Улар Рәсәйҙең хәрби-һауа көстәре сафтарын тулыландырасаҡ.
Читайте нас: