+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июнь 2019, 12:34

Китап булһын дуҫығыҙ!

Йәй – санаңды, ҡыш арбаңды әҙерлә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Уҡыу йылы тамамланды ла бөтә эштәрҙе оноттоҡ, тигән һүҙ түгел. Мәктәп тормошо каникулды белмәй. Әле уҡыусыларҙың ҡыҙыу имтихандар мәле. Унан – сығарылыш кисәләре, белем усағы менән хушлашыу. XI һәм IX синыфтар өсөн мәшәҡәтле лә, моңһоу ҙа, һағышлы ла көндәр.

Ә ҡалғандар ни менән үткәрә ваҡыттарын? Бәләкәстәр мәктәптә көндөҙгө лагерҙарға йөрөй. Атай-әсәйҙәре эштә саҡта файҙалы шөғөл менән булыша. Кемдәрҙер ялан-ҡырҙарға, алыҫ яҡтарға сәфәрҙәргә бара, театр, киноларға йөрөй, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраша, күңелле ярыштарҙа ҡатнаша. Икенселәр мәктәп баҡсаһында практика үтә. Яҙҙан сәскән үҫентеләрҙе ҡарайҙар, сәскәләрҙе тәрбиәләйҙәр, сүп үләндәрен утайҙар, һыу һибәләр.
Өсөнсөләр белем усағын яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә өлкәндәргә булыша, ремонт эштәрендә ҡатнаша.
Ә шулай ҙа уҡыу йылы аҙағында үткән матур йолалар, байрамдар, бәйгеләр, бүләкләнеүҙәр күңелдәрҙе йылытып, хәтергә төшөп тик тора.
Быйыл ул, тәүгеләренән айырмалы рәүештә, ике тур­ҙа үткән. Тәүгеһендә – ситтән тороп ойошторолғанында – 160 эш ҡабул ителгән. Башҡортостандың 15 ҡала һәм районынан 34 белем усағынан балалар ҡатнашҡан. Хатта күрше Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районынан да эштәрен ебәреүселәр булған. Ә инде 22 мәктәптән конкурста туранан-тура ҡатнашыусы 105 уҡыусы Таймаҫ гимназияһына саҡырылғайны.
Бәйгегә йыйылыусылар тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтең ижади кабинеты менән танышты. Аҙаҡ секцияларға бүленеп, һынау тотто. «Тәбиғи фәндәр», «Урыҫ филологияһы», «Башҡорт филологияһы», «Социаль гуманитар фәндәр» секцияларында уҡыусыларҙың эштәре ҡаралды. Башҡортостандың 100 йыллығына, шулай уҡ халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ярышты.
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты Мәрхәбә Сәйғәфәр ҡыҙы Дәүләтшина, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары, профессор, педагогия фәндәре докторы Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Дәүләтбаева, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Мирза ҡыҙы Нәбиуллина, ғалим, педагогия фәндәре кандидаты Вәкил Исмәғил улы Хажин, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова, бүлек етәксеһе Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаева, Таймаҫ гимназияһы директоры Гүзәл Фәтих ҡыҙы Усманова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов, яҙыусылар Ринат Камал, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Зөһрә Ҡотлогилдина, Кинйәғәли Абдуллин, Рәшит Солтангәрәевтең бер туған апаһы, күренекле уҡытыусы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева һәм республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре буйынса етди һөйләшеүҙәр алып барҙы.
Ғалимдарға уҡытыусылар­ҙың һорауҙары ла күп ине. Яңы заманса дәреслектәрҙе ҡайҙан табырға? «Башҡортостан мәҙәниәте», «Тормош һабаҡтары» кеүек файҙалы дәрестәр ниңә уҡыу программаһынан алынды? Ни өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре ҡыҫҡартылды? Ошоноң кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе уҡытыусылар Өфөнән килгән ғалимдарға ҡабырғаһы менән ҡуйҙы.
Кәңәштәр, тәҡдимдәр, тәжрибә уртаҡлашыуҙар барыһына ла файҙалы булғандыр. Һәр хәлдә, киләһе уҡыу йылына уҡытыусылар үҙ алдарына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, ең һыҙғанып эшләүҙән башҡа сара юҡлығын аңланы. Ҡыҫҡартылған дәрестәр эсендә лә алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар балаларға Башҡортостан мәҙәниәте, әҙәбиәте буйынса программанан тыш та әллә күпме мәғлүмәт бирә ала. Хатта химия, математика дәрестәрендә лә ерлекле материалдар ҡулланып, әйтәйек, шул райондың йәки ауылдың күренекле химигы, биологы менән таныштырып, тыуған ергә, төбәккә, халҡыбыҙға ҡарата рухи ғорурлыҡ, һөйөү тәрбиәләргә мөмкин бит. Ана шулар хаҡында ла һөйләште уҡытыусылар.

Фәнни-ғәмәли конференцияның иң күңелле мәле, әлбиттә, бүләкләү. «Солтангәрәев уҡыу­ҙары»на килгән 105 уҡыусының береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. ЮНЕСКО-ның дипломдары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлегенең һәм башҡа ойошмаларҙың Маҡтау ҡағыҙҙарын алып ҡыуанды балалар.

Күмертау ҡалаһындағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының Х синыф уҡыусыһы Гөлназ Үтәгәнова шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булды. Таймаҫ ауылы гимназияһынан Х синыф уҡыусыһы Өлфәт Мәҡсүтов, Күмертауҙағы 3-сө гимназияның IX синыфынан Рәзилә Ибраһимова, Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылынан VI синыф уҡыусыһы Аделина Ғәлишинаға I урын бирелде.
Урыҫ телендә шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә Өфөнөң 25-се белем биреү үҙәгенән VI синыф уҡыусыһы Алик Ғилемханов беренселекте яуланы.
«Башҡорт филологияһы» секцияһында Бөрйән районының Байназар ауылынан килгән XI синыф уҡыусыһы Зәлиә Алтынбаева еңеүсе булды.
«Солтангәрәев уҡыуҙары»ның тағы бер сираттағыһы үтеп китте. Ул йыл да киңерәк ҡолас йәйә бара. Төрлө райондар, күп уҡыусылар ҡатнашыуы менән ул республика кимәленә күтәрелә тиерлек. Иң мөһиме: балаларҙа әҙәбиәткә, телгә ҡарата һөйөү, иғтибар һәм ихтирам арта. Ошо йәһәттән ҡарағанда «Солтангәрәев уҡыуҙары» үҙ маҡсатына өлгәште. Бөгөн бүләкләнгән уҡыусыларҙың йәйге каникул мәлдәрендә лә телефонға ғына текләп ултырмаҫтарына, ә әҙәби китаптар уҡып, рухтарын байытырҙарына ышаныс ҙур.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Көйөргәҙе районы.
Читайте нас: