-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 15:13

Владимир Путин Арсенийға эт бүләк итте

Красноярск ҡалаһында йәшәүсе 12 йәшлек Арсений Фёдоров, көсөк һорап, Рәсәй Президенты Владимир Путинға хат яҙған. «Миңә алтынһыу ретривер тоҡомло көсөк бүләк итһәгеҙ, тоғро дуҫым булыр ине. Мөғжизә барлығына ныҡ ышанам. Рәхмәт!» – тигән ул хатында.

Беҙҙең ил башлығы ла хайуан, йәнлектәрҙе ярата. Ҙур теләк менән үҫмергә бүләк эшләгән дә. Арсенийға көсөктө төбәктең мәғариф министры үҙе тапшырған.

Малай махсус мәктәптә уҡый, ул аутизм менән сирләй. Компьютерҙы яҡшы белә. Спорт менән шөғөлләнә. Хатта һуңғы ике йылда саңғы ярыштарында гел призлы урындар яулаған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫмергә кешеләр менән аралашыуы ауыр. Педагогтар уйлауынса, көсөк үҫмергә ҙур терәк һәм дуҫ буласаҡ. Алтынһыу ретриверҙарҙы психотерапевт эттәр тип тә йөрөтәләр. Бәлки, үҫә килә Арсений тиҫтер­ҙәре менән дә ихлас аралаша башлар әле.


Зөһрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Читайте нас: