+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 15:30

Исламнур мәктәпкә ашҡына

Беренсе сентябрҙе түҙемһеҙлек менән көтә Исламнур Дәүләтбәков. Ул барасаҡ белем усағында балалар баҡсаһында дуҫлашып йөрөгән малайҙар ҙа уҡыясаҡ бит. Шуға ла сикһеҙ ҡыуана! Бергә-бергә күңеллерәк тә булыр, бер-береһенә ярҙам да итерҙәр. Ә уларҙы баш ҡалабыҙҙың 107-се лицейында Эльмира Хәниф ҡыҙы Миңлеғәлиева белем үрҙәренә алып менәсәк.

Яңы уҡырға барыусы был малайҙың исеме бик мәғәнәле, матур булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Ә Исламнур – дин атамаһы, яҡтылыҡ сәсеүҙе белдерә.

– Улыбыҙ тыуғанда ҡыш, буран ине. Исемде Буранбай тип ҡушығыҙ, тигәйне туғандар. Улай итмәнек. Яңы тыуған баланың ҡолағына исемен әйтһәң, ул оҡшаһа, йылмая, тип әйтәләр. Донъяға килгәндән бик тыныс малай булды. Ҡолағына төрлө исемдәрҙе әйтеп ҡараныҡ. Исламнур, тигәс, ысынлап та, йылмайғандай кеүек тойолдо, – ти уның әсәһе Лилиә.

Баш ҡалабыҙҙағы 194 -се балалар баҡсаһының «Ҡояшҡай» төркөмөнә йөрөй башлағас та, тиҫтерҙәре үҙен бик яратып, Исламнур, Исламнур, тип ынтылып ҡына торған. «Беҙ уны башҡа милләт балалары менән дуҫ булһын, тип тәрбиәләйбеҙ», – ти атай-әсәйҙәре. Ысынлап та, Исламнурҙың дуҫтары араһында башҡорт, татар, тажик милләтле балалар ҙа бар.

Әсәһенең уға бәләкәй сағынан әкиәттәр, төрлө балалар энциклопедиялары уҡыуының йоғонтоһо ҙур була. Үҫә бара, малай зиһенләнеп, ҡырағай хайуандар донъяһы менән ҡыҙыҡһына башлай. Дино­завр­ҙар, саяндар, йыландар тураһында һорауҙар яуҙырып, күберәк белгеһе килә. Бер саҡ хатта, зоология белгесе булам, тип тә хыяллана. Әле уҡыу йәшенә еткәс, Исламнурҙың йыһан, Ер шары, планеталар хаҡында күпте белергә ынтылышы уян­ған. Әсәһенең ҡар­һүҙ һөйләүен тыңлауы халыҡ ижадына һөйөүен уятҡан. Балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта әкиәт һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, Маҡтау грамоталарына ла лайыҡ булған.

Инде хәҙер Исламнур ҙур үҫеп, ижекләп уҡый, 100-гә хәтлем башҡортса ла, урыҫса ла яҡшы итеп һанай белә. Инглиз телен дә бер аҙ үҙләштергән. Шиғырҙар ятларға ярата. Каратэ секцияһында шө­ғөлләнеп, физик яҡтан да нығынған.

Буласаҡ уҡыусының ҡы­ҙыҡһыныуҙары ла күп төрлө. Легонан төрлө әйберҙәр төҙөй. Тәүге мәлдә бер нисә элементтан торғанынан ғына башлаһа, хәҙер инде машина, самолёттар яһау уға бер ни ҙә тормай. Роботтар, трансформерҙар менән мауыға. Йөҙөргә өйрәнергә лә бик теләй ул. Быйыл әллә күпме ауыл-ҡалаларҙы үтеп, Ейәнсураға ҡунаҡҡа бар­ғандарында ла һәр бер ерҙә туҡталып, һыу инеп рәхәтләнгән.

Бәләкәйҙән техника менән дә ҡыҙыҡһына Исламнур. Дәүләкән районы Хөсәйен ауылындағы өләсәй-ҡартатайҙарының тәүге ейәндәре булғас, йәш ярымдан уҡ уны алдарына ултыртып, машинала ла, атта ла, мотоциклда ла йөрөткәндәр. Шуғалырмы, тәүәккәлләп роликта йөрөргә, конькиҙа шыуырға ла тиҙ өйрәнә. Ҡус­тыһы Искәндәр менән велосипедта елдерәләр. Бергәләп шашка, шахмат уйнау ҙа – иң яратҡан шөғөлдәре.

– Исламнур, һин ҡайһы ваҡытты яратаһың? – тип һораһаҡ, йәйҙе, ти. Шунан был миҙгел етһә, эй, ҡасан ҡыш була инде, тип көтә. Ҡыш көнөндә тыуғанғалыр инде, һыуыҡ миҙгел күңеленә яҡын, – ти әсәһе.

Йәйгеһен күбеһенсә ауылда торғанлыҡтан, Исламнурҙы көтөүгә лә алып сығып китәләр. Рәфис ҡартатаһы Өршәк йылғаһы буйына балыҡҡа ла йөрөтә. «Исламнур барһа, ҙур балыҡ ҡаба», – тигән була. Өләсәһе лә ейәнен маҡтап: «Минең ҙур ярҙамсым. Ҡаҙ бәпкәләрен, себештәрҙе ҡараша. Уларға эсергә һыу ҡо­ям, ашарға һалам, тип кенә тора», – ти.

Ата-әсәһенең дә уң ҡулы инде ул. Өйҙә һауыт-һаба йыуыу, йыйыштырыу, ҡустыһын ҡарау кеүек эштәрҙе башҡара. Ҡайҙа барһалар ҙа, Искәндәр туғанын хәстәрләп кенә йөрөтә. Һыуға яҡын барма, сит кешеләр менән һөйләшмә, улай итмә, тип тыйып ҡына тора. Баҡсаға барғанда, ҡул араһына инеп үҫһен, тип сүп үләндәре йолҡоу, ер ҡаҙыу эштәренә лә өйрәтә яҡындары. Ауылда бесәнгә лә алып баралар.

Ә үҫкәс, ниндәй һөнәр һайларға теләй икән Исламнур? Спецназ, тип хыялланып йөрөй. «Хәрби юлды һайлаһаң, бик йыйнаҡ, тәртипле булырға тейеш­һең инде», – ти атай-әсәй­ҙә­ре. Шуғалыр ҙа инде бөтә әйбер­ҙәрен матур итеп һалып, йыйыштырып ҡына тота. Хәрби кеше бәләкәйҙән сынығырға, көслө булып үҫергә тейеш, тип көн һайын турникта күтәрелергә лә онотмай.

Оҙаҡламай Исламнурҙы өр-яңы мәктәп донъяһы ҡаршы алыр. Уға уҡыуында уңыштар, көндәлеген «дүртле» һәм «бишле»ләр генә биҙәүен теләйек.
Читайте нас: