Был уникаль, үҙенсәлекле баҫмала бик күп ижадсылар менән ойошторолған интервью-мәҡәләләр донъя күргән. Һәр бер яҙыусының холоҡ-фиғеле, эске донъяһы, донъяға ҡарашы, ҡыҙыҡһыныуҙары тап Нияз менән Зөһрәсә бирелгән ҡыҙыҡлы, сетерекле һорауҙарға яуап биргәндә асыла.
Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдинаның был йыйынтығы һәр уҡытыусының, студенттың, уҡыусының өҫтәл китабы булырлыҡ. Унда тупланған күренекле яҙыусылар, шағирҙар менән ойошторолған фәһемле, мауыҡтырғыс әңгәмәләрҙе башҡа бер ҡайҙан да таба алмайһың. Халыҡсан бай, матур, аңлайышлы телдә яҙылған һәр мәҡәлә үҙе бер әҫәргә торошло. Уҡыған һайын уҡығы килә, шәхестең яңынан-яңы беҙ белмәгән сифаттары асыла, уҡыған саҡта картиналар йәнле булып күҙ алдына баҫа. Был йыйынтыҡ яҙыусыларҙың таланты, иҫ китмәле ҙур хеҙмәте, тырышлығы хаҡында һөйләй, ентекләп, берәмтекләп йыйылған аҫыл хазина кеүек бит ул.
Ысынлап та, теге йәки был яҙыусыны, шағирҙы беҙ үҙебеҙ китаптары, әҫәрҙәре аша күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдина яҙған «Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе» йыйынтығындағы әңгәмә арҡылы улар төрлө яҡлап асылып, аҫылташтай балҡып китә. Уҡып сыҡҡас, ҡара әле, был яҙыусыны һис тә улай, тип уйламаған инем, тип ғәжәпкә ҡалаһың. Күңел инженерҙарының күңеленә «асҡыс яратыу өсөн» авторҙарға ниндәй оҫталыҡ, нескә хистәрҙе ҡуҙғытырлыҡ, әңгәмә ҡорорлоҡ маһирлыҡ талап ителгәненә инанаһың.
45 йыл ғүмерен журналистикаға арнап, «Йәншишмә»лә («Башҡортостан пионеры»нда) «Йәш хәбәрсе» мәктәбе ойоштороп, ҡәләм тибрәтә башлаған нисәмә тиҫтә уҡыусыға был һөнәр серҙәрен төшөндөрөп, оло әҙәбиәт донъяһына ла фатиха биреүсе ул Зөһрә Ҡотлогилдина. 40 йыл журналистар союзы ағзаһы булған шағирә, публицистың өлкәндәр һәм балалар өсөн ижад ителгән тиҫтәнән ашыу шиғыр һәм публицистика китаптары бар.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдинаның республикабыҙҙың арҙаҡлы журналистарына бирелә торған Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына һаман да булһа лайыҡ булмауы уҡыусыларҙы аптырашҡа ҡалдырҙы. Оло хеҙмәт – оло баһаға ла лайыҡ, беҙҙеңсә. Һуңлабыраҡ булһа ла, ошо хатаны төҙәтер өсөн ваҡыт еткәндер, йәмәғәт?!
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты.