– Зөләйха Раил ҡыҙы, мәктәптә уҡыған йылдарығыҙҙағы остаздарығыҙ нисек хәтерегеҙҙә уйылып ҡалған?
– Уҡытыусыларымдың бөтәһен дә ярата инем. Улар беҙҙең өсөн өҙөлөп торҙо. Бигерәк тә синыф етәксебеҙ Ләбибә Ғарифйән ҡыҙы, Зәйнәб Мансар ҡыҙы, Фәүзиә Ғәли ҡыҙының дәрестәрен бик яҡшы хәтерләйем.
– Уларға оҡшап, бәләкәй саҡтан үҙегеҙ ҙә уҡытыусы булырға хыяллана инегеҙме?
– Эйе, бала саҡтан уҡытыусы булырға теләнем. Ауылда ул ваҡыттарҙа ошо һөнәр кешеләре иң абруйлыһы ине. Ҡайһы ваҡыт, табиплыҡҡа барырмын, тип уйлап ҡуйған саҡтар булды. Тик атайым менән инәйем, Силәбе өлкәһенә мәрйәләр араһына уҡырға ебәрмәйбеҙ, тине. Инәйем (беҙҙәгесә, әсәй инде) ғүмере буйы мәктәптә эшләп, башланғыс синыф уҡытыусыһы, китапханасы булғас, уҡытыусылыҡ эше менән бәләкәйҙән танышмын. Үҙебеҙ уҡытыусылар нәҫеленән дә беҙ. Ғаиләләге дүрт ҡыҙ араһынан өсәүһе ошо юлды һайланы. Апайыңа эйәреп, һин дә уҡып китерһең, тип атайым менән инәйем Мәсәғүттәге педагогия училищеһына барырға кәңәш бирҙе.
– Бала саҡ хыялығыҙ тормошҡа ашҡан, тимәк. Эшегеҙҙән йәм табып йәшәйһегеҙҙер, моғайын...
– Әлбиттә. Балаларҙы яратмаһам, шунса йылдар буйына мәктәптә уҡытып йөрөмәҫ инем. Мин үҙемде мәктәпһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Әле генә беҙҙә «Уҡытыусылар менән иң яҡшы селфи» конкурсын иғлан иткәйнеләр. «Мин һеҙҙең менән фотоға төшәм», – тип үҙемде һырып алды уҡыусылар. Күптәр килеп етте яныма. Шулай минең менән фотоға төшөргә теләп йөрөүҙәре күңелемде бигерәк ныҡ күтәреп ебәрҙе. Балаларға үҙең нисек ҡарайһың, улар ҙа һиңә шундай мөнәсәбәттә. Кеше эше менән бәхетле. Мин дә шулай, Аллаға шөкөр, дәрестәремә ашҡынып киләм.
– Нисәмә йыл эшләү дәүерендә һеҙҙең юлығыҙҙы һайлаусылар ҙа булғандыр...
– Күптәр. Килеп практика үтәләр. Бер ҡасан да ауылда йәшәмәйем, тип йөрөгән ҡайһы бер йәштәр ҙә туған мәктәбенә ҡайтып, эшләп йөрөй.
– Төрлө милләт балалары уҡыған мәктәптә туған тел дәрестәрен уҡытыу еңелдән түгелдер. Уларҙы ҡыҙыҡтырыр, ылыҡтырыр өсөн ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?
– Беҙҙә барлығы 14 милләт балаһы уҡый. Төрлө саҡтар булды, әлбиттә. Тәүҙә ауыр ине. Хәҙер ата-әсәләр ҙә аңланы. Башҡорт телен мотлаҡ рәүештә дәүләт теле, туған тел булараҡ өйрәнергә ғаризалар яҙып, балалары уҡып йөрөй. Шуныһы һөйөндөрә.
Минеңсә, телгә һөйөү ғаиләнән киләлер, тип уйлайым. Хатта тажик милләтенән балалар ҙа тырышып-тырмашып башҡортса өйрәнергә ынтыла. Уҡыусылар менән тема тураһында ғына һөйләшмәйбеҙ, уларҙың үҙҙәренең проблемалары, хәлдәре хаҡында серләшеп алабыҙ. Дәрестә уҡыусыларҙы мөләйем итеп ҡаршылап, яҡшы итеп оҙатып ҡалһаң, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә икәнһең, бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа килеп сыҡмай.
– Замандан да артта ҡалып булмай. Дәрестәрегеҙгә ниндәйҙер яңылыҡтар индерергә тырышаһығыҙмы?
– Әлбиттә. Ныҡ тырышырға тура килә. Модуль дәрестәр алып барам. Балаға эш ҡушам да ул шуның буйынса проекттар төҙөй. Модуль дәрестәр буйынса «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ла ҡатнашып, номинацияла бүләкләндем. Әҙәби әҫәрҙәргә һүрәт төшөрөргә бирәм. Урыҫ синыфтарында уҡыусылар уҡығандарын нисек аңлаған, шулай рәсем яһап килтерә.
– Олимпиада-конкурстарҙа уҡыусыларығыҙ йыш ҡатнашамы?
– Йыл һайын ситтә ҡалмайбыҙ. Бәйгелә призлы урын алған, алмаған саҡтар ҙа була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы, шиғырҙарҙы тасуири һөйләү, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурстарында ҡатнашабыҙ. Төрлө инсценировкалар әҙерләп, мәктәптә, районда сығыш яһайбыҙ.
– Әле байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?
– Бик яҡшы. Яңы уҡыу йылында ла балалар беҙҙе ҡыуандырып тора, мәктәбебеҙ районда алдынғыларҙан һанала. Уңыштарыбыҙ күп.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА һөйләште.