+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ноябрь 2019, 11:54

Ғәжәйеп балалар донъяһы

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде Үҙенең уҡыусыһының эске донъяһына, зиһененә, күңел торошона, тел байлығына ыңғай йоғонто яһарлыҡ, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ китаптар ижад иткән яҙыусылар барлығына бер кем дә шикләнмәйҙер. Тап шундай һәләткә эйә лә инде талантлы әҙибәбеҙ Гөлнур Яҡупова. Өлкәндәр өсөн киң билдәле «Мөхәббәткә мәҙхиә», «Йөрәк хаты», «Әҙәм вә Һауа» исемле һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары, «Йыртҡыс ҡаны», «Ҡатындар» тигән проза әҫәрҙәре менән бер рәттән, ул балалар әҙәбиәтенә лә ҡолас йәйеп хеҙмәт итә.


Гөлнур Яҡупова – балаларға тәғәйенләнгән ундарса йыйынтыҡ авторы. Уның әҫәрҙәре китапханаларҙа саңланып ятмай, улар буйынса төрлө саралар уҙғарыла, балалар һәм үҫмерҙәр ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡый. Һәм, әлбиттә, Гөлнур Яҡупованың ижады республика мәктәптәрендә өйрәнелә. Әҙибәнең «Үләнле ер үлмәгән, кейекле ер бөлмәгән» (2009), «Заветы Красной книги» (2013) тип аталған башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге китаптары мәктәптәр өсөн өҫтәмә әсбап булараҡ сығарылды. Уҡытыусылар фекеренсә, был йыйынтыҡтарҙа тупланған шиғыр һәм хикәйәләр­ҙең ҡулланыу даирәһе бик киң. Нәфис әҙәбиәт ярҙамында донъяны танып белеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарау, тыуған ергә, туған телгә һөйөү, эстетик зауыҡ тәрбиәләү – иң үтемле алымдарҙың береһе һәм был юл менән яҙыусы оҫта файҙалана.

Гөлнур Яҡупованың ижады күп ҡырлы. Ул төрлө жанрҙарҙа эшләй, ә был үҙе үк һирәк күренеш, әҙәби әҫәргә ҡы­ҙыҡһыныу уятыуҙың бер асылы булып тора.

«Тылсымлы ҡәләм» китабына айырым туҡталып китәйем. Был йыйынтыҡ – ысын-ысындан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн бәҫле бүләк. Унда тупланған ши­ғыр­ҙарҙа халҡыбыҙҙың тел байлығы кәүҙәләнә, рифмалар аҡһамай, көйгә һалынып тора, образлылыҡ һоҡландыра. Балаларға еткерер һүҙҙе махсус ябайлаштырырға тырышыу, былай ҙа билдәле әйберҙәрҙе сурытыу Гөлнур Яҡуповаға хас түгел, ул кескәй уҡыусыларына хөрмәт менән ҡарай, уларға яңы офоҡтар асырға ынтыла.

«Тылсымлы ҡәләм» ике бүлектән тора: «Отҡорҙар» – башланғыс синыф уҡыусыларына, «Сәйәхәтселәр» үҫмер балаларға төбәп яҙылған. Икеһендә лә бер үк геройҙар – бер туған ике малай Азамат, Салауат һәм Әлфиә исемле ҡыҙыҡай. Уларҙың мажараға бай, тын­ғыһыҙ, осҡор бала сағы хыялға сумған, ҡыҙыҡһыныусан, шаян, бар донъяны гиҙеп сығырға ынтылған үҫмерлек осорона барып тоташа.

Китапҡа исем итеп ҡуйылған «Тылсымлы ҡәләм» тигән оҙон ғына әкиәткә туҡталып китәйем. Унда әҫәрҙең төп геройҙары Азамат менән Салауаттың фантазия сигендәге мажаралары ысынбарлыҡ менән үрелеп бара. Әкиәт иленән килгән Аҡ йәтсә ҡапҡанға эләгә, малайҙар үҙен ҡотҡара һәм ул рәхмәт йөҙөнән ҡотҡарыусыларға батшалығындағы иң затлы әйберҙе – тылсымлы ҡәләмде бүләк итә. Был ҡәләм нимә һораһаң, шуның һүрәтен төшөрөп бирә, имеш. Азамат менән Салауаттың иң көслө хыялы – сәйәхәт итеү, донъяны урап сығыу. Һәм тылсымлы ҡәләм уларға осҡос һүрәтен төшөрөп бирә. Ул ысынға әүерелә лә әкиәт геройҙары алыҫ тарафтарға юл тота.

Үҫмерҙәрҙең был сәйәхәттә күргәндәре, белгәндәре хаҡында Гөлнур Яҡупова шағирәнә тел, һөнәри маһирлыҡ менән тасуир итә. Тәбиғәт ҡосағында улар ят ҡитғаларҙа, шулай уҡ Башҡортостан урмандарында үҫкән ҡырағай үләндәрҙе күрә, кейек ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе осрата, йәғни тирә-яҡ мөхит менән таныша. Был тәңгәлдә автор төп һүҙҙе үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙға йүнәлткән, әлбиттә.

Әкиәттең мәғлүмәти әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, ә тәрбиәүи роле хаҡында әйтеп тә тораһы түгел, ул бик юғары. Шуныһы ла мөһим: яҙыусы асыҡтан-асыҡ аҡыл һатмай, күрһәтмәләр бирмәй, ә әҙәбиәттең серле ҡоралдары менән эш итә: кинәйә, ваҡиғаларҙы тиҫтерҙәренең күҙлеге аша һүрәтләү... Мәҫәлән, сәйәхәтселәр баштараҡ ифрат мауығып, бер ниндәй мохтажлыҡ күрмәй донъя гиҙә: тылсымлы ҡәләм ярҙамында өй ҙә, унда кәрәкле йыһаз да, ризыҡ та бар ҙаһа. Әммә тора-бара, улар ата-әсәһен, тыуған ауылдарын, өйҙәрен һағына башлай. Яҙыусы быны ошолай тасуир итә:

Һүрәт-әсәйҙең үҙ әсәйҙәре була алмағанын аңлаған малайҙарҙы йәтсәләр батшаһы йәлләй, ауылдарына ҡайтырға мөмкинлек бирә. Әкиәттең финалында Азамат менән Салауат Тылсым илендә йәшәгән Аҡ йәтсәнән хат ала. «Мин һеҙҙең өсөн тылсымлы ҡәләм яҙған урман һабаҡтары – кешеләрҙең шәф­ҡәтенә мохтаж ҡырағай хайуандар, кейек ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр хаҡындағы әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар тупланым, уларҙы изге нәсихәт итеп ҡабул итегеҙ. Ер-һыуға, һәр йәнлеккә, һәр үҫемлеккә мәрхәмәтле булыуығыҙҙы теләйем!» – тип яҙылған була унда. Был хат «Урман һабаҡтары» тигән баш аҫтында бирелгән. Ундағы «Хан ҡыҙы», «Имсене кем имләгән?», «Кәкүк ситеге», «Йомаҡ ағасы», «Энә ҡарағы», «Маҡтансыҡ ҡарға», «Тараҡлы кеҫәртке» тигән әкиәттәр ҡыҙыҡлы, фәлсәфәүи һәм кинәйәле. Ошо уҡ фекерҙе «Һыу йөнө», «Төлкөғойроҡ», «Арышбаш», «Ҡылысүлән», «Еҙ ҡуңыҙ», «Суфый сиңерткә», «Тауискүҙ», «Аҡ торна», «Беҙсуҡыш» һәм башҡа шиғырҙар хаҡында ла әйтергә була.

«Тылсымлы ҡәләм» – балалар әҙәбиәтендә бик мауыҡтырғыс китап ул. Уның авторы Гөлнур Яҡупова, һис һүҙһеҙ, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ!


Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, балалар яҙыусыһы.
Читайте нас: