+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2019, 13:51

Филиалда секциялар кәрәк

– Аҙнаһына биш көн уҡыу оҡшаймы? – тип һорайбыҙ Ирхандан.– Юҡ, көн һайын алты сәғәт, арыттыра.

– Ике ялда төрлө секцияларға йөрөргә мөмкинлек була бит...

– Шулай ҙа ул, тик беҙ 9 саҡрымдағы Нуғаҙаҡ мәктәбенә йөрөп уҡыйбыҙ. Автобус иртән алып бара ла, дәрестәр бөткәс, ҡайтарып ҡуя. Беҙҙең ауылдыҡылар түңәрәктәргә бик йөрөй алмай.

– Ә улар эшләйме һуң?

– Эйе: дзюдо, волейбол, баскетбол...

– Һинең йөрөргә теләгең бармы?

– Әлбиттә. Элек атайым машина менән йөрөтә ине лә, хәҙер, сирләгәс, ундай мөмкинлеге юҡ. Бер мин генә түгел, башҡа балалар ҙа шундай хәлдә: бөтәһе лә машиналы түгел бит...

Бына шундай һөйләшеү булды беҙҙең Ирхан Әсәҙуллин менән. VII синыфта уҡыған үҫмер Үтәймуллалағы бик күп ауылдаштары менән Нуғаҙаҡ мәктәбенә йөрөп белем ала. Ә бит Үтәймулла – ҙур, боронғо башҡорт ауылы. Нисек тә мәктәпте һаҡлап алып ҡалырға мөмкин булыр ине. «ГАЗель» өс рейс яһағас, 40-ҡа яҡын бала йөрөй, тимәк. Башланғыс синыфтарҙа уҡығандарын да иҫәпкә алғанда, мәктәпте яптырмаҫҡа тырышырға кәрәк ине. Быны юлларға хәҙер ҙә һуң түгелдер. Республика етәкселеге лә ундай эштәргә ыңғай ҡарай бит. Үтәймулла ауылы ата-әсәләренең, урындағы ҡоролтай етәкселәренең, ағинәй­ҙәр һәм башҡа ойошмаларҙың мөһим мәсьәләне күтәреп сы­ғыуы шарт.

Ә әлегә шундай мөмкинлек хаҡында ла уйларға кәрәктер. Үтәймуллалағы мәктәптең икенсе ҡаты буш тора. Башланғыс синыфтар беренсе ҡатта белем ала. Шул өҫкө ҡатта был ауыл уҡыусылары өсөн Ну­ғаҙаҡта эшләгән спорт секцияларының, башҡа түңәрәктәрҙең дә филиалдарын ойошторорға мөмкин. Ауыл балалары дәрестән һуң Нуғаҙаҡҡа йөрөгәнгә ҡарағанға түңәрәк етәкселәренең аҙнаһына ике-өс көн бында килеп секция алып барыуҙары яҡшыраҡ бит. Спорт инвентар­ҙарын да хәстәрләргә мөмкин. Бағымсылар­ға мөрәжәғәт итергә була. Балалар хаҡына ярҙам итмәҫтәр инеме ни? Ауылдың ағинәйҙәре ҡыҙ балаларҙы бәйләү, сигеү, биҙәүестәр эшләү серҙәренә өйрәтә ала.

Ирхан Әсәҙуллин – бик тырыш үҫмер. Яҡшы уҡый. Бигерәк тә биология менән йәм­ғиәтте өйрәнеү дәрестәрен ярата. Әсәһе Розалия ауыл китапханаһында эшләй. Атаһы Ғилман ауырыуы арҡаһында өйҙә генә ултыра. Йорттағы ир-ат эшен Ирхан башҡара. Һыу ҙа ташый, малдарҙы ла ҡарай. Киләсәктә табип булырға уйлай.

– Бөтә туғандар шуны теләй. Беҙҙең нәҫелдән дә табип булһын ине, тиҙәр. Үҙемә лә оҡшай был һөнәр. Бөтә кешеләрҙе – атайымды, әсәйемде, барлыҡ туғандарҙы, ауылдаштарҙы дауалар инем, – ти ул.

Хыялын тормошҡа ашырыр өсөн көслө булып үҫергә тырыша. Ата-әсәһе 13 йәшенә бүләк иткән турникта көн дә тартылып, мускулдарын үҫтерә. Ҙур флягалар менән өйгә һыу ташый. Ишек алдын ҡарҙан таҙарта. Һарыҡтарға бесән һала, һыу эсерә, аҫтарын таҙарта. Сәлим, Рәмзил, Нуриман, Вилдан һәм башҡа иптәштәре менән хоккей уйнайҙар. Буш ваҡыттарында атаһы гармунда, ҡурайҙа уйнарға өйрәтә.

– Атайым күберәк үҙе компьютерҙа шахмат уйнарға ярата. Ә миңә был уйын бик оҡшап етмәй. Волейбол, баскетбол, дзюдо кеүек күп хәрәкәтләнә торған спорт төрҙәре менән шөғөлләнер инем...

Нуғаҙаҡ мәктәбе, ауыл хакимиәте етәкселеге лә Үтәймулла ауылы уҡыусыларының буш ваҡытын файҙалы үткәреү хаҡында ниндәйҙер саралар күрер, тип ышанғы килә.


Ауырғазы районы, Үтәймулла ауылы.

Читайте нас: