+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2019, 13:19

Эльвина Кремль Шыршыһын күреп ҡыуанды

Республикабыҙҙың 114 уҡыусыһына Мәскәүҙә уҙған Кремль Шыршыһына барыу бәхете тейҙе. Әлеге Яңы йыл байрамына уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары саҡырыу алып ҡыуанғайны.

Был бәхетлеләр араһында баш ҡалабыҙҙың 21-се лицейында IV синыфта уҡыусы Эльвина Таһироваға ла бар. Башланғыс синыфта ғына белем алыуына ҡарамаҫтан, Бәләкәй фәндәр академияһында, Бөрөлә үткән «Өкөкәй», «Фән. Интеллект. Ижад – Башҡортостан», «Фән. Телдәр. Киләсәк» кеүек фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып өлгөргән.
– Беҙҙең синыфта шәп уҡыусылар бик күп. Мәҫәлән, Гриша үҙенең тикшеренеү эше менән Мәскәүҙә сығыш яһаны, Даша менән Азалиә инвалидтар йортондағы концертта ҡатнашты, Матвей менән Таисия математика, урыҫ теленән олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай, – ти ҡыҙ үҙенең синыфташтары менән дә ғорурланып.
Һәр яҡлап бөтә эштәрҙә уҡытыусыһы Елена Николаевна Лиханова ла ярҙам итә. Лицей директоры Солтан Рузил улы Баҙыҡов та Эльвинаның ҡыҙыҡһыныуҙарын хуплап, ҡулын һуҙырға әҙер тора.
– Декабрь башында уҡытыусым Елена Николаевна, яҡшы уҡығаның, фәнни-тикшеренеү эштәрендә призлы урындар яулағаным өсөн Мәскәүгә Кремль Шыршыһына бараһың, тигәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Әйтерһең дә, Ҡыш бабай минең хыялымды тормошҡа ашырған кеүек. Мәскәүҙе бик ныҡ күргем килә ине. Ошо көндән алып барыр көндө түҙемһеҙләнеп көтә башланым.
23 декабрь көндө беҙҙе Өфө районында урынлашҡан «Элемтәсе» лагерына алып килделәр. Бында Шыршы байрамына барыусыларға башҡорт флагы төҫөндә башлыҡ һәм шарфтар таратып бирҙеләр. Ә иртәгеһен самолётта Мәскәүгә остоҡ. Ике сәғәттә «Домодедово» аэропортына ла барып еттек. Унан автобустарҙа, «Снежная Королева. Зазеркалье» фильмын ҡарай-ҡарай, «Альфа» отеленә юлландыҡ. Бындай ерҙә булғаным юҡ ине, шуға миңә һәр нәмә ҡыҙыҡ һәм ғәҙәти булмаған һымаҡ ине. Ашханала тамаҡ ялғап алғас, Измайлов Кремленә киттек. Бында беҙ шарҙарҙы биҙәнек, иҫтәлеккә сувенирҙар һатып алдыҡ.
Ә 25 декабрь көндө Кремль Шыршыһы байрамында ҡатнаштыҡ. Тәүҙә йәнһүрәттәр ҡараныҡ, унан Яңы йыл тамашаһы башланды. Үҙебеҙҙәге кеүек Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан тыш, япон Ҡыш бабайын, Мәскәй әбей, Тимер алпамышалары һәм башҡаларҙы күрҙек. Әкиәт геройҙарының ниндәйҙәре генә юҡ ине! Байрам һуңында беҙгә Кремль рәүешендәге тәмлекәстәр йыйылмаһы бүләк иттеләр. Бик матур тәьҫораттар алып ҡайттым. Ҙурайғас та, был сәйәхәтем онотолмаҫ, хәтеремдә һаҡланыр, тип уйлайым, – ти ҡыҙ, Кремль Шыршыһы мәлдәрен күҙ алдына килтереп.
Читайте нас: