+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Ғинуар 2020, 12:36

Сысҡан, Сысҡан йылы килде!

2020 – Сысҡан (Ҡомаҡ) йылы. Ул 12 йыллыҡ астрологик циклды асып ебәрә. Йылдың стихияһы – тимер, был ныҡлыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек кәрәк тигәнде аңлата. Сысҡан бик һаҡсыл, уйлап ҡына эш итеүсән. Ике йөҙлөлөктө яратмай. Әйткәндәй, быйыл кәбисә йылы ла, йәғни февраль 29 көндән тора.Йондоҙнамәгә кемдер ышана, кемдер юҡ. Шулай ҙа алдағы йылда кемде нимә көткәне тураһында барыбер уҡығы, белге килә, эйе бит? Беҙ ҙә һеҙгә балалар йондоҙнамәһен тәҡдим итәбеҙ. Шуны онотмайыҡ: уңыш йылмаймаһа, еңеүҙәрҙе һәр ваҡыт үҙ тырышлығыбыҙ менән дә яуларға мөмкин. Яңы йыл матур яңылыҡтарға, тәьҫораттарға бай булһын!

Ҡуҙы йондоҙлоғонда тыуған малайҙар көслөләр менән бергә ярышып уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә ярата. Янында шәп дәғүәсеһе бар икән, ул үҙе үк алға ынтыласаҡ һәм еңеүһеҙ туҡтамаясаҡ.

Ә ҡыҙҙарға уңышһыҙлыҡтар тураһында әҙерәк уйлап, иғтибарҙарын күңеллерәк ваҡиғаларға, уй-хистәргә йүнәлтергә кәңәш ителә. Бәлки, тәүге ярты йыллыҡта бөтәһе лә һеҙгә ҡаршы кеүек тойолор, бер кемгә лә үпкәләмәҫкә тырышығыҙ, тиҙҙән барыһы ла һәйбәтләнәсәк.

Буға-малайҙар быйыл үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтәсәк. Улар тыныс, үҙ-үҙҙәренә ышана, көслө. Малайҙар менән һуғышып та бармайҙар, уның ҡарауы, үҙ-ара ыҙғышҡан балаларҙы яраштыра беләләр. Тағы теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһынып, шул өлкәлә һәйбәт һөҙөмтәгә ирешә алалар.

Ҡыҙҙар ҙа яҡшыға ынтыла. Белемдең мөһимлеген аңлап, уҡыуҙа нығыраҡ тырыша башлайҙар. Тел, әҙәбиәт, тарих, хоҡуҡ фәндәренә өҫтөнлөк бирәләр. Бейеү һәм музыкаға һәләттәре асыласаҡ. Эргә-тирәһендәгеләргә белемле булыу­ҙары менән тәьҫир итергә ынтылалар.

Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында тыуған шаян һәм әүҙем малайҙарға ата-әсәләренең иғтибары кәрәк. Был йыл «игеҙәктәр» өсөн бик мөһим. Улар һайлау алдында тора: ауыр, әммә дөрөҫ юлдан китергәме әллә еңеленән барып, хата яһар­ғамы? Алдағы тормоштары ошо һайлау­ҙарына бәйле булыуы бар.

Игеҙәк-ҡыҙҙар өсөн дә йыл хәл иткес булмаҡсы. Берәй йүнәлеш буйынса түңәрәктә шөғөлләнеп, камиллашырға, көслө теләк тыуһа, был ынтылышты юғалтмаҫҡа кәрәк. Киләсәктә үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса уңышҡа өлгәшәсәктәр.

Ҡыҫала. Был малайҙар ҙа үҫә, өлкәндәрсә фекер йөрөтә башлай. Ҡыҙыҡһыныуҙары күп төрлө, тик бер башлаған эште аҙағына тиклем алып барып еткерергә өйрәнергә кәрәк.

Ҡыҙҙарҙың иһә берәй тиҫтеренә ғашиҡ булыуы ихтимал, әммә тиҙҙән ул үҫмерҙең ҡылығы аптырата һәм хистәр ҙә һүнә. «Ҡыҫалалар»ҙың эс серҙәрен бүлешергә, хис-тойғоларын аңларға тырышырға кәрәк. Ҡаты бәрелмәгеҙ, улар бик нескә күңелле.

Арыҫлан-малайҙар көслө, ғорур, ҡыйыу булараҡ билдәле. Быйыл юмор тойғоһо ла өҫтәләсәк. Яңы дуҫтары күбәйәсәк. Теләһә ниндәй хәлдән дә еңел генә сығыу юлын таба беләләр.

Ҡыҙҙарҙың ижади һәләте асыла. Улар йыр, һүрәт төшөрөү менән мауыға, театр студияһына йөрөй башлауы бар. Өл­кәндәргә «арыҫлан»дың ҡыҙыҡһыныу­ҙарын хупларға ғына ҡала. Киләсәктә, бәлки, актриса, йырсы, рәссам булып китерҙәр.

Ҡыҙҙар йондоҙлоғонда тыуған малайҙар бик хисле булып китәсәк. Сәнғәт менән ҡыҙыҡһына башлайҙар, ижади һәләттәре асыла. Маҡсаттарына ынтылып, ҙур уңышҡа ирешеүҙәре мөмкин. «Ҡыҙ­ҙар»ға был юлында ҡамасауламағыҙ, киреһенсә, асылырға ярҙам итегеҙ, һәйбәт һөҙөмтә уларҙың үҙ баһаһын да күтәрәсәк.

Һылыуҡайҙар ҙа үҙгәреш кисерә. Үҙ-үҙҙәренә ышаныстары арта, һөйкөмлө булыуҙарын һиҙә башлайҙар. Икенсе ярты йыллыҡта алдарына театр студияһына, сәнғәт йәки музыка мәктәбенә яҙылыу кеүек маҡсаттар ҡуялар. Был өлкәлә улар үҫешәсәк.

Үлсәү-малайҙарҙың ҡыҙыҡһыныуҙары атай-әсәйҙәренең теләге менән тап килмәй. Баланы спорт секцияһына бирәләр, ә ул, мәҫәлән, музыка менән мауыға. Йылдың икенсе яртыһында үҙ-ара уртаҡлыҡ таба алырһығыҙ.

Үлсәү-ҡыҙҙар уҡытыусы, синыфташтары менән мөнәсәбәттәре насар булғанға, тиҙ генә ҡыҙып китеүсәнгә әйләнә. Уларға мәктәптә, балалар баҡсаһында күп нәмә оҡшамай. Йәйгә табан бөтәһе лә яйланасаҡ. Ҡыҙҙар спорт, бейеү йәки икенсе берәй шөғөл табып йыуанасаҡ.

Бәләкәй саяндар кешеләр менән күберәк аралаша, асығыраҡ була башлай. Был атай-әсәйҙәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттә лә ыңғай яҡтан сағыла. «Саяндар» ғаилә ҡаҙнаһы менән дә ҡыҙыҡһынып, үҙ өлөштәрен индереү тураһында уйлай башлай. Был теләген тормошҡа ашырырға ярҙам итергә кәрәк.

Ҡыҙҙарҙа ла ғаиләләре тарихына ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Бөтә туғандары менән аралашыу теләге арта. Улар ғаилә байрамдарында әүҙем ҡатнашалар. Йылдың икенсе яртыһында саян-ҡыҙҙар өйҙә ысын ярҙамсыға әйләнә: бешерергә лә, йыйыштырырға ла өйрәнәләр.

Уҡсы-малайҙар һәр ваҡыт үҙҙәрен матур эштәргә дәртләндереп торорлоҡ кешеләр менән танышырға тырыша. Быйыл да күп ваҡыттарын дуҫтары янында үткәрәләр, улар араһында саҡ ҡына өлкәнерәк, байыраҡтар ҙа бар. Дуҫтарҙан күреп, ҡиммәтле әйберҙәр ҙә алырға теләрҙәр. Ата-әсәһенә аҡсаның күктән яумағанын, дөрөҫ тотона белергә кәрәклеген аңлатырға тура килер.

Уҡсы-ҡыҙҙар матур әйберҙәр, ҡиммәтле бүләктәр яратһа ла, осондороп ебәрмәҫкә, уның алдына маҡсат ҡуйырға һәм шуға ирешһә генә теләгән нәмәһен алып бирергә мөмкин. Быйыл «уҡсылар»ҙың ғашиҡ булыуы ла көтөлә.

«Кәзәмөгөҙҙәр»гә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтергә һәм теләгенә ирешергә киң мөмкинлектәр асыла. Уҡыу, хатта ауыр мәсьәләләр сисеү ҙә улар өсөн ауыр түгел. Тик кемдеңдер нотоҡ уҡығанын, өйрәткәнен яратмаясаҡтар. Үҙеңә кәрәген генә иғтибарға алырға өйрәнергә кәрәк.

Был йондоҙлоҡта тыуған ҡыҙҙар өлкәндәрҙең ҡурсалауынан арынып, үҙҙәре мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә теләй. Уларға баҫым яһау киреһенсә йоғонто яһай, үҙҙәренсә генә эшләү теләген нығыта. «Кәзәмөгөҙҙәр»гә ирек бирергә мөмкин, әммә өлкәндәр кәңәштәре менән гел ярҙам итергә тейеш.

Һыуғояр-малайҙар тәүге ярты йыллыҡта моңһоу һәм уйсан була. Йәйгә табан, киреһенсә, күп аралашырға яраталар. Буш ваҡыттарын дуҫтары менән үткәрәсәктәр. Бер сара ла уларһыҙ уҙмай.

Ҡыҙҙар йыл башында тарҡаулығы, хатта йоҡосолоғо менән аптырата. Әммә йәйгә табан ныҡ әүҙемләшәләр. Әхирәттәре күбәйә. Косметикаға, модаға, биҙәүестәргә иғтибар итә башлайҙар.

Балыҡ-малайҙар үҙҙәрен ижад ҡыҙыҡһындырғанын һәм үҙенең сағыу гуманитарий икәнен аңлай. Уны теүәл фәндәргә ылыҡтырырға тырышһалар ҙа, барыбер бейеү, һүрәт төшөрөү, музыкаға тартыла. Ата-әсәһенә улдарының ынтылыштарын хупларға ғына ҡала.

Балыҡ-ҡыҙҙар йыл башында ғашиҡ була. Тиҫтеренә йәки берәй танылған актёр, музыкантҡа. Ул хыялдарға бирелеп, дәрес әҙерләү урынына телефонға текәлеп ултыра, яңы дуҫтары менән урамда йөрөй. Көҙгә табан ата-әсәһенә ҡәтғиерәк булып, был ҡыҙға күктән ергә төшөргә ярҙам итергә кәрәк.
Читайте нас: