+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март 2020, 13:20

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

Быйыл йәй республикабыҙҙа Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Бик күп илдәрҙән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Өфөләге 158-се башҡорт гимназияһында ошо ҙур ваҡиғаға һәм Туған телдәр көнөнә арналған матур сара уҙҙы.

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағындағы тарихи-мәҙәни үҙәктәр, йәкшәмбе мәктәптәре вәкилдәре килгәйне. Улар фойела үҙ халҡының рухи ҡиммәттәрен, мәҙәниәтен сағылдырған күргәҙмә ойошторҙо. Башҡорт, татар, мари, йәһүд, поляк, әрмән, украин һәм башҡа халыҡтарҙың кәсептәре, ҡул эштәре менән танышырға мөмкин ине. Оҫталыҡ дәрестәре, уйындар ҙа үткәр­ҙеләр.

Ә байрам концертында тамашасыларҙы Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, республика татарҙары конгресы етәксеһе Римма Үтәшева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, шағирә Лариса Абдуллина тәбрикләне. Башҡорт, татар, удмурт, белорус, латыш телдәрендә йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Мишкәнән Алексей Ибулаев мари волынкаһында уйнап, ошо музыка ҡоралы менән таныштырҙы. Архангелдан «Атболес» латыш өлгөлө фольклор ансамбле матур бейеү күрһәтте. Балтастан удмурттар килгәйне. Һәр сығыш үҙенсәлекле булды, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырҙы.

Республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу милләт вәкиле татыу йәшәй. Улар үҙҙәренең тарихын, мәҙәниәтен һаҡларға тырыша. Бөтә донъя фольклориадаһы менән бәйле квест уйыны ла бик ҡыҙыҡлы үтте. Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе – «Белемеңде тикшер», татар йәкшәмбе мәктәбе – «Милли йола», мариҙар – «Уйнап алайыҡ әле», поляктар – «Боронғо атрибуттар», әрмән йәкшәмбе мәктәбе – «Беҙҙең таланттар», йәһүд йәкшәмбе мәктәбе «Мейе штурмы» тигән темаларға бағышланған уйын-тамаша әҙерләгәйне.
Читайте нас: