-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март 2020, 13:29

Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең!

Рәсимә Фәйзулла ҡыҙын Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге респуб­лика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында хеҙмәттәштәре яра­тып, «беҙҙең бал ҡортобоҙ» тип йөрөтә.

Ысынлап та, уның шул тиклем эшһөйәр, тырышлығына хайран ҡалырлыҡ. Әле рәссам-уҡытыусы белем усағында балаларҙы һүрәт, живопись, композиция, граттаж серҙәренә төшөндөрһөнмө, әле үҙенең ижади эштәренән шәхсән күргәҙмәһен ойошторһонмо – барыһына ла өлгөрә.

Яңыраҡ уның рәссамдар союзының Бәләкәй күргәҙмә залында ойошторолған «Рәссам ҡарашы» тип исемләнгән күргәҙмәһендә булырға тура килгәйне. Бында Рәсимә Сәлихованың төрлө алымдар менән башҡарған эштәрен ҡарап һоҡландыҡ. Ул үҙен акварель буяуҙар оҫтаһы итеп кенә танытмай, туҡыма, гелле ручка, графика буйынса ла уңышлы эшләүен күр­һәтте.

– Юғары кимәлдәге үҙ эшенең оҫтаһы ул. Ҡыйыу тотоноп, төрлө буяуҙар менән эш итә белә. Картиналарының исеме лә бик үҙенсәлекле аталған. Мәҫәлән, «Яҙ-әсәй». Уның төп нигеҙендә тәрән мәғәнәгә эйә булған композиция ята. Күргәҙмәлә Рәсимә Фәйзулла ҡыҙының биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса ла оҫта булыуын күрҙек, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әмир Мәжитов.

Буяуҙар, ҡылҡәләм менән эш итеү һәләте Рәсимә Сәлиховаға тәбиғәттән бирелгән. Ул үҙен белә-белгәндән һүрәт төшөрөү менән мауыға.

– Әлегеләй хәтеремдә: балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта төштән һуң башҡа балалар иҙрәп йоҡлай, ә мин гел генә төрлө конкурстарға һүрәттәр яһап ултыра инем. Бер саҡ буяуҙар менән ямғыр тамсыһын төшөргәнем ап-асыҡ күҙ алдымда, – ти ул, бала саҡ йылдарына әйләнеп ҡайтып.

Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Озёрск ҡалаһынан булған Рәсимә Фәйзулла ҡыҙы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлағандан һуң, яҙмыш ҡушыуы буйынса Өфө ҡалаһында тороп ҡала һәм быға һис тә үкенмәй. 2001 йылдан башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы бөйөк рәссам Ҡасим Дәүләткилдеев исемен йөрөткән интернат-гимназияла эшләй башлай.

– Бындағы мөхиттә уҡытып, ижад итмәйенсә мөмкин түгел. Беҙгә Ҡасим Дәүләткилдеев рухы үҙе шулай ҡушҡан кеүек. Илһамланып эшкә киләм, ҡанатланып өйгә ҡайтам. Юлда йөрөгәндә төрлө-төрлө композицияларҙы эшләү уйы килә. Уларҙы күңелемә һалып ҡуям да ял көндәрендә өйҙәге бөтә эш-мәшәҡәттәремде тамамлағас, 2 – 3 сәғәткә баш көллө ижад донъяһына сумам. Яҡындарым үҙемде аңлап, белеп тора. Шуға был ваҡытта миңә бер кем дә ҡамасауламай. Арып тал­ғансы яңы картиналарым өҫтөндә эшләйем, – ти ул.

Рәсимә Сәлихованы уҡыусылары ла бик яратыуын, хөрмәт итеүен әйтеп китмәйенсә булмай. Ҡыҙҙар уны үҙ әхирәттәрендәй күреп, серҙәрен һөйләй, уҡыуҙы тамамлағас та үҙен онотмайҙар, килеп хәлдәрен белешеп торалар, байрам менән ҡотлайҙар. Күргәҙмә мәлендә быға үҙебеҙгә лә шаһит булырға тура килгәйне. Унда берәүһе ҡотлау һүҙен әйтеп: «Рәсимә Фәйзулла ҡыҙының уҡыусыһы булыуым менән бәхетлемен», – тип белдергәйне. Ошондай оло йөрәкле уҡытыусылар күберәк булһын ине! Беҙ уны Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап, ижад даръя­һында йөҙөп ижад итеүен, уҡыусылары һөйөндөрөп тороуын теләйбеҙ.
Читайте нас: