+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Апрель 2020, 13:07

Дәресте республика Башлығы үҙе үткәрҙе

Уҡыу йылының һуңғы сиреге башланды. Ул күптәр өсөн бик тулҡынландырғыс та булғандыр. Ни өсөн тигәндә, республикабыҙҙың барлыҡ 1 мең 318 мәктәбе лә үҙизоляция шарттарында бығаса таныш булмаған дистанцион уҡыуға күсте.

Бындай алым – коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн күрелгән иҫкәртеү сараларының береһе. Шулай итеп, 450 меңдән ашыу бала өйҙә белем алырға мәжбүр булды. Уларҙы уҡытыу дүрт төргә бүленгән: онлайн-дәрестәр, электрон кейстарҙы ҡулланыу, ҡағыҙҙағы эштәрҙе үтәп тапшырыу, дежур төркөмдәрҙә белем алыу. Йорттағы шарттарға ҡарап, атай-әсәйҙәр уларҙы үҙҙәре һайлаған.

Дүртенсе сиректең тәүге дәресен республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Ул үҙенең сығышында сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн борсолоуын белдерҙе, әлеге осор геройҙар мәле булыуы хаҡында һүҙ алып барҙы.

– Был – беҙҙең өсөн беренсе, әйтергә кәрәк, бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта бик ҡатмарлы тәжрибә. Белем алыу өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыштыҡ. Бөгөн бик күп нәмә һеҙҙән тора. Киләсәгегеҙ яңы форматта белем алыуға яуап­лы ҡарашығыҙға ла бәйле. Әле – геройҙар мәле. Батырлыҡты дәлилләү өсөн ысын кеше булып ҡалыуығыҙ һәм яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға ярҙам итеүегеҙ кәрәк. Бик күп йылдар үткәс, үҙегеҙ атай-әсәй булғас, оло ғорурлыҡ менән ошо ваҡыт, үҙегеҙҙең яуаплылыҡ тураһында һөйләрлек булһын, – тине ул.

Республика етәксеһенең телмәре «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Россия-Баш­корт­остан 24», «Вся Уфа» һәм «ЮТВ» телеканалдарынан күрһәтелде. Күренекле шәхестәр менән ошондай онлайн-дәрестәр алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк әле.

Әйткәндәй, дистанцион уҡыу­ҙар башланыу менән ошо алда һанап үтелгән телеканалдарҙа беренсе синыфтар өсөн әҙәби уҡыу, урыҫ теле, математика, тирә-яғыбыҙҙағы донъя, рәсем, технология, йыр буйынса теледәрестәр ҙә уҙғарыла башланы.

– Интернетта ултырғансы зәңгәр экрандарҙан ғына ҡарап уҡыу бик уңайлы, – ти беренселәрҙең атай-әсәйҙәре. Баш ҡалабыҙҙың 49-сы мәктәбендә белем алыу­сылар ошо юл менән уҡый башлаған.

Зөлфиә ҒӘЛИЙӘНОВА, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы директоры:

– Дистанцион уҡыу – балалар өсөн дә, беҙҙең өсөн дә яңылыҡ. Быға уҡытыусылар коллективы бик ентекле әҙерләнде. Гимназиябыҙҙың рәсми сайтында уҡыу­сыларға, уҡытыусыларға, атай-әсәйҙәргә кәңәштәр ҙә бирелгән. Дистанцион уҡытыуҙа «Учи.ру», «ЯКласс», «Рәсәй электрон мәктәбе» һәм башҡа платформаларҙы ҡулланып эшләйәсәкбеҙ. III «Б» һәм III «В» синыфтары aiteacher.ru платформаһында апробация үтәсәк. Барлыҡ уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эше электрон журнал, zoom программаһы, электрон почта, ватсап аша алып барыласаҡ.

Гөлмирә БИКБУЛАТОВА, Туймазы ҡалаһындағы 6-сы мәктәп уҡытыусыһы:

– Мин «Learningapss» платформаһын һайланым. Бында дүрт йыл эшләйем. Балаларға оҡшай. Хатта дәрескә тиклем эшләп ҡараған ваҡытта ла атай-әсәйҙәр, эштәре ҡыҙыҡлы, эшләүе күңелле, тип маҡтаны.

Гөлназ НАЗАРОВА, Хәйбулла районы Татырүҙәк мәктәбе уҡытыусыһы:

– «Бәйләнештә» селтәрендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн айырым төркөм булдырылды. Аҙна буйына уҡыусылар, ата-әсәләр менән төрлө уҡыу платформалары аша эшләп ҡараныҡ. Ауыр һымаҡ тойолһа ла, балалар эштәрҙе еңел башҡара. Урыҫ төркөмөндә уҡыусылар өсөн «Интерактив башҡорт теле» проектын ҡулланабыҙ.

Айгөл ИГЕЛЕКОВА, Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы:

– Мин Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ сайтындағы башҡорт телен дистанцион өйрәнеү халыҡ-ара системаһы буйынса ла уҡытам. Рәхмәт хеҙмәттәштәргә, балалар менән рәхәтләнеп эшләйбеҙ. Бында уҡыусыларҙың эш һөҙөмтәһе лә күренә. Өйгә эште лә ошо сайттан уҡ бирергә, проект эштәрен дә башҡарырға була.

Гөлдәриә БАЙМЫРҘИНА, Хәйбулла районы, Татырүҙәк мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы:

– Дистанцион уҡыуға бер аҙна буйы әҙерләндек. Төрлө сайттар­ҙа, платформаларҙа теркәлдек. Онлайн-дәрестәр бары тик 30 минут ҡына бара, миңә, сығарылыш синыф уҡыусыһына, был ваҡыт аҙыраҡ, әлбиттә. Әммә уҡытыусылар кейс-технологиялар ярҙамында теманы тулыһынса беҙгә аңлатып өлгөрә алды. Консультациялар ҙа дистанцион рәүештә үткәрелә. Уларҙың барышында уҡытыусылар онлайн-конференцияға сыға һәм электрон вариантта эштәр башҡарабыҙ.

Розалиә СУРАҒОЛОВА, Өфөләге 82-се гимназияның II «В» синыфы уҡыусыһы:

– Былай уҡыу бер ҙә оҡшамай, мәктәптә яҡшыраҡ аңлаталар. Уҡытыусылар, дуҫтарым, ашхананың тәмле аштары һағындыра.

Нуриман БИЛАЛОВ, Хәйбулла районының Татырүҙәк мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы:

– Дистанцион уҡыуҙың беренсе көнө миңә бик оҡшаны. Республика Башлығы Радий Хәбировтың сығышын тыңлағандан һуң, тәрән уйға ҡалдым. Мәктәптә дуҫ-иштәрем, синыфташтарым, уҡытыусыларым менән күңелле булған икән. Өйҙә ултырып, дистанцион уҡыуы еңелдән түгел.

Алда көткән имтихандарыбыҙ борсоуға һала. Шулай ҙа мин үҙемде ҡулға алып, буласаҡ һынауҙарға ныҡлап әҙерләнергә тырышам. Оҙаҡламай бөтә донъяға таралған, илгә килгән афәт бөтөр, һәр уҡыусы үҙенең мәктәбенә ашҡынып барып, уҡыуын дауам итер, тип ышанам. Дистанцион уҡыу барышында һәр яҡлап ярҙам күрһәткән, терәк булып торған атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма оло рәхмәтемде белдерәм.
Читайте нас: