– Тәүҙә Компас-3D-v17 буйынса мәғлүмәтле курсымды бушлай үтергә
https://stepik.org/course/63060/promo тәҡдим итәм. Ул компас ҡына түгел, лазер һәм фрезерлы станоктар, 3D модель әҙерләү өсөн башҡа программалар буйынса ла. Проектлау, электроника һәм проекттар буйынса минең ютуб-каналымды
https://www.youtube.com/c/GermanNanoengineer ҡарай алаһығыҙ. Бында миңә 300-гә яҡын кеше яҙылған. Белем биреү буйынса хеҙмәттәшлек итергә, бушлай лекциялар уҡырға әҙермен. Минең бындай тәжрибәм бар инде. 3D технологиялар
https://www.youtube.com/watch?v=pYz8orju7cc&feature=youtu.be һәм квадрокоптерҙар буйынса
https://www.youtube.com/watch?v=yFWZMMkCCWM&feature=youtu.be оҫталыҡ дәрестәре алып барҙым. Яңыраҡ робот техникаһынан онлайн-уҡыу ойошторҙом. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе уҡыусылар өсөн фәнни-техник төркөмөмдө
https://vk.com/nanoengineer2035 һәм техник ярҙамы булған сайтымды
http://germannanoengineer.tilda.ws/ булдырҙым. Бында теләгән кеше инеп, белем биреү материалдарын үҙләштерә ала, – ти егет, теләүселәрҙе файҙалы фәндәрҙе өйрәнергә саҡырып.