-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Май 2020, 14:22

Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша, һау бул инде, тыуған оябыҙ

Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы – республикабыҙҙа өлгөлө белем усаҡтарының береһе. Өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә 1 миллионлыҡ грант эйәһе, «Матур мәктәп» Бөтә Рәсәй конкурсы, «Электрон мәктәп» икен­се республика форумы еңеүсеһе, «Рәсәй Федерацияһында иң яҡшы 200 ауыл мәктәбе» исемлегенә инеүсе... Был лицей Сафура Суфияно­ва, Гөлфиә Юнысова, Хәмит Мәүлийәров, Илшат Фәйзрахманов, Светлана Хәкимовалар кеүек республикабыҙға билдәле күп күренекле шәхестәр тәрбиәләп сығарған. Улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланалар.


Директор Римма Миҙехәт ҡыҙы Дәүләткирәева әйтеүенсә, әлеге мәлдә лицейҙа 950 бала дистанцион белем ала, барлығы 30 ауылдан уҡыусылар йы­йылған, күптәре – яҡын-тирәнән. 110 урынға иҫәпләнгән интернаттары ла бар.

– Беҙҙең лицей базаһында «Ҡанатлан!» мәғариф проектына ярашлы «Интерактив башҡорт теле», «Спорт менән дуҫлаш», «Сәләмәт йылмайыу» модулдәре тормошҡа ашырыла. Башҡорт теленән электрон түңәрәгебеҙ ҙә бар. Был йүнәлештә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән ныҡлы бәйләнеш булдырғанбыҙ.

Быйылғы уҡыу йылында «Мә­ғариф» милли проектының «Һанлы белем биреү мөхите» төбәк проектына индек. Шул айҡанлы 2 миллион һумға интерактив ҡоролмалар алдыҡ. Беҙ быны үҙ эшебеҙҙә әүҙем ҡулланабыҙ. Уларҙан тыш, иртә һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән «Киләсәккә билет» проектында ҡатнаштыҡ. Лицейыбыҙҙа эшләп килгән спорт йүнәлешендә «Сәләмәт быуын – сәләмәт төбәк» республика проекты ла бик ҡыҙыҡлы. Быйыл дүртенсе синыфтар унда ҡатнашыуҙарын тамамлай. Һәйбәт һөҙөмтәләре менән ҡыуандырҙы улар. Синыфта бөтәһенең ГТО билдәләре бар, – тип быйылғы уҡыу йылы ҡыуаныстары менән уртаҡлашты лицей директоры.

Белем усағының Урыҫ география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙар ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙәре лә иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, «Мәктәп тупһаһынан – эшҡыуарлыҡ» проекты ғәмәлгә ашырылған. Бында уҡыусылар нимә менән шөғөлләнә, ниндәй йүнәлештә эш аса алыуҙары хаҡында проекттар башҡарып ҡараған. Сығарылыш синыф уҡыусыһы Гөлназ Әҡбәрованың фәнни хеҙмәте иң уңышлыһы тип табылып, еңеүсе булған.

Быйыл Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейын 40 уҡыусы тамамлай. Ун беренселәр араһында тырыш, һәр эшкә яуаплы ҡараған, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар күп булыуын да белдек. Уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Лилиә Сабит ҡыҙы Шириязданова уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән, миҙалға дәғүә иткән Эдуард Ғилманшин, Алтынай Сәләмова, Әлиә Хөсәйенова, Нарис Фәйезов, Камил Мирсаяпов, Айгөл Йыһаншина, Алгиз Гәрәев, Камилла Исмәғилева, Марсель Хәйруллин, Рус­лан Ғәлиев, Аделина Тазетдиновалар­ҙың исемдәрен маҡтап телгә алды. Илнур Шафиҡов, Илнара Әғзәмова спорт яғынан шәп булһа, Юлиә Ниғмәтуллина, Снежана Миңлеғолова, Розалиә Йәм­ғорова, Карина Йәһүҙиналар ҙа һәр яҡлап өлгөлө. Полина Хәзиева – лицейҙа уҡыусылар советы рәйесе, сараларҙы оҫта ойоштороусы. Ҡыҙ ирекмәнлек эше менән дә әүҙем шөғөлләнә. Алгиз Гәрәев гитарала оҫта уйнай, матур йырлай. Төрлө сараларҙа сығыш яһай.

Әйткәндәй, шул уҡ Алгиз, мәҫәлән, «Фәнгә старт» халыҡ-ара фәнни-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсында өс номинацияла – «Тыуған яҡты өйрәнеү», «Әҙәбиәт», «Урыҫ теле һәм әҙәбиәте»ндә, Эдуард Ғилманшин Волга буйы федераль округы интеллектуаль олимпиадаһының республика этабында «Уйлап табыусылар мәсьәләләрен сисеү» йүнәлешендә призёр булыу бәхетенә ирешкән. Әлиә Хөсәйенованың биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында бер ҙә һынатҡаны юҡ. Медицина университетында уҡып, киләсәктә табип булырға хыялланған ҡыҙ өс йыл рәттән призёрҙар рәтенә ингән.

– Йыл һайын сығарылыш синыф уҡыусыларыбыҙҙың уҡырға инеү кимәле 90 проценттан юғары. Күбеһе БДМУ, ӨДНТУ, ӨДАТУ-ла юғары белем алырға теләй. Был юғары уҡыу йорттарын һайлауҙары ошо йүнәлеш буйынса уҡыуҙары менән бәйле. Беҙҙә белем алыу физика-математика, химия-биология, социаль-иҡтисад буйынса алып барыла. Йүнәлешле уҡыуға әҙерлек етенсе синыфтан башланып, уҡыусылар математика, физика, информатика, биология, химияны тәрәнәйтеп өйрәнә. Шуға ҡыҙҙар һәм егеттәргә юғары синыфтарҙа уҡыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.

Лицей уҡытыусылары ла бик тәжрибәле, күптәре – республика уҡыу фәндәре комиссиялары ағзалары. Улар дәүләт йомғаҡлау аттестацияларына әҙерлекте юғары кимәлдә алып барып, өҫтәмә дәрестәр, консультациялар үткәрә, – тип һөйләне беҙгә Римма Миҙехәт ҡыҙы.

Алда ун беренселәрҙе оло һынауҙар көтә. Уларҙы үтеп, сығарылыш синыф уҡыусыларының уй-маҡсаттарына ирешеүҙәрен, күренекле яҡташтары кеүек лайыҡлы кешеләр булып китеүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: