-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Июнь 2020, 13:00

Имтихандарға ауылда әҙерләнәләр

Лиана Юнысова, Рәлиә Сурина һәм Фәһим Ҡырғыҙбаевтар – өсөһө лә Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының сығарылыш синыфы уҡыусылары. Улар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңлап, әле тыуған яҡтарында Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеп йөрөйҙәр. Лиана Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан булһа, ә Рәлиә менән Фәһим – Бәләкәй Арыҫланғолдан.

– Гимназияла үткәргән биш йыл тормошом минең өсөн иң ҡыҙыҡлыһы, иҫтәлеклеһе, онотолмаҫы булып ҡаласаҡ. Бында күп нәмәгә өйрәндем, ныҡлы белем алдым. Ауыр саҡта эргәбеҙҙә икенсе әсәй урынында гел дә тәрбиәсебеҙ һәм синыф етәксебеҙ булды. Беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙҙылар, үҙҙәренең балалары һымаҡ яраттылар.

Хәҙерге ваҡытта имтихандар­ҙы яҡшы ғына тапшырып, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә хыялланып йөрөйөм, – тип белдерҙе Лиана Юнысова.

Әйткәндәй, Рәлиә Сурина менән яҡын әхирәттәр икән улар. Ҡыҙҙар икеһе лә XI «Е» синыфын тамамлай.

– Синыфыбыҙҙа 22 уҡыусы, үҙ-ара татыубыҙ. Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралғас, ныҡ ҡыйын булды, – ти Рәлиә. – Синыфташтар, тәрбиәсебеҙ Фәннүрә Әбделғәзе ҡыҙы Бәхтигәрәева, синыф етәксебеҙ Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева, уҡытыусыларыбыҙ, гимназиябыҙ һағындырҙы. Яҡын әхирәттәрем Алһыу Зарипова, Лиана Юнысова һәм Таңсулпан Сәғитовалар менән тиҙерәк осрашҡым килә.

Рәлиәне бизнес, информатика ҡыҙыҡһындыра икән. Юғары белемде ошо йүнәлеш буйынса алырға уйлай.

– Ҡыҙыбыҙ өйҙә ярҙам итергә лә өлгөрә. Мин эштә саҡта һауыт-һабаны ла, иҙәнде лә йыуып ҡуя, ҡош-ҡорттарҙы ҡарай, – тип маҡтай үҙен әсәһе Розалиә Хөббулла ҡыҙы.

– Беҙҙең уртансы улыбыҙ Илназ да ошо гимназияла белем алғайны, бына хәҙер Рәлиә ун беренсене тамамлай. Тик ҡыҙыбыҙҙың һуңғы ҡыңғырау сыңын ситтән тороп ишетеүе генә үкенесле. Бынау коронавирус ҡамасауланы бит, – тип һүҙгә ҡушылды атаһы Мөхтәр Зәкәриә улы ла.

Фәһим Ҡырғыҙбаев гимназияның XI «Д» синыфында уҡыны. Тәрбиәсеһе – Гөлшат Нуриәхмәт ҡыҙы Үтәева, синыф етәксеһе – Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы Рамаҙанова.

– Мин гимназияға һигеҙенсегә уҡырға барғайным, – тип һөйләне ул. – Белем алып ҡына ҡалманым, ҡурайҙа, гитарала уйнарға ла өйрәндем. Уҡыған сағымда Дим Баймырҙин, Салауат Ғибәтовтар менән дуҫ булдым. Гәзит аша уларға сәләмемде юллайым.

– Имтихандарға әҙерләнеп буламы? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Эйе. Мотлаҡ һаналған урыҫ теле һәм математиканан тыш, физика менән химиянан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡмын. Гимназиянан уҡытыусылар менән бәйләнештәбеҙ, көн һайын тиерлек консультациялар булып тора.

– Ә интернет бәйләнеше нисек? – тип тә һорайбыҙ.

– Һәйбәт. Төпкөлдә, иң алыҫ районда йәшәһәк тә, интернет бәйләнешенә зарланған юҡ. Үҙем дә уҡытыусы булғас, Әбеш мәктәбендә уҡыусыларым өсөн онлайн-дәрес алып барҙым. Кинйә улыбыҙ Инсаф та бишенсе синыфты өйҙә ултырып уҡып тамамланы. Өсөбөҙ өс урында шөғөлләндек, – тип улы өсөн әсәһе Айгөл Сәғәҙи ҡыҙы яуапланы.

Фәһимдең нефть-техник университетына уҡырға инергә әҙерләнеүен белдек. Ағаһы Азамат та 1-се интернат-гимназияны тамамлап, техник фәндәр буйынса юғары белем алған. Унан өлгө ала инде ҡустыһы.

Лиана, Рәлиә һәм Фәһим Өфөлә уҡыһа ла, имтихандарға тыуған ауылдарында әҙерләнә. Уларға уңыштар теләйек. Беренселәр һәр ҡайҙа ла беренсе икәнен онотмаһындар!


М. СӘЙЕТОВ.
Хәйбулла районы.

Читайте нас: