+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Июль 2020, 14:18

Америка буйлап

Фәниҙә ИСХАҠОВА – «Йәншишмә» («Башҡортостан пионеры») гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе. Ул Учалы районының Әй-Көсөк ауылында тыуып үҫкән. Тиҫтәгә яҡын китаптар, шул иҫәптән биш роман, байтаҡ хикәйәләр, повестар, поэмалар авторы. Яҙыусының балалар өсөн яҙылған ундан ашыу мауыҡтырғыс повестары «Йәншишмә» гәзитендә һәм «Аманат» журналында донъя күрҙе, шулай уҡ айырым китап булып баҫылып сыҡты. Быйыл июль айында әҙибә үҙенең матур юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы беҙ уның «Йәншишмә» гәзите өсөн махсус әҙерләнгән Америка ҡалалары һәм тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡындағы мәҡәләләр серияһын баҫа башлайбыҙ.


Нью-Йорк ҡалаһы
Американың баш ҡалаһы булып Вашингтон торһа ла, Нью-Йорк был илдең йөрәгелер, моғайын. Уны тәүләп күрһәк тә, был ҡала барыбер таныш кеүек тойолдо. Сәбәбен бер аҙҙан ғына аңланым. Ул һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булғанға шулай тойола икән дә. Бөтә донъя буйлап таралған исеме билдәле телекомпаниялар селтәрҙәре генә түгел, Голливуд та Нью-Йоркты һәм уның урамдарын экранға төшөрөргә ярата. Бындағы үҙәк урамдарҙың, шулай уҡ иҫтәлекле урындарҙың һәм архитектура ҡо­мартҡыларының нәфис фильм­дарҙа тиҫтәләгән тапҡыр сағылғанына шикләнмәҫкә мөмкин.
Нью-Йорк менән танышыуҙы беҙ Бруклиндан башланыҡ. Ул – бындағы биш райондың береһе. Бруклин ҡасандыр айырым ҡала булған һәм XIX быуат аҙағында Нью-Йорктың составына ингән. Әлеге көндә бында 2 миллион ярым самаһы кеше йәшәй. Ҡайһылыр яғы менән Өфөнөң Черниковка биҫтәһен бик хәтерләтә. Беҙҙәге биҫтәнең дә ҡасандыр айырым ҡала булғанлығын иҫтә тотҡанда, был ассоциация үтә урынлы. Бруклин элек-электән эшселәр районы һаналған, бында завод-фабрикалар байтаҡ. Тик күп Америка ҡалаларына хас булған тыш­ҡы эффектлылыҡ бында бик самалы.
Бруклиндың көньяғындағы асыҡ океан ярында Брайтон-Бич урынлашҡан. Уны Бәләкәй Одесса тип тә йөрөтәләр. Ошо тирәлә оҙағыраҡ булһаң, үҙеңдең Америка территорияһында икәнлегеңде лә оноторға мөмкин, тап Рәсәйҙә йөрөп ятҡан кеүек­һең. Кафе-рес­торандарҙа, магазин тыштарында урыҫса яҙыуҙар, эргә-тирәләге халыҡ тик беҙҙеңсә генә һөйләшә. Бында урыҫ телендә эшләүсе радиостанциялар, телестудиялар, гәзит редакциялары, мәктәптәр һәм мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн ойошмалар байтаҡ.
Манхэттен – Нью-Йорктың визит карточкаһы. Ул был ҡаланың биш тер­риториаль берәмегенең береһе һаналһа ла, күптән инде «беренселек пальмаһы»н үҙенә эләктереп алған һәм береһенә бирергә лә йыйынмай. Дөйөм ал­ғанда, Нью-Йорктың үҙендә 8 миллион 500 мең кеше йәшәй, шуның 1 миллион 600 меңе – Манхэттенда. Ул – туннелдәр һәм күпер­ҙәр ярҙамында материк менән тоташҡан айырым утрау, майҙаны 60 квадрат километрҙы тәшкил итә.
Манхэттен буйлап йәйәүләп йөрөп, ниҙер ҡарар­ға тырышыу уны бар масштабында күрергә мөмкинлек бирмәйәсәк. Иң урынлыһы – автобус туры мөмкинлектәрен файҙаланыу. Ике ҡатлы һәм өҫтө асыҡ экскурсия автобустарының маршрутында бөтә билдәле йорттар эргәһенән дә үтеү ҡаралған. Ләкин был экскурсия өсөн өс сәғәт самаһы ваҡыт иҫәпләргә кәрәк. Сәғәт ярымлыҡ тур ҙа бар, унда Манхэттендың башлыса көньяҡ өлөшө менән таныштыралар. Ләкин был барыбер тулы картина бирмәйәсәк.
Манхэттен Downtown, Middletown һәм Uptown (үҙәк, урта һәм өҫкө ҡалалар) тип аталған өс өлөштән тора. Күп туристар көньяҡ өлөштә урынлашҡан Downtownдан башлай. Бында атаҡлы Бродвей – Манхэттендағы иң ҙур урам урынлашҡан. Көньяҡтан төньяҡҡа диагональ буйынса һуҙылған Бродвей – Down­townдың үҙәге, унда бик күп магазиндар, банктар, һатыу үҙәктәре һәм театр­ҙар бар. Тарихи урындар һәм архитектура ҡомартҡылары ла бында бихисап.
Ә былай дөйөм алғанда, Манхэттенда йүнәлеште еңел табырға мөмкин. Сөнки кварталдарҙың (авеню) иҫәп һандары – 1-ҙән 16-ға тиклем көнбайыштан көнсығышҡа, ә урамдар­ҙың һандары көньяҡтан төньяҡҡа арта бара. Һүҙ ыңғайында шуны әйтеү урынлы булыр: был күп Америка ҡалалары өсөн хас. Бер ҡаланың үҙенсәлеген аңлаһаң, икенсеһендә йүнәлеште табыуы әллә ни ҡыйын түгел.
Манхэттенға эләккән турист Эмпайр-стейт-бил­динг­ҡа барыуҙы үҙенең бурысы һанай. Бының серенә башняның башына менгәс кенә төшөнөргә мөмкин. Был йорт күптәргә «Кинг-Конг» фильмы буйынса таныш. Ундағы төп ролде баш­ҡарған ғәләмәт ҙур маймылдың башня башында бәүелеп торған мәлен хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле. Ана шул була инде Эмпайр-стейт-билдинг.
Уның бейеклеге – 443 метр. 1931 йылда 10 миллион кирбестән төҙөлгән был йорт бейеклеге һәм үҙенсәлеге буйынса оҙаҡ ваҡыттар тиңдәш­һеҙ архитектура ҡо­март­ҡыһы булараҡ һаналды. Уның каркасын төҙөү өсөн 55 мең тонна ҡорос ҡулланылған, ә тәҙрәләр һаны – 6 мең ярымдан күберәк. Башняның өҫкө ҡаттарынан тирә-яҡҡа күҙ һал­һаң, ғәжәйеп панорама асыла. Бынан бөтә Манхэттен бейек-бейек, күккә ашҡан йорттары менән ус төбөндәге шикелле күренеп, йәйрәп ята.
Туристарҙы башняның 86-сы ҡатындағы күҙәтеү май­ҙансығына үткәрәләр. Уға беҙ тиҙ йөрөүсе лифттарҙа мендек. Бында сама менән 15 – 20 кеше һыя ала. Тиҙлек, ысынлап та, бик юғары – 9 ҡатҡа күтәрелгән шикелле генә тойолдо. Өҫкә баҫҡыстар буйлап йәйәү ҙә менергә мөмкин. Унда 1 мең 860 баҫҡыс булғанлығын әллә ҡасан инде һанап ҡуй­ғандар.
Төҙөлгән мәлендә бейеклеге буйынса Эмпайр-стейт-билдингҡа конкуренттар тирә-яҡта бөтөнләй булмаған. Ваҡыт үтеү менән Манхэттендың ҡай­һы бер йорттары был күр­һәткес буйынса уны уҙып киткән. Ләкин был башняға халыҡ ағылыуын да­уам итә.
Нью-Йорктың символы – Азатлыҡ статуяһы. Һүрәттәргә ҡараһаң һәм фильмдар буйынса фекер йөрөтһәң, ул тау башында торған кеүек. Ләкин был дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Азатлыҡ статуяһы монументы ҙур булмаған айырым бер утрауҙы биләй. Уның элекке исеме – Бедлау, 1956 йылдан алып уны Liberty Island – Азатлыҡ утрауы тип йөрөтәләр. Ул Манхэттендан 3 саҡрым самаһы алыҫлыҡта ята.
Статуяның бейеклеге – 46 метр, ә пьедесталы менән бергә иҫәпләгәндә 93 метрға тиклем етә. Ул үҙе ҡорос һәм баҡырҙан ҡойолған, пьедестал иһә цементтан төҙөлгән. Бында барлығы 27 мең тонна цемент ҡулланылған, ә һәйкәлдең үҙен төҙөү өсөн 125 тонна ҡорос һәм 31 тонна баҡыр кәрәккән. Статуяның фирүзә йәшел төҫөндә булыуының сере бик ябай – ваҡыт үтеү менән баҡыр шундай ҡиәфәткә ингән. Ирек алиһәһе уң ҡулына факел тотҡан, ә һул яғында «1776 йыл­дың 4 июле» тигән латинса яҙыу бар (Бойондороҡ­һоҙлоҡ декларацияһына ҡул ҡуйылған көн). Ста­туя бер аяғы менән өҙөлгән бығау­ҙарҙың өҫтөнә баҫҡан. Уның тажына тиклем менәм тиһәң, барлығы 354 баҫҡысты үтергә кәрәк, ә пьедесталдың өҫкө яғына тиклем иһә 192 баҫҡыс илтә. Таждың үҙендә – барлығы 25 тәҙрә. Уның ете уғы донъялағы ете континентты һәм ете диңгеҙҙе символлаштыра.
Азатлыҡ статуяһы – француз граждандарының Бойондороҡһоҙлоҡ революцияһының йөҙ йыллығына Америкаға бүләге ул. Ошо билдәле датаға уны өлгөртә алмайҙар. Ун йылға һуңлап булһа ла (1886 йылда), үҙенә тәғәйен урынын биләгән был һәйкәл бик тиҙҙән Нью-Йорк ҡалаһының символына әүерелә. Париждың Эйфель башняһын төҙөгән Гюстав Эйфелдең Азатлыҡ статуяһы авторҙарының береһе икәнен дә әйтеп үтеү урынлы булыр.
Һәйкәлдең пьедестал өлөшөн американдар төҙөгән, өҫкө яғы иһә – тулыһынса француз инженерҙарының ижад емеше. Пьедестал өлөшөндә музей урынлашҡан. Унда статуя менән бәйле күп ҡыҙыҡлы материалдар менән танышырға мөмкин. Музейға лифтта күтәрелергә мөмкин. Ә инде статуяның эсе шул рәүешле итеп проект­ланған – унда инеп, таждың үҙенә тиклем текә баҫҡыстар буйлап менергә була. Бындағы 25 тәҙрәнән Нью-Йорк гаваненә иҫ киткес матур панорама асыла.
Азатлыҡ утрауы ыҡсым ғына. Унда барыһы ла статуяны күрергә килеүсе туристарҙы ҡабул итеүгә яраҡлаштырылған.

























Ниагара шарлауығы

сигендә, атап әйткәндә, Американың Нью-Йорк штаты һәм Канаданың Онтарио провинцияһы биләмәләре сигендә урынлашҡан. Дөйөм атама менән Ниагара тип йөрөтһәләр ҙә, ул, асылда, шарлауыҡтар комплексы. Араларында иң ҙуры – Канада йәки Даға шарлауығы. Икенсеһе – Америка шарлауығы, ә өсөнсөһөнөң атамаһы бик үҙенсәлекле – Фата (ҡатын-ҡыҙҙың туй өсөн баш кейемен хәтерләтә).

Канада шарлауығы формаһы буйынса, ысынлап та, дағаға оҡшаған. Уның киңлеге – 792 метр, бейеклеге – 55 метр 60 сантиметр. Бында аҫҡа атылыусы һыуҙың күләме секундына 2 миллион 271 мең 247 литр тәшкил итә.

Америка шарлауығының аҫҡы яғын таш өйөмө ҡап­лай, шуға һыу ағымының күренеп торған өлөшө – 21 метр. Киңлеге – 323 метр. Аҫҡа атылыусы һыуҙың күләме секундына 567 мең 811 литр самаһы.

Ниагара шарлауығы комплексында иң бәләкәй Фата ағымының киңлеге – 17 метр, ә бейеклеге – 24 метр.

Бында килеүсе туристар­ҙың һаны йыл әйләнәһенә 12 миллионға етә. Бигерәк тә йәй айҙарында кеше күп була. Быйыл ғына унда килеүселәр ныҡ кәмене.
Ниагара шарлауығын күреү өсөн күп туристар Нью-Йорк штаты территория­һына ингән Буффало ҡалаһы аша юл тота. Ул халҡының һаны буйынса Нью-Йорк ҡалаһынан һуң штатта икенсе урынды биләй. Бында заман талабына яраҡлаштырып һалын­ған йорттар боронғо архитектура ҡоролмалары менән аралаша һәм улар ғәжәп үҙенсәлекле ансамбль хасил итә.
Ниагара тигән атаманы бында һәр ерҙә осратырға мөмкин – урамдар, кафе-ресторандар, парктар, башҡа ял итеү урындарының күбеһе шул исем менән атал­ған. Был Буффало өсөн генә түгел, ғөмүмән, Ниагара шарлауығы эргәһендәге ярайһы уҡ киң биләмә өсөн хас күренеш.
Әйткәндәй, ҡаланан шар­лауыҡҡа тиклем автобус йөрөп тора, юл сама менән ярты сәғәт ваҡытты ала. Автобустан килеп төшкәс тә ҡайнап торған халыҡ ағымына эләгәһең. Дөйөм алғанда, Американың бөтә донъяға билдәле тәбиғәт ҡомартҡылары һәм ял итеү үҙәктәре өсөн был үтә ғәҙәти күренеш.
Шарлауыҡты яҡындан күреү өсөн ике төрлө ысул бар: вертолётта һәм теплоходта. Уның өҫтөнән осоп үтеү, әлбиттә, был тәбиғәт мөғжизәһен ус төбөндәге кеүек тамаша ҡылыу мөмкинлеген бирә. Ләкин ул ярайһы уҡ ҡыйбат (100 доллар тирәһе). Төркөм менән килгән кешеләргә теплоход ҡулайлыраҡ. Берҙән, әллә ни ҡыйбат та түгел, икенсенән, мәшһүр йылғаның ярына баҫып та, уны буйлап йөҙөп үтмәүе килешкән эш түгел.
Йылға буйлап йөҙөүсе теплоходтар ҙур, икешәр-өсәр яруслы. Уларға ултырыу өсөн тәүҙә йылға өҫтөнән һалынған Америка менән Канаданы тоташтырыусы йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән күпергә менергә кәрәк. Ул бейек һәм өҫтөнән иҫ киткес матур күренеш асыла. Артабан махсус лифтҡа ултырып аҫҡа төшәһең. Улар ҙур, кәмендә 15-ләп кешене һый­ҙыра һәм үҙҙәре бик тиҙ хәрәкәт итә. Сыҡҡас, теплоходҡа ултырыу урынына йүнәләһең. Юл ыңғайы турҙы ойоштороу­сы хеҙмәткәрҙәр махсус плащ таратып тора. Америка ярынан теплоходҡа ултырыу­сыларҙы ана шул күк төҫтәге кейем буйынса айырырға мөмкин. Әгәр ҙә теплоход мәк сәскәһе шикелле ҡыҙыл кейемле кешеләр менән тулған булһа, улары инде – Канаданыҡылар.
ЙЙоҡа полиэтилендан эшләнгән капюшонлы был плащ бик еңел кейелә һәм сиселә. Америка һәм Фата шарлауыҡтары янынан теплоходта йөҙөп үткәндә ул әллә ни кәрәкмәһә лә, ярымтүңәрәкте хәтерләткән Канада шарлауығы эргәһендә файҙаһы бик тә тейәсәк. Сөнки иҫ киткес ҙур көс менән аҫҡа атылған һыу ағымы ҡуйы һыу туҙаны хасил итә. Әгәр ҙә өҫтә һаҡлағыс ошо кейем булмаһа, лысма еүешкә әйләнергә мөмкин. Әйткәндәй, плащ та кәүҙәне генә ҡап­лай. Күп кеше өҫкә сәсрәгән һыу тамсыларына артыҡ иғтибар ҙа итмәй, һоҡланып тирә-яҡты күҙәтә. Бында фотоға төшөрмәгән кеше бик һирәктер. Күбеһе телефондарын ҡуллана, махсус фото- һәм видеокамералар тотоп тороусылар ҙа байтаҡ. Һуңынан күпмелер ваҡыт үткәндән һуң ошо фотоларға күҙ һалғанда, тәбиғәттең үҙе тарафынан барлыҡҡа килтерелгән был мөғжизәнең ни тиклем ғәжәйеп булғанлығына тағы ла бер тапҡыр инанаһың. Ни генә тиһәң дә, донъя йөҙөндә шарлауыҡтар күп, ә Ниагара кеүектәре бик һирәк.

Флорида штаты. Маями ҡалаһы
Атлантик океандың үҙгәреп тороусы төҫө ғәжәпләндерҙе. Картиналарҙа һүрәтләнгән күк һәм йәшел төҫтәрҙең тәбиғи булмаған ҡушылмаһы алыҫтан бик матур күренә. Фотоларҙа сағылған һыҙат-һыҙат фирүзә, күкһел-йәшел, малахит төҫтәренең уйнауы – Маями ярындағы океандың тәбиғи торошо.
Ҡала үҙе Атлантик океан ярының буйынан буйына һуҙылып ята. Шуға күрә лә унда төньяҡ менән көньяҡ өлөштәр бер-береһенән айырылып тора.
Маями халыҡ-ара аэропорты бик ҙур, автобустан төшкәс, унда эләгеү өсөн махсус электропоезға ултырырға кәрәк. Бында сама менән дүрт вагон һәм улар түңәрәк яһап әйләнеп йөрөп тора.
Ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәрен тоташтырған метрорэйл вагондары беҙҙәге ер аҫты транспортын хәтерләтһә лә, уларҙың бындағы айырмаһы шунда – вагондар күбеһенсә ер өҫтөнән хәрәкәт итә.
Маями ҡалаһына килеүен-килгәс, мотлаҡ рәүештә ваҡыт табып, mover вагонсыҡтарында ҡала ҡыҙырырға кәрәк. Уларҙа йөрөү бушлай, ләкин иң ҡыҙығы – рельстар буйлап хәрәкәт итеүсе был транспорттың йөрөтөүсеһе юҡ, йәғни барыһы ла автоматлаштырылған. Икенсе ҡыҙыҡ яғы – mover йөрөгән рельстар ерҙән 15 – 20 метр самаһы бейектән үтә. Тротуар буйлап бараһың, ә өҫтән улар выжлап үтеп тора. Хәүефлеме? Һис тә юҡ! Был – ни бары замана технологияларының үҫеш күрһәткесе.
Маями аэропортынан тыш, бында шулай уҡ халыҡ-ара статусын йөрөтөүсе Форт-Лодердэйл аэропорты аша ла килергә була. Ләкин был юлды файҙаланам тиһәң, шуны ла белеү урынлы: юл ике тапҡыр күберәк ваҡытты ала, ләкин ике тапҡыр осһоҙораҡ. Шулай ҙа була икән! Юлдың шулай оҙонораҡҡа һуҙылыуының сәбәбе – самолёт бында тура осмай. Мәҫәлән, тәүҙә Атланта ҡалаһына бараһың, унан икенсе самолётҡа күсеп ултыраһың.
Пляждарҙа мотлаҡ ҙур ҡулсатыр һәм шезлонгтарҙы арендаға алырға кәрәк. Ҡыҙыныу урыны отель биләмәләренә терәлеп тор­һа ла, күбеһенсә уларҙың үҙҙәре­нең тәғәйен ҡомлоғо юҡ. Шуның өсөн дә ҡулланған өсөн ундай уңайлыҡтарға айырым түләргә кәрәк. Ҡояш бик ҡыҙыу, һаҡлан­ғыс кремды мотлаҡ ҡулланыу мөһим. Әгәр ҙә тәүге көндә үк тән тиреһе янып сыҡһа, ҡалған ваҡыт һыҙланып үтәсәк, тимәк, ялдың бөтә йәмен ебәрәсәк.
Маями-Бич пляждарының оҙонлоғо 45 саҡрымға һуҙыла. Уларҙағы ҡомлоҡ бик ваҡ һәм йомшаҡ, тик ҡояшта ныҡ ҡыҙған. Аяҡ кейемһеҙ баҫып та булмай. Ҡомлоҡтоң ситендә, йәғни ҡалаға сығыу йүнәлешендә билдәле бер аралыҡ һаҡлап, йыуыныу урындары урынлашҡан. Һәр хәлдә, аяҡҡа йәбешкән ҡомдан ҡотолорға мөмкин. Шулай уҡ бында түләүһеҙ бәҙрәфтәр ҙә күп. Уларҙың эсе бик таҙа, килем килтермәй әле, тип ҡул һелтәп ҡуймағандар.
Маями-Бичтан уның эргәһендә урынлашҡан 28 утрауҙың һәммәһенә лә күпер буйлап эләгергә мөмкин. Ки-Уэст тигән утрауҙа яҙыусы һәм рәссамдарҙың тирә-яҡҡа киң билдәле ҡаласығы урынлашҡан. Бында ҡасандыр Эрнест Хемингуэй ташландыҡ вилла һатып ала һәм уның артынса уҡ тиерлек ижади халыҡ ошонда ағыла башлай. Был виллала хәҙер Хемингуэйҙың музейы ла бар.
Шулай уҡ бында бөтә донъяға билдәле утрауҙарҙың береһе – Фишер Айленд хаҡында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Унда Элизабет Тейлор, Мадонна, Хулио Иглесиас кеүек бай Голливуд йондоҙҙарының виллалары урынлашҡан. Утрауҙа отелдәр ҙа бар. Ләкин уларҙың хаҡы Маями-Бичтағыға ҡарағанда күпкә юғары. Өҫтәүенә, утрау ныҡ һаҡлана һәм эләгер өсөн унда йәшәүселәрҙең саҡырыу ҡағыҙы булыу мотлаҡ, шунһыҙ барыбер үткәрмәйәсәктәр.
Маями ҡалаһын мәңгелек йәй утрауы тип атарға мөмкин. Бер ҡараһаң, зәп-зәңгәр, бер ҡараһаң, фирүзә-йәшкелт төҫтәргә инеп, һәр саҡ тулҡынланып ятҡан, иге-сиге күренмәгән океан һәм пальмалар. Был төбәк үҙенә генә хас серлелеге менән донъя йөҙөнән бөтә туристарҙы йәлеп итеп, ымһындырып, саҡырып тора.

Калифорния штаты.

Сан-Франциско ҡалаһы
Сан-Франциско – Калифорния штатының төньяҡ сигендә. Был ҡала, асылда, һуңғы ике-өс тиҫтә йыл эсендә беҙҙең йәшәйеште һәм көнкүреште тамырынан үҙгәрткән интернет технологияларының баш ҡалаһы булып иҫәпләнә ала. Хәҙер бөтә донъя­ға билдәле булған Силикон үҙәне һәм Стэнфорд университеты тап ошонда урынлашҡан.

Сан-Францискола йорттар бик матур итеп төҙөлгән. Американың күп ҡалаларын күргәнем бар. Шулай ҙа Сан-Франциско – иң ҡупшыларының береһе. 1906 йылда бында бик ҙур янғын сыға һәм ҡала тотошлай тиерлек яна. Ләкин ул тиҙ арала ҡабаттан тергеҙелә һәм үҙ йөҙөн һаҡ­лап алып ҡала. Йорттар­ҙы электән үк ҡабул ителгән алым менән – викториан стилендә, йәғни ҡуп­шылап-һырлап, ҙур-ҙур тәҙрәләр менән матур­лап, төҙөүҙе дауам итәләр. Улар ҡурсаҡ йортта­рын хәтерләтә. Махсус рәүештә биш төҫкә буялған «Биҙәлгән ледиҙар» тип аталған йорттар урынлашҡан урынға турис­тар күпләп килә.
Сан-Францисконың визит карточкаһы – Саусалита исемле кескәй ҡаласыҡ менән тоташтырыусы Алтын Ҡапҡа күпере. Саусалита – бәләкәй генә ҡупшы ҡала, уның эргәһендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ яхталар теҙелеп киткән. Бында йорттар бейек түгел, ыҡсым ғына. Үҙәк майҙаны ла ҙур түгел.
Алтын Ҡапҡа күпере менән танышыу майҙаны ошо кескәй ҡала төҙөлгән ярҙа урынлашҡан. Ә күперҙең оҙонлоғо 3 саҡрымға саҡ ҡына тулмай.
Бындағы тәбиғәт шарттарына килгәндә, океан яғынан өҙлөкһөҙ тиерлек ярайһы уҡ ҡырҡыу ел иҫә, шул сәбәпле, ҡул аҫтында мотлаҡ йылы әйберең булырға тейеш. Елһеҙ һәм йылы мәлдәр ҙә булғылай, ләкин, дөйөм алғанда, көн торошоноң тиҙ үҙгәреүенә һәр саҡ әҙер булырға кәрәк. Иң ныҡ күҙгә ташланғаны – ҡуйы томан. Алтын Ҡап­ҡа күпере лә күп ваҡыт шуның эсендә. Унда төшөрөлгән фотоларҙың байтағында күперҙең өҫкө өлөшө ап-аҡ шаршау эсендә юғалып ҡалған.
Алтын Ҡапҡа күперенән тыш, бында шул уҡ исемде 400 гектар ерҙе биләгән парк та йөрөтә. Ул иң ҙуры һәм унда йылына 13 миллионға яҡын кеше була. Парк биләмәһендә бер нисә күл, шарлауыҡтар, туғайлыҡтар, урман – барыһы ла бар. Шулай уҡ Сәскәләр консерватория­һы, Фәндәр Академияһы, Ботаника баҡсаһы, Сәнғәт музейы урынлашҡан. Асыҡ һауалағы ҙур сәхнәлә йыш ҡына төрлө саралар үткәрелә. Ваҡыт самалы булғанға күрә, мин барыһында ла булырға өлгөрмәнем, шулай ҙа парк менән танышыу ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. Бигерәк тә Япон сәй баҡсаһы оҡшаны. Ҙур булмаған биләмәне ғәжәйеп күркәм мөйөшкә әйләндергәндәр. Бында япон стилендәге йорттар, быуалар, күперҙәр, экзотик үҫемлектәр, матур-матур ағастар, ҡыуаҡтар һәм сәскәләр – барыһы ла һоҡлан­ғыс! Быуала эре-эре балыҡтарҙың йөҙөп йөрөгәне күренә, кешенән бигүк ҡур­ҡып бармаған ҙур һыу ҡоштары үҙ мәшәҡәттәре менән мәж килә.
Мин Стэнфорд университетының ҙурлығына хайран ҡалдым. Ул, беҙ өйрән­гәнсә, тиҫтәләгән ҡатлы гигант йорт түгел, ыҡсым ғына итеп зауыҡ менән һалынған биналар комплексы булып сыҡты. Шулар араһында машиналар, велосипедтар, йәйәүлеләр өсөн айырым һалынған юлдар, сәскә түтәлдәре, фонтандар, сиҙәм ерҙәр, һәйкәлдәр, юл күрһәткестәр, парк­тар – ниҙәр генә юҡ! Спорт менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән майҙан үҙе генә байтаҡ ерҙе биләй. Уҡыу йорттары урын­лашҡан төбәкте әйләнеп сығыу байтаҡ ваҡытты ала. Стэнфорд университеты 1885 йылда сенатор Леланд Стэнфорд һәм уның ҡатыны Джейн тарафынан асыла. Улар был уҡыу йортон 15 йәшендә тифтан үлеп ҡалған улдарының иҫтәлегенә бағышлай.
Киләсәктә, тормошобоҙҙа интернет технологияларының урыны тағы ла артасағын күҙ уңында тот­ҡанда, Стэнфорд университетының һәм, дөйөм ал­ғанда, Сан-Франциско ҡалаһының роле бында һиҙелерлек буласағына шигем юҡ.

Лос-Анджелес ҡалаһы
Калифорнияла яуым-төшөм бик самалы. Йылына ни бары бер ай самаһы ғына ямғырҙар яуып ала, ауыл хужалығы культуралары өсөн был бик аҙ. Шуға ла сәсеп үҫтерелә һәм уңыш бирә торған бар үҫентеләр өсөн яһалма һуғарыу системаһы киң үҫешкән. Бөтә Америка һатыу үҙәктәрендә киң тарал­ған емеш-еләк тап ошонда үҫтерелә. Яуым-төшөмгә ҡытлыҡ булһа ла, урамдар сәскә-гөлгә күмелгән. Шәхси йорттарҙың ти­рә-яғындағы күпереп үҫкән ҡыуаҡтар ҙа, ҙур-ҙур сәскәле бейек ағас­тар ҙа күҙҙең яуын ала. Пальмалар бик күп, әллә ниндәй төрлөләренә тиклем бар. Шулай ҙа Лос-Анджелес биләмәһенән ситкә сыҡһаң, ямғырҙарҙың һирәк булыуы барыбер үҙен һиҙҙерә. Тау баштары ҡор­ғаҡ­һы­бы­раҡ тора, үлән дә йәм-йәшел булмауына иғтибар итәһең.
Голливудтағы «Дан аллеяһы» Лос-Анджелестың иң матур урындарының береһе һанала. Әлеге көндә «Дан аллеяһы» Голливуд бульвары һәм Уайт-стриттың ике яғынан да 15 кварталғаса һуҙыла. Бында тротуарҙарға иң билдәле Голливуд актёрҙарының исемдәре яҙылған йондоҙҙар беркетелгән. Һәр Голливуд артисы үҙенең исемен ошондағы йондоҙҙарҙа күрергә теләйҙер, моғайын. Бында килеүсе туристар­ҙың һаны иһә йылына 10 миллионға етә. Ошо аллеяға тәүге йондоҙҙар 1960 йылда беркетелә, әле уларҙың дөйөм һаны 2 мең ярымдан ашып киткән.
Шулай уҡ Голливуд бульварында урынлашҡан Мадам Тюссо музейы эргәһендәге асфальтта икенсе төрлөрәк плитәләр бар. Улары үҙенсәлеклерәк – артистар­ҙың йылы теләктәренән тыш, аяҡ-ҡулдарының эҙ­ҙәрен күрергә була. Бындай плитәләр күп түгел. Шулай ҙа туристарҙың иғтибарын нығыраҡ йәлеп итәләр.
Төрлө шәхестәрҙең манекен-күсермәләре уларҙың тәбиғи буйына самалап эшләнгән. Материал балауыҙ һаналһа ла, асылда улар пластик полимерҙарҙан яһалған, был иһә төп нөсхәләр менән 100 процент оҡшашлыҡты күрһәтә. Музейҙа экспозициялар бер нисә тематик блокка бүленгән. Голливуд иконалары бүлегендә Элвис Прес­ли, Вивьен Ли һымаҡ йондоҙҙар менән фотоға төшөргә мөмкин. Кино персонаждары бүлегендә атаҡлы актёрҙарҙы уларҙың шулай уҡ бөтә донъяға билдәле ролдәрендә күрергә була. Мәҫәлән, Арнольд Шварценеггер – Терминатор костюмында, Хью Джекман – Ҡоно ролендә. Музейҙа манекендар бик күп. Һәр ҡайһыһының эргәһендә туҡтарға түҙемлегең генә етһен!
Голливуд билдәһе – «Hollywood» тигән яҙыу Маунт-Ли тауының көньяҡ һөҙәгендә урынлашҡан. Голливуд ҡалаһының үҙенә нигеҙ 1903 йылда һалына, 1910 йылда ул Лос-Анджелес составына инә, ә бындағы киностудия тап бер йылдан теркәлеү ала. 1923 йылда иһә Голливуд киноиндустрияның үҙәгенә әүерелергә өлгөрә.
Әлеге көндә бөтә донъяға билдәле был «Hollywood» яҙыуының тәүҙә «Hollywoodland» тигән риэлтор контораһының атамаһынан килеп сыҡҡанын хәҙер күптәр онотоп та бөткән. Уның әлеге урынына – Маунт-Ли тауына ҡуйылыуы ни бары реклама маҡсатында була. Һуңынан аҙаҡҡы дүрт хәрефен алып ташлайҙар, ә яҙыу Голливуд ҡала­һы­ның символына әүерелә.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарындағы Бөйөк депрессия ваҡытында риэлтор контораһының эштәре мөшкөлләнә. Ләкин ул урынлашҡан ерҙә әлеге көндә лә арка формаһындағы символик ҡапҡа һаҡланып ҡалған. Таштан һалынған арканың һул яғында ике тарихи яҙыу беркетелгән. Беренсеһендә «Hollywoodland. Est. 1923» (ошо йылда нигеҙләнгән тигән мәғәнәне бирә) булһа, икенсеһе был урындың тарихи ҡомартҡы булыуы хаҡында иҫкәртә.

Фәниҙә ИСХАҠОВА.

Дауамы бар.

Читайте нас: