– Мәктәптә тик «бишле» генә алырға кәрәк, – ти ул ата-әсәһенә, һәйбәт уҡырға маҡсатланып.
Булдырыр ул Искәндәр. Шундай сос, зирәк күренә. Олоһо, кесеһе менән дә тиҙ уртаҡ тел таба белә. Балалар баҡсаһында һәр сара, байрамдарҙа әүҙем ҡатнашҡан. Йырлау, бейеү, ниндәйҙер тамашалар ҡуйыу булһын, тиһеңме, бер ҙә ситтә ҡалмаған. Шиғырҙарҙы ла ата-әсәһе ятлатып ултырмай, үҙе тиҙ генә отоп ала. Күҙ теймәһен инде үҙенә!
Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына беренсе синыфҡа барасаҡ Искәндәр Дәүләтбәковтың аң-белем даирәһе киң булыуына ла һоҡландыҡ. Үтә лә ҡыҙыҡһыныусан малай һәр нәмәне белеп ҡалырға теләй. Һорауҙарға ла еренә еткереп яуап бирә. Яратҡан шөғөлдәре лә етерлек үҙенең. Спорттан футбол уйынын бик үҙ итә. Гербарий эшләргә әүәҫ. Фотоға төшөрөү менән дә мауыға. Шашка, шахмат та – иң яратҡан өҫтәл уйындары.
Искәндәрҙең тағы ла хайуандарҙы бик-бик яратыуын белдек. Бесәй, тиһәң, шул тиклем иҫе китә инде.
– Үҫкәс, кем булаһың? – тип һораһаң, яуабы ла әҙер.
– Видеоблогер булам. Бесәйҙәрҙе төшөрәсәкмен, – ти.
Ҡайһы саҡта, ветеринар булғым килә, тип тә әйтеп ҡуя.
Быйыл йәйҙе икенсе синыфҡа барасаҡ Исламнур ағаһы менән бигерәк шәп уҙғарғандар. Дәүләкән районы Хөсәйен ауылындағы ҡартай-өләсәйҙәрендә, Ейәнсура районы Иҙәш ауылындағы ҡәрсәйҙәрендә булып, туйғансы һыу ингәндәр, балыҡҡа йөрөгәндәр. Бында улар яңы уҡыу йылы буйына етерлек көс-дәрт туплаған, рәхәтләнеп ял иткән.
Оҙаҡламай Искәндәрҙе мөғжизәле белем донъяһы ҡаршылар. Ундағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ серҙәрҙе сискәндә лә һәр саҡ әүҙем булыуын, ата-әсәһен гел «бишле»ләр менән генә һөйөндөрөүен теләйек.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.