Скульптураның дөйөм хаҡы – 45 миллион һум. Ул Урал тауҙары һикәлтәһендә ултырыусы шағир һынын үҙ эсенә алған ҡатмарлы композициянан тора. Һәйкәлдең авторы – Рәсәйҙең Рәссамдар союзы рәйесе, халыҡ рәссамы, скульптор Андрей Ковальчук. Асыу тантанаһында Татарстан Президенты уға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, шулай уҡ ул Башҡортостандың дәүләт наградаһы – Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән дә бүләкләнде.
Радий Хәбиров, был һәйкәл ике туғандаш республиканың дуҫлыҡ символына әйләнәсәк, тип белдерҙе.
– Үткән йылда, Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгәндә, беҙ Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асҡайныҡ. Быйыл Татарстанға 100 йыл тула һәм бөгөн тағы ла беҙҙең халыҡ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға – беҙ башҡорт әҙәбиәте классигы, шағир, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, исеме Рәсәй һәм донъя әҙәбиәтенә алтын хәрефтәр менән яҙылған Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуябыҙ. Уның әҫәрҙәре һәр ваҡыт тәрән мәғәнәле булыуы менән айырылып тора, – тине Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.
Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты Татарстан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан ике республика араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙа өлөш индергәне өсөн миҙал менән бүләкләне.
– Ҡазан уның өсөн мәңгелек яратҡан һәм ҡәҙерле урынына әйләнде. Хәсән Туфан, Риза Ишморат, Ғариф Ахунов, Сара Садиҡова, Роберт Миңнуллин һәм башҡа күптәр яҡын туғандары кеүек булды. Татарстандың беренсе президенты Минтимер Шәймиев менән ныҡ дуҫ ине улар. Татарстан уның һөйөүенә һөйөү менән яуап бирҙе. Беҙ ғаиләбеҙ исеменән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановҡа, скульпторға, архитекторҙарға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы көндәрҙә лә элекке кеүек Мостай йөҙө беҙҙең бүленмәҫ мәҙәни киңлектең, бер-береһенә яҡын халыҡтарҙың оло һөйөү хистәре символы булһын, – тине ул сығышында.