-1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Сентябрь 2020, 12:05
Мин берҙәм мәктәп формаһы яҡлы!
Беҙ белем усағында берҙәм мәктәп формаһында йөрөйбөҙ. Тик бының менән риза булмағандар ҙа күп. Мәҫәлән, «Инстаграм» селтәрендә үткәргән һорауламала ҡатнашыусыларҙың 70 проценты «Берҙәм форма булмаһын» тигән вариантты яҡыныраҡ күргән. «Ни өсөн улай уйлайһың?» тигән һорауға һәр кем үҙенсәлекле һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы яуаптар биргән. Бер нисәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәм.
– Бөтә уҡыусыларҙың да мәктәп формалары бер иш булмаһын, миңә был оҡшамай. Сөнки тиҙ генә ялҡыта ла ҡуя. Әгәр ҙә кейемең бысрап китһә, уны йыуып, икенсе көнөнә киптереп өлгөрөп булмай.
Шәүрә МЫРҘАҒОЛОВА:
– Әгәр ҙә уҡыусы оҡшаған кейемде һайлай икән, ул үҙен иркенерәк тоясаҡ. Был бигерәк тә ҡыҙҙарға ҡағыла. Бер иш форма бәләкәйҙәр өсөн булһын, V – VIII синыфтарға, өлкәндәргә һайлау мөмкинлеге бирһендәр ине.
Совет заманында ниндәй кейем кейгәндәрен белер өсөн уҡытыусыларға ла мөрәжәғәт иттем.
Нәсимә Сабир ҡыҙы САЛАУАТОВА, Байназар мәктәбендә тарих уҡытыусыһы:
– Башланғыс синыфта әлеге уҡыусылар кейгән кеүек форма булды, артабан VII – IX синыфтарҙа яйлап итәк, блузка кейә башланыҡ. Ҡайһы саҡта кейемдең төҫтәре төрлөсә булып китә ине. Мин үҙем туғыҙынсы синыфта ла форма кейергә тырыштым.
Бөгөн берҙәм мәктәп формаһының кире тергеҙелеүе ҡыуандыра. Асыҡ дәрес, линейкалар, байрамдар өсөн бик уңайлы.
– Мин уҡыусы булған осорҙа, йәғни 1990 – 1994 йылдарҙа, һоро форма, аҡ алъяпҡыс ине. Аҙаҡҡа ҡарай аҡ блузка һәм ҡара итәк кейҙек. Ә X – XI синыфтарҙа ҡара пинжәк өҫтәлде. Даими рәүештә улай кейенмәнек, төрлө төҫтәге кейем кейеү ғәҙәти күренеш булды.
Әлеге беҙҙең балалар кейгән кейем миңә оҡшай. Ул бөхтә йөрөргә өйрәтә, тиер инем. Сөнки һәр ҡыҙ алъяпҡысын бысратмаҫҡа тырыша. Малайҙар эшлекле кейемдә йөрөргә өйрәнә.
Күптәрҙең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, мин дә мәктәптәрҙә берҙәм форма кейеүҙең тик ыңғай яҡтарын ғына күрәм. Беренсенән, һәр кем үҙен синыфташтары янында тигеҙ тоясаҡ, икенсенән, бындай кейем күп сығым талап итмәй. Дуҫтар, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: берҙәм мәктәп формаһы кәрәкме ул?
Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...