1 сентябрь көнө барлыҡ уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләрҙе иң тәүҙә республика Башлығы Радий Хәбиров онлайн рәүештә яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
– Эйе, үткән осор бөтәбеҙ өсөн дә еңелдән булманы, хатта кескәйҙәр һәм өлкән синыфтар өсөн дә. Сөнки дистанцион формала уҡырға тура килде. Был уҡыу йылын синыфтарҙа, мәктәптәрҙә элеккесә башлап ебәрәбеҙ.
Республика етәксеһе мәғариф өлкәһендәге ҡайһы бер ҡыуаныслы яңылыҡтарға ла туҡталып китте. Быйылдан Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында 1 мең 500-гә ҡаҙна урындары арттырылған. Башланғыс синыф уҡыусылары ашханаларҙа бушлай туҡлана башлай. Әйткәндәй, беренселәргә дәрескә уйынсыҡтарын килтерергә лә рөхсәт ителде. Уҡыусылар һаны күп булған ҙур мәктәптәрҙә хәҙерге заман ҡоролмалары менән йыһазландырылған стоматология кабинеттары асылған. Радий Фәрит улы илебеҙ белем усаҡтарында «Үргә ос», «Спорт көрәше – мәктәптәргә» һәм башҡа программалар ҙа әүҙем ғәмәлгә ашырылыуын белдерҙе.
Ә беҙгә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында үткән байрам тантанаһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бында яңы уҡыу йылын 675 бала ҡаршылай. Гимназияның директоры Илнур Рифат улы Сәлихов әйтеүенсә, 2020/2021 йылға ҙур пландар ҡоролған. Йәй көнө Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттары менән килешеүҙәр төҙөлөп, белем усағында ике предуниверсарий булдырылған. Шул айҡанлы БДМУ, ӨДНТУ синыфтары асылған. Бында уҡыған ҡыҙҙар, егеттәргә профессорҙар, доценттар өҫтәмә белем бирәсәк.
Тағы ла бер ҙур ҡыуаныс: гимназия республика Башлығы грантына лайыҡ булған. Ошо уңайҙан ҡышҡы, яҙғы, йәйге каникулдарҙа «Беренсе+» тигән лагерь ойоштороласаҡ. Ул Рәсәй Федерацияһы өлкәләрендә йәшәгән башҡорт балаларын туған телдә иркен һөйләшергә, аралашырға өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бында иһә Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Пермдән балалар бер аҙна ял итеп кенә ҡалмаясаҡ, Өфө ҡалаһы, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары, ҡала тарихы менән танышасаҡ, күренекле кешеләр менән осрашасаҡ, улар өсөн курстар үткәрелеү ҙә ҡаралған.
– Беренсе сентябрь – белем донъяһына яңы сәйәхәт башы, тулҡынланыу, сәскә гөлләмәләре, шат һәм көләс йөҙҙәр. Был көн – үҙенсәлекле байрам. Һәр беребеҙгә яҡын һәм ҡәҙерле. Мәктәп йылдары һәр кемдең хәтерендә уйылып ҡала, сөнки мәктәп – ҡыҙыҡлы дәрестәр, синыфташтар һәм уҡытыусылар, тәрбиәселәр менән оҙаҡ көтөлгән осрашыуҙар, ғәжәйеп асыштар донъяһы. Ҡәҙерле уҡыусылар, тырышып уҡығыҙ, маҡсатлы булығыҙ, – тип ҡотлау һүҙҙәрен әйтте Илнур Рифат улы.
Булат Илшат улы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының уҡыусылары ла, уҡытыусылары ла – мәғариф системаһының йөҙөк ҡашы, тип билдәләп, быйыл уҙған «Йыл уҡытыусыһы – 2020» төбәк-ара конкурсында «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеү яулаусы Римма Тимербулатоваға бүләккә планшет тапшырҙы. Ә беҙ XI «Б» синыфы уҡыусыһы Нәфисә Торомтаеваны «Йәшлек» гәзите ойошторған Булат Солтангәрәев исемендәге республика конкурсында II урын яулауы менән ҡотланыҡ. Ә уның синыфташы Айгүзәл Вәлиеваға йыл буйы әүҙем яҙышып, хәбәрләшеп торғаны өсөн «Йәншишмә» гәзитенең «Йәш хәбәрсе» танытмаһын тапшырҙыҡ.
– Был гимназияны ике өлкән ағайым тамамланы. Шуға күрә атай-әсәйем, бында бирәбеҙ, тигәс, бер туған ағайым менән шатланып риза булдыҡ. Етенсе синыфҡа килгәйнем, инде һуңғы йыл гуманитар синыфта уҡыйым. Бынан алда музыка колледжында скрипка, фортепьяно буйынса белем алдым. Пианинола уйнайым, йырлайым, музыканы бик яратам. Йыр буйынса бәйгеләрҙә лә ҡатнашам. Уҙған йыл гимназияла ойошторолған «Тауыш» конкурсында икенсе урын яуланым. Инглиз телен бик яратып өйрәнәм. Буласаҡ һөнәремде лә ошо йүнәлештә бәйләгем килә, – тине Нәфисә Торомтаева. 10 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк алыуына бик шат ине ул.
Айгүзәл Вәлиеваға ла тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтке килә. Ниндәй генә конкурс-сараларҙа ҡатнашмай! Шуның менән бер рәттән гәзиттә яҙышырға ла өлгөрә.
– Етенсе синыфтан яҙыша башланым. Гәзиткә төрлө иншаларымды, шиғырҙарымды тәүҙә уҡытыусыларым ебәрә торғайны. Унан инде үҙем дә өйрәнеп алдым. Гимназияла эшләп килгән «Аҡ ҡауырһын» түңәрәгендә шөғөлләнеү ҙә ҡәләм тибрәтеү оҫталығымды арттырҙы. «Минең өс айым» конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урын яулауым күңелемде тағы үҫтереп, дәртләндереп ебәрҙе. Киләсәктә журналистика өлкәһенә бәйле һөнәр һайлағым килә, – ти йәш хәбәрсебеҙ.
Гимназияла уҙған байрам тантанаһы йыр-бейеү, ҡурай моңо менән үрелеп барып, инде тағы тәүге дәрескә саҡырып, ҡыңғырау шылтыраны. Уҡыусыларҙы өр-яңы белем донъяһы, яңы уңыш-ҡаҙаныштар көтә. Яңы уҡыу йылында ауырлыҡтарға һис бирешмәй, тырышып уҡырға яҙһын һеҙгә, гимназистар! Уҡыуҙа ла, эштә лә гел беренсе булығыҙ!
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.