Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 101-се ижад миҙгеленә тамашасылар өсөн уникаль проект – пластик спектакль әҙерләй башланы. Был тамашаға нигеҙ итеп Николай Крашенинниковтың «Амеля» романы алынған.
Журналистар менән осрашҡанда театрҙың баш режиссёры Айрат Әбүшахманов ни өсөн пластик спектакль ҡуйырға ниәт итеүҙәрен һөйләне: «Театр артистары менән ошондай проектты булдырыу идеяһы күптән яралды, сөнки беҙҙең ижади потенциалыбыҙ бик ҙур, сәхнәгә хореографик әҫәрҙәрҙе лайыҡлы кимәлдә сығарырлыҡ талантлы, көслө, бар йәһәттән һығылмалы йәштәребеҙ бар. Мин Александр Пушкин театрында Сыңғыҙ Айытматовтың «Әсә яланы» исемле спектаклен ҡарағас, үҙебеҙҙә лә пластик спектакль ҡуйыу идеяһы менән йәшәй башланым. Һуңынан Евгений Вахтангов исемендәге театрҙың «Анна Каренина» хореодрамаһы ла быға ҡуҙ өҫтәне. Был проекттың үҙенсәлеге шунда – спектаклдең авторы һәм режиссёры ла булып хореограф тора. Беҙҙең осраҡта был эштәрҙе Алина Мостаева үҙ өҫтөнә аласаҡ».
Алина Мостаева әйтеүенсә, ул әҫәрҙе синтетик жанр формаһындағы пластик спектакль итеп күрә, киң танылған композитор һәм музыкант Олег Гудачев менән бергә эшләйәсәктәр, ә ҡуйылышты иһә «пластик эссе» тип билдәләй: «Бында хәрәкәттәр бейеүҙәр башҡарыуға ғына ҡайтып ҡалмаясаҡ, ә драматик кисерештәрҙе, хистәрҙе һәм тойомлауҙарҙы ҡараш, ҡул һәм тән хәрәкәттәре аша сағылдырыу ҙа бар. «Анна Каренина» – барыһына таныш классик әҫәр, унда текст бөтөнләй юҡ, «Амеля»ны иһә беҙҙең замандаштарыбыҙға яҡшы таныш, тип әйтеп булмай, шуға күрә театрҙың пластик спектаклендә текст буласаҡ».