+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2020, 14:16

Оло баһаға лайыҡ

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендєге дәүләт премияһына тәҡдим ителде Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш балалары – тарих яралары», «Һуғыш яралаған бала саҡ», «Һуғыш балалары һөйләй» тигән өс китабын ҙур тулҡынланыу менән уҡып сығып, ошо осорҙо күҙ алдына килтереп, оҙаҡ ваҡыт уйға сумып ултырҙым. Һуғыш балалары шундай ауырлыҡтар кисереп, интегеп көн күрһә лә, һәр ваҡыт еңеүгә оло ышаныс менән йәшәгән. Улар хаҡында яҙмаларҙы күҙ йәштәрһеҙ, йөрәк тетрәнеүһеҙ уҡып булмай.

Был китаптарҙы яҙыу өсөн авторға күпме кеше менән аралашырға, уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, яҙҙырып алырға, йөрәк аша үткәрергә тура килгән. Ҙур көс тә, түҙемлелек тә талап ителә! Шундай оло эште атҡарып сығыуҙа Зөһрә Ҡотлогилдинаға тормош иптәше Нияз Бикйән улы, улдары Азамат та ярҙам иткән.

Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш яралаған бала саҡ» китабы баҫылып сыҡҡас, Шишмә район китапханаһында тыл ветерандары, гәзит хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар менән ҙур осрашыу үтте. Был матур сараны китапхананың директоры Илүзә Ғибәҙуллина ойоштор­ған ине. Бында һүҙ беҙҙең райондан китапҡа индерелгән тыл вете­рандары тураһында барғайны. Шул осрашыу мәле һаман да оно­толмай, матур хәтирә булып һаҡлана.

Әйткәндәй, Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының «Һуғыш яралаған бала саҡ» йыйынтығында Шишмә районынан 13 тыл һәм һуғыш ветеранының кисергән-күргәндәре ба­ҫыл­һа, «Һуғыш балалары һөйләй» йыйынтығына 25 яҙма ингән. Ә «Һуғыш балалары – тарих яралары»нда Шишмә районынан өс тыл ветеранының хәтирәләре урын алған.

Китаптары баҫылып сыҡҡас, автор яңынан ошо инәйҙәрҙең өй­ҙәренә йөрөп, китаптарын бү­ләк итә. Бында Зөһрә Ҡотлогилди­наның оло йөрәкле, нескә күңел­ле кеше булыуы күренә. Һуғыш осоро балалары йыйынтыҡтар­ҙа үҙҙәренең яҙмышын уҡып, их­лас шатланыуына автор үҙе лә ҡыуана.

Был китаптар – төрлө быуын кешеләре өсөн тарихи иҫтәлек, оло бүләк тә. Улар олоһо, кесеһе өсөн дә бик уҡымлы, фәһем бирерлек. Зөһрә Ҡотлогилдинаның шундай ҙур эште башҡарып сығыуы оло баһаға лайыҡ, тип уйлайым.


Фәниә ШАҺИБАЛОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Шишмә районы, Енғалыш ауылы.

Титаник хеҙмәттәр

Ер йөҙөндә һуғышһыҙ тыныс ғүмер итеүебеҙгә, үҙ илебеҙҙең ҡыуаныстарына һөйөнөп, көйөнөстәренә көйөнөп, үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булып йәшәүебеҙгә быйыл, Аллаға шөкөр, 75 йыл тулды. Был бөйөк Еңеүҙе илебеҙ халҡы ҙур юғалтыуҙар менән яуланы. Һуғыштың аяуһыҙ, ҡан ҡойошло тарихы тураһында милли совет әҙәбиәтендә бик күп әҫәрҙәр яҙылған. Патриотик йырҙарҙы һалдаттар ял иткән араларҙа йырлап, тыуған яҡтарын, һөйгәндәрен, туғандарын, балаларын һағынып, моңһоу­лан­ғандарҙыр. Ә тылда ҡалған атай-әсәйҙәренә, кәләштәренә, балаларына еңел булғанмы ни?! Көнө-төнө фронт өсөн тип заводтарҙа ҡорал эшләнгән, шул станоктар артында ҡатын-ҡыҙҙар, йәш үҫмерҙәр торған. Алһыҙ-ялһыҙ тир түккәндәр, әммә бер ҙә зарланмаған улар. Ысын патриоттар! Был турала бик күп һөйләргә булыр ине... Ә ауылдарҙа, алыҫ тылда, бына ошо кешеләр үҙҙәре лә ас көйөнсә бар көсөн һалып, фронт­ҡа аҙыҡ, йылы кейем һәм баш­ҡа кәрәк-яраҡтар оҙатҡан, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн шулай тырыш­ҡандар. Уларҙың күбеһе данлы Еңеүҙе күреп тә өлгөрмәйсә вафат булған. Был турала шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина үҙенең өс китабын – «Һуғыш балалары – тарих яралары» (2010 йыл), «Һуғыш яралаған бала саҡ» (2015), «Һуғыш балалары һөйләй» (2020) тигән йыйынтыҡтарын донъяға сығар­ҙы.«Ни өсөн танылған шағирә һуғыш темаһына мөрәжәғәт итте икән?» тигән һорау тыуыуы ихтимал. Мин былай тип яуап бирер инем. Беҙ ҙә бит һуғыш балалары ҡыҙҙары. Ҡәһәрле һуғыш ғазаптары ҡағылмаған бер генә ғаилә лә ҡалмағандыр беҙҙең илдә. Һуғыш ҡыйралыштары бөтә донъяны биләп алған бит. Ә күңел ҡыйралыштары тураһында әйтеп тә тораһы түгел, ул мәңгелек ғазап булып кешеләр тормошонда тороп ҡаласаҡ... Ошо турала күп уйлана торғас, Зөһрә Ҡотлогилдина китап яҙырға ҡарар итә. Тәүге китабы, әйткәнебеҙсә, «Һуғыш балалары – тарих яралары» тип атала. Һуғыш балалары – хәҙерге көндә үҙҙәре тыл ветерандары. Улар һуғыш ваҡытында үҙҙәре лә сабый көйөнсә аслыҡ-ялғанғаслыҡты кисереп, ололарға ярҙам иткән. Юҡҡамы ни «полк улы» тигән төшөнсә барлыҡҡа килмәй, малай ғына көйөнсә һуғышта ҡатнашып, дошманды еңергә өлөш индергән бит улар.

Ветерандар һөйләй... Ә улар­ҙы һөйләтеү өсөн Зөһрә Ҡотлогилдина тормош иптәше, журналист Нияз Мәһәҙиев менән республиканың бик күп райондарын һәм ауылдарын ҡыҙырып сыға. Ветерандар илай-илай һөйләй, хәтер бит аяуһыҙ, иҫкә төшөрә башлаһалар, йөрәк ҡуҙғый башлай. Уларҙың хәл-торошон күреп, үҙең дә ҡушылып иларға тотонаһың. Күпме күҙ йәше, нервылар китә ошо мәлдә... Ә яҙырға кәрәк, киләһе быуын өсөн һәм ошондай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн, әсәләрҙең күҙ йәше түгелмәһен өсөн, балалар иламаһын өсөн...

Зөһрә Ҡотлогилдинаның икенсе китабы «Һуғыш ярала­ған бала саҡ» исемле. Тәүге­һенән һуң икенсеһен дә яҙыу зарурлығы тыуа, сөнки бер китапҡа ғына һыя торған кисерештәр түгел бит былар. Әле тыл ветерандарының иҫән сағында уларҙың һуғыш ваҡытындағы тормошон яҙып ҡалдырыуҙы дауам итергә кәрәк, тигән теләге тыуа. Ни ҡәҙәрле генә ауыр булмаһын, Зөһрә иптәше Нияз Мәһәҙиев менән (ул ҙур ярҙамсы була) тағы ла райондар буйлап сәйәхәткә сыға, ошо эшен ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышлыҡ менән дауам итә. Юл сығымдары ла, бөтәһе лә үҙҙәре иҫәбенән, әлбиттә. Өлкәндәр янына улар буш ҡул менән бармай, күстәнәстәрен дә ала.

Журналистың биш йылдан һуң быйыл өр-яңы китабы нәшер ителде. Шундай ҙа тын­ғыһыҙ кеше булыр икән был Зөһрә! «Һуғыш балалары һөйләй» тип атала был йыйынтығы, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата донъя күрҙе. Титаник хеҙмәттәр, тип әйтергә баҙнат итәм Зөһрә Ҡотлогилдинаның был китаптарын. Уларҙың ҡәҙере һәм әһәмиәте йылдар үтә барған һайын ҡиммәтерәк һәм әһәмиәтлерәк була барасаҡ. Иманым камил, шулай буласаҡ. Бындай әҫәрҙәр гел тыуып тормай, шуға күрә лә уларҙы ваҡытында баһалай ҙа белергә кәрәктер. Был китаптар бит киләсәк өсөн, тыл ветерандарын онотмау, Тыуған илебеҙ, еребеҙ өсөн башын һалған яугирҙар­ҙың данын, рухын һүндермәү өсөн кәрәк. Афарин, Зөһрә Ҡотлогилдина!


Миңлегөл ХИСАМОВА, Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты.


Читайте нас: