-8 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2020, 20:53

Заманса түңәрәктәр асыла

Республикабыҙҙың өҫтәмә белем учреждениеларында «Асыҡ ишектәр» көнө бара. Бында балалар атай-әсәйҙәре менән төрлө мәғлүмәт кенә алып ҡалмай, күңелдәренә оҡшаған түңәрәктәргә лә яҙыла.



Шуныһы һөйөнөслө: уҡыу йылы башынан күп үҙәк, технопарктарҙа яңы түңәрәктәр ҙә эшләй башлай. Әйткәндәй, өҫтәмә белем биреүҙә яңы урындар булдырыу маҡсатында аҡсалата ярҙам алыу өсөн Башҡорт­остан федераль гранттар конкурсында ҡатнашып, еңеү ҙә яулағайны. 2020/2021 уҡыу йылынан Әлшәй, Архангел, Өфө, Хәйбулла райондарында, Өфө, Благовещен ҡалаларында 4 мең 485 яңы өҫтәмә белем биреү урындары бул­дырыласаҡ. Был йәһәттән 29 миллион 400 мең һум аҡса бүленгән. Өфөнөң «Үҫенте» экология-биология үҙәгендә «Йыһан тикшереүсе» һәм «Аҡыллы ҡаланы планлаш­тырыу» берекмәләрен асыу күҙаллана. «ЛидерЭко» эколо­гия-биология үҙәгендә үҙенсәлекле балалар туризм менән шө­ғөлләнә алһын өсөн «Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сик­ләнгәндәр өсөн ял көнөндә сәйәхәттәр» тигән түңәрәк эшләй башлаясаҡ. Благовещендағы Балалар белем биреү технопаркында «Виртуаль ысынбарлыҡ» берекмәһе барлыҡҡа киләсәк.

Әйткәндәй, уҙған ял көндәрендә баш ҡалабыҙҙағы «Баш­ҡортостан кванториумы» республика балалар белем биреү технопаркы ла балалар һәм атай-әсәйҙәр тауышынан гөр килеп торҙо. Быға тиклем «Автоквантум», «Робоквантум», «IT-квантум», «Сәнәғәт дизайны», «Виртуаль ысынбарлыҡ», «Hi-tech», шахмат, техник инглиз теле, автоконструкторлау, «Квантик», «Һынлы сәнғәт», видеостудия берекмәләре эшләп килһә, быйылдан мобиль ҡушымталар эшләү буйынса «IT-квантум»дың яңы йүнәлеше асыласаҡ. Уның етәксеһе Александр Иванович Феоктис­тов әйтеүенсә, уҡыу мәлендә балалар әлеге көндә хеҙмәт баҙарында иң талап ителгән Java программалау телен, шулай уҡ Android операцион сис­темаһы өсөн мобиль ҡушымталар эшләргә өйрәнәсәк. Әлеге берекмәлә белем алыусылар уҡыу уйындарын булдырыу буйынса проекттар ҙа эшләйәсәк. Шәп, шулай бит! Фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерләнгәндә дәрестәр техник инглиз телен ҡулланып та алып барыласаҡ.

Тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡтарҙың береһе – республикабыҙҙа 2 мобиль технопарк асылды. Бында гео/аэро, робо/IT, VR/промдизайн, хайтек кеүек бер нисә лаборатория ингән. Уның ярҙамында бер ниндәй шарттар булмаған ауылдарҙағы балалар дәүләт иҫәбенә тәбиғи-фәнни һәм техник йүнәлештәге программалар буйынса шөғөлләнәсәк. Яңы уҡыу йылынан Ҡалтасы, Саҡмағош, Дыуан, Шаран, Көйөргәҙе, Архангел, Асҡын, Ауыр­ғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Йылайыр райондарынан балалар өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге аласаҡ.

Ә өҫтәмә белем биреүҙе тү­ләү буйынса республика­быҙ­ҙа 5-тән 18 йәшкә тиклемге һәр балаға 8 мең 800 һум күләмендә аҡса бүленеүен беләһегеҙ­ҙер, моғайын. Әлеге элек­трон сертификатты алыу өсөн р02.навигатор.дети сайтында теркәлергә кәрәк. Шуныһы шәп: бындай сертификат йыл һайын биреләсәк.

Барығыҙға ла уңыштар!

Г. РАМАҘАНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: