Сибай ҡалаһында тыуып, баш ҡалабыҙҙа үҫкән буласаҡ композитор Өфө махсус музыка мәктәбендә, сәнғәт училищеһында, аҙаҡтан институтында музыка серҙәренә өйрәнә. Вузда уҡығанда арҙаҡлы композитор Заһир Исмәғилев төркөмөндә белемен үҫтерә. Хәҙер инде ул үҙе лә йыр-моң һөйөүселәргә киң билдәле, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты тигән юғары исемдәргә лайыҡ булған шәхес. Ул йөҙләгән лирик, патриотик һәм балалар өсөн күп йырҙар, йөҙ илленән артыҡ спектаклгә, утыҙлап художестволы һәм документаль фильмдарға көйҙәр яҙған. Әле һеҙгә әсәһе, шағирә Гөлфиә Юнысова менән бергәләп ижад иткән «Туған телем» тигән йырын тәҡдим итәбеҙ. Композитор республикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Ул быға лайыҡ. Урал Иҙелбаевҡа уңыштар теләйек!
Зөһрә ХӘКИМОВА, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы.
Ер шарында илдәр бик күп,
Араһында – һин бер бөртөк.
Башҡортостан – ғәзиз илем.
Ҡотло ла һин, һутлы ла һин,
Көс-дәрт бирер утлы ла һин,
Илкәйем дә – туған телем.
Башҡорт теле – халҡым теле,
Дәүләт теле – туған телем,
Туған телем, һиңә хаҡлыҡ,
Һары һағыш, ап-аҡ шатлыҡ –
Балдай татлы һәр бер һүҙең,