Әле Ғәҙелгәрәй мәктәбенең VII синыфында «бишле»гә генә уҡып йөрөй. Иң яратҡан дәрестәре – башҡорт теле, биология, география, рәсем, музыка.
– Мәктәбебеҙ матур, ике ҡатлы, тирә-яғы гөл-сәскәгә күмелгән. Унда ойошторолған фән аҙналыҡтары, «Зарница» уйыны, «Уңыш» байрамы оҡшай. Бейеү, йыр түңәрәктәренә, спорт секцияларына бик яратып йөрөйөм, – ти Әҙилә.
Бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәй. Республика бәйгеләрендә лә ҡатнаша. Уҡымаҫ борон уҡ әсәһенә эйәреп, гел мәктәпкә йөрөй. Илүзә Нуретдин ҡыҙы – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, йыр түңәрәген дә алып бара.
Бер ваҡыт мәктәпкә хореограф килә. Үҙенән өлкәнерәктәр артынан бейеү хәрәкәттәрен килештереп ҡабатлаған алты йәшлек Әҙиләне лә күреп ҡала ул. Һәләтле ҡыҙҙың үҙенә айырым бейеү һалырға булалар.
Бына шулай йырға ла, бейеүгә лә оҫта булып сыға ҡыҙ. «Байыҡ» республика телевизион бейеү бәйгеһендә – I, «Сулпылар» һәм «Яҙғы тамсылар» республика конкурстарында II урын яулай. Бының өсөн уға район хакимиәте башлығы стипендияһын тапшыралар. Әҙилә районда үткән төрлө олимпиадаларҙа, фәнни конференцияларҙа ла ҡатнаша. Иншалар, «Оҙон көй», Йәнғәле Вәхитов иҫтәлегенә үткән бейеү конкурстарында II урынға лайыҡ булған. Төбәк буйынса ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһендә еңеп сыҡҡан.
Синыфтарында мәҙәниәт өсөн яуаплы. Ойоштороу һәләте лә бар икән үҙендә. Ҡыҙҙарҙы ла бейергә, йырларға өйрәткән. Ауыл сәхнәһендә йыш сығыш яһайҙар. Әҙиләнең оҙон көйҙәрҙе, мөнәжәттәрҙе лә өйрәнеүе маҡтауға лайыҡ.
– Апаһы менән ағаһы Өфөлә уҡый, атаһы ла икешәр аҙна ҡырҙа эшләй, шуға ла Әҙилә – төп ярҙамсым. Мал-тыуар, ҡош-ҡортто ҡарап алып ҡайта. Бешеренергә лә өйрәнеп алды, таҙалыҡ ярата. Уҡыуға ла, һәр эшкә лә яуаплы ҡарай. Уңған, бөтәһен дә үҙе белеп башҡара. Күҙ теймәһен инде, – тип маҡтай үҙен әсәһе.
Был ҡыҙҙан киләсәктә сәнғәт йондоҙо сығыр инде, тип уйлағайным. Әммә уның хыялы әсәһе кеүек башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булыу икән.
– Балаларҙы уҡытып ҡына ҡалмай, йырларға, бейергә, ҡумыҙҙа уйнарға ла өйрәтәсәкмен. Белемле, һәләтле уҡыусылар тәрбиәләйәсәкмен, – тип белдерҙе ул.
Алдына бына шундай бик матур маҡсат ҡуйған Әҙилә.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.