– Ғүмер үтә, сайырсылар ҙа бөтөп бара. Киләһе быуын уның нимә икәнен дә белмәүе ихтимал. Шуға Кордонда заманында киң таралған сайыр ағыҙыу эше буйынса музей асырға тип Рәсәй Президенты грантын юлланыҡ. Бының өсөн уны етештереү тураһында видео төшөрөп, интернетҡа һалдыҡ. Бик күп кеше ҡарап, илдең төрлө мөйөштәренән сайыр һорап мөрәжәғәт итә башланылар. Халыҡ медицинаһында ла ҡулланалар бит уны. 2008 йылда Миңнур Ҡасимова Әбделмәмбәт мәктәбе директоры булып эшләгән сағында Бәләкәй Ҡыпсаҡ мәктәбенең бер бүлмәһен сайыр музейы итеп үҙгәрткәйне. Быйыл Рәсәй Президенты грантын алғас, экспонаттар йыйыу, йәғни музейҙы сайырсының эш ҡоралдары менән тулыландырыу, капиталь төҙөкләндереү эше башланды.
– Эйе. Мин бит V, VI синыфтан һуң атайыма ярҙам итә башланым. Ә ҡулға аттестат алғас, иртәгеһенә үк сайыр етештереү буйынса эшкә индем. Бик ауыр хеҙмәт ул. Әммә минең өсөн иң ҡыйыны урманда яңғыҙ йөрөргә тура килеүе булғандыр. Бер кешегә бер диләнкә бирелә. Унда яҡынса 6 – 8 мең ағас була. Урман буйлап сентябрь аҙағына тиклем иртәнге ҡараңғынан ҡара төнгәсә йөрөйһөң. Һәр бер ҡарағайҙы кеше кеүек танып бөтәһең. Ҡышҡыһын ҡайырын йоҡартып әҙерләп ҡуйған ағастарға май баштарында сайыр өсөн воронкалар беркетә башлайһың. Шунан һаҡ тигән ҡорал ярҙамында аҫтан өҫкә табан ике яҡтан һыҙыҡтар һыҙаһың. Улар буйлап мөшкәткә сайыр ағып төшә. Өс көндән тағы һыҙып сығаһың. Шулай көнөнә 2 мең тирәһе ағасты һыҙаһың. Бер миҙгелдә сайырсы диләнкәһендәге 8 мең тирәһе ағасты 15 – 20 тапҡыр урап сыға.
Бына бит нисек! Был кәсепте оло быуын кешеләре һағынып иҫкә ала, музейҙа сайырсыларҙың исемлеге лә тергеҙелә икән. Бөрйән районында был эшкә ихлас тотонғандар. Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында үҙенсәлекле музей асыуҙары һоҡландыра. Тиҙҙән уны барып күрергә теләүселәр күп булыр, Алла бирһә. Онотолоп барған сайырсылыҡ тармағы тураһында йәштәр, балалар ҙа белеп үҫер.