+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2021, 15:15

Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай

Башҡортостандан дүрт йәш музыкант "Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай" XVII халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты.

Унда 1200-ләп ғариза ҡабул ителгән булған. Һайлап алыу турын үткән һәләтле балалар араһында Өфөләге Урта махсус музыка колледжы уҡыусылары ла бар ине. Улар барыһы ла оҫталыҡтарын тәжрибәле педагогтарҙа нығыта: виолончелдә уйнаусы Яна Штин - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лариса Фәсхетдинова, балалайкала уйнаусы Сәмирә Заһиҙуллина - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лира Ястребова класында, пианистар Анна Вәлиева - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Татьяна Федулова, Ева Миңләхмәтова республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лира Кәримованың класында шөғөлләнә.
Музыканттарҙың һәр береһе кесе йәштән үк бик күп жюри иғтибарын яулап, Владимир Спиваковтың халыҡ-ара конкурстары һәм Башҡортостандағы Хәйриә фондының концерт программаларында бер нисә тапҡыр ҡатнашты. Буласаҡ йондоҙҙарҙың концерттары Мәскәү филармонияһының билдәле сәхнә майҙансыҡтарында, Сергей Андрияки мәктәбе һәм Третьяков галереяһында үтте.
Башҡортостанд йәш таланттарының "Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай" фестивалендә ҡатнашыуы күптән матур йолаға әүерелде. Владимир Спиваковтың республикабыҙҙағы Хәйриә фондының Мәскәү фонды менән тығыҙ бәйләнештә булыуы файҙаға ғына!.
Фото "Башинформ" сайтынан алынды.
Читайте нас: