+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2021, 14:10

Барыбыҙ ҙа сәнғәткә ғашиҡбыҙ

Минең атайым да, әсәйем дә – сәнғәткә ғашиҡ кешеләр.

Ауылдағы бер ниндәй мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй. Атай менән әсәй: «Сәнғәтте аңлаған, һөйгән кеше тәрбиәле була», – ти. Мин дә уларҙан өлгө алып үҫәм. Ауыл музыка мәктәбенең хореография һәм йыр бүлектәрендә шөғөлләнәм. Район, республика кимәлендә үткән төрлө йыр-моң бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашам һәм призлы урындар яулайым. Әлеге көнгә иң ҙур ҡаҙаныштарым тип «Сулпылар» һәм «Байыҡ» республика конкурстарында өсөнсө урын алыуымды һәм лауреат булыуымды һанайым.

Киләсәктә ҙур сәхнә йондоҙо булып балҡығым килә. Ошо уй-хыялымды тормош­ҡа ашырырға бар көсөмдө һаласаҡмын. Уҡыуҙа ла һыр бирмәҫкә тырышам, тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшәм.

Розалиә АҪЫЛҒУЖИНА, V «Б» синыфы уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Иҫке Сибай мәктәбе.
Читайте нас: