Фестиваль «Zoom» платформаһы аша уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндәй булдыҡ. Уҡытыусылар һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре беҙгә фәһемле оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, «Йәншишмә» гәзите, «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдарының баш мөхәррирҙәре менән аралашыу форсаты тейҙе. Уларға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙҙы биреп, тулы йөкмәткеле яуаптар алдыҡ. Беҙҙең менән үҙ ижад юлдары, тәжрибәләре менән бүлешкәндәре өсөн үҙҙәренә рәхмәт әйтәбеҙ. Фестиваль ваҡытында шулай уҡ Юлиә Ниғмәтуллинаның журналистарға арналған «Намыҫ эше» исемле фильмын да ҡараныҡ.
Ә инде кисен беҙҙе «Юлдаш» радиоһының «Күпер» тапшырыуына саҡырҙылар. Синыфташтарым радиотыңлаусыларға фестивалдән алған тәьҫораттарын еткерҙе.
Барлыҡ ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Мин буласаҡ һөнәрем тураһында фәһемле һәм кәрәкле күп мәғлүмәт алдым. Синыфташтарым да, үҙем дә, тәрбиәсебеҙ Фәнзилә Хәмзә ҡыҙы Яҡупова ла бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
Илүзә ЯНБАЕВА, X «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.