Баҡтиһәң, ул магнит констуктор деталдәрен йотҡан булған. Малай апайы менән бергә уйнаған. Тик йыйылманың өлөштәре етмәүен ата-әсәләре уйынсыҡты йыя башлағас ҡына асыҡлаған. Тиҙ генә "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡыртып, дауаханала ике балаға ла рентген тикшеренеүе үткәргәндәр. Өлкәнендә бер ни күренмәгән. Ә бәләкәсен ашығыс рәүештә операция бүлмәһенә алып инеп киткәндәр.
Махсус ҡоралдар ярҙамында баланың ашҡаҙанынан 117 ваҡ предметтарҙы сығарғандар. Ярай әле магнит шарҙары бер-береһенә тартылып ашҡаҙан функцияһын боҙорға өлгөрмәгән. Әлеге ваҡытта сабыйҙың хәле һәйбәт, ул үҙен яҡшы тоя.
Бәләкәс балаларҙы өлкәндәр күҙәтеүенән башҡа ваҡ деталдәрҙән эшләнгән уйынсыҡтар менән уйнатмаҫҡа тырышығыҙ. Уларҙы ауыҙҙарына ҡабып, йотоп ебәргәнен ата-әсәй күрмәй ҙә ҡалырға мөмкин. Бындай хәлдәрҙең аҙағы үкенесле тамамланып ҡуйыуы ла бар, Хоҙай һаҡлаһын. Шуға һаҡ булайыҡ!