+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль 2021, 13:33

Батырйән, Ынйы, Матур, Иҫәнбай Иҫәновтар

Белеп ҡуйығыҙ, был бәхетле балалар – Баймаҡ ҡалаһында Иҫәновтарҙың ҙур, матур, татыу ғаиләһенең йәме, ҡото. Күркәм исемле, аҡыллы, теремек, тәрбиәле үҙҙәре.

Борон башҡорттарҙа сабыйға оҙон исем ҡушырға тырышҡандар. Ошо йоланы һаҡлап, баланың ғүмере лә оҙон һәм бәхетле булһын, тип ғаиләләге дүрт балаға ла атай менән әсәй матур башҡорт исемдәре ҡуш­ҡан.

Яратып-көтөп алынған баш балаға – иң өлкән улдарына Батырйән тип ҡушалар. Батыр, ҡыйыу егеттең дуҫтары күп бул­һын, тормошта ҙур уңыштарға өлгәшһен, тип изге ниәттәр менән сабыйға шундай исем һайлай яҡындары. Батырйән, ысынлап та, батыр йәнле бала: әлеге мәлдә иң төп эше – уҡыу­ҙа һынатмай, спортты ярата. Әле ул ҡалалағы 2-се мәктәптең өсөнсө синыфында белем ала. Ә инде олимпиадаларҙа призлы урындар яулауы – уҡыусы өсөн үҙе үк ҙур батырлыҡ! Өйҙә – атаһының уң ҡанаты, терәге, әсәһенең – беренсе ярҙамсыһы. Батырйән моңло бала – йырларға ла әүәҫ ул.

Ғаиләгә тағы ла бәхет, ырыҫ арттырып, ҡыҙҙары тыуа. Ата-әсәһе уға Ынйы тигән нәзәкәтле башҡорт исемен ҡуша. Ҡыҙыҡай – әлеге көндә икенсе синыф уҡыусыһы, уҡыу алдын­ғыһы. Затлы мәрйен кеүек ныҡ, ауырыуҙарға бирешмәһен, ын­йы сәскәһе кеүек наҙлыҡай ғына, кешеләргә миһырбанлы булһын, тигән уй-ниәт менән ошо исемде биргәндәр. Ын­йыҡай ағаһынан ҡалышмай: спорт менән дә ихлас шөғөлләнә, бейергә лә ярата.

Өсөнсө баланың исемен оҙаҡ ҡына һайлай атай менән әсәй. Тулған айҙай һылыу йөҙлө, төймәләй генә танаулы матур бәпәйгә бер исем дә килешмәгән кеүек тойола. Үҙе матур булғас, исеме лә шулай булһын, тип һылыуҡайға ата-әсәһе ҡарт өләсәһенең исемен ҡуша. Матур­ҡай әле балалар баҡсаһына йөрөй. Ағаһына, апаһына эйәреп, улар ятлаған шиғырҙарҙы тиҙ генә отоп ала, йырларға, бейергә килештерә. Ҡустыһы Иҫәнбай­ға күҙ ҙә ҡолаҡ. Уныһын ҡурсалап ҡына тора, бер минутҡа ла янынан китмәҫкә тырыша. Ә әлегә кинйәләре Иҫәнбай Иҫәновтар фамилияһына нигеҙ һалыусы етенсе быуын олатаһының исемен йөрөтә. Уның исеме иҫән-һау һәм бай булһын, тигән теләк мәғәнәһенә эйә.

Рәсәй гвардияһының «Һаҡсы» ойошмаһында эшләүсе ғаилә башлығы Артур Заһир улының эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала балалары. Ҡулы ла ифрат оҫта аталарының. Ағастан төрлө һындар, һандыҡтар һәм башҡа төрлө әйберҙәр эшләй. Йәшәгән йорттары, ихаталары хас та әкиәт илен хәтерләтә: өйгөс, төрлө һындар, хатта башҡорт тирмәһе ҡороп ултыртҡан атай­ҙары. Сәскә үҫтереү өсөн матур-матур һауыттарҙы ла ғаилә башлығы үҙ ҡулдары менән эшләгән. Батырйән күберәк атаһы янында өйрөлә, ағас менән эшләү серҙәренә өйрәнә. Бергәләп яһаған бик күп ҡул эштәре төрлө конкурс­тарҙа призлы урындар яулаған.

Әсәләре – ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы. Ул ҡул эштәренә маһир, матурлыҡ ярата, шуға ла күпләп сәскәләр үҫтерә. Ҡыҙҙар ҙа уға эйәреп, сәскәләр тәрбиәләй, бәйләү, ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Ҡала ерендә йәшәһәләр ҙә, һөт кәзәләре, йорт ҡуяндары аҫрайҙар. Ҡыҙ­ҙар кәзә һауа, бергәләшеп ҡуян­дар тәрбиәләйҙәр, йәй көндәре әсәләренә баҡса эшендә ярҙамлашалар. Күмәкләгәс, эш тә ырай. Эш бөткәс, татыу ғаилә күңелле ял да итә.

Балаларҙың барыһы ла йыр-бейеүгә оҫта. Бейеү, фольклор түңәрәктәренә йөрөйҙәр. Улар район, республика кимәлендә үткән бик күп бәйге еңеүселәре: «Таҡмаҡ-батл» республика, Баймаҡ телевидениеһы үткәргән «Мобиль репортёр» конкурстарында беренсе урын ала, «Атай менән бергә оҫталайбыҙ», «Минең хыялымдағы ихата», Башҡорт ҡоролтайы үткәргән «Башҡорт ғаиләһе – 2019» ярыштары еңеүселәре.

Бөтөн был сараларға балалар­ҙы әйҙәүсе, дәртләндереүсе – атай менән әсәйҙәре. Үҙ көстәре менән төрлө бәйгегә әҙерләүсе лә улар. Балалар зирәк, өйрәткәнде бик тиҙ отоп ала. Ата­лары – һөнәре буйынса физкультура уҡытыусыһы. Шу­ның өсөн дә ғаиләлә физик тәрбиә­гә ныҡлы иғтибар бирелә. Бергәләп походтарға йөрөйҙәр, спорт менән әүҙем шөғөлләнәләр.

Еңеүҙәр балаларҙы дәртләндерә, яңы үрҙәргә әйҙәй. Саф башҡорт исемдәрен йөрөткән был татыу балалар бөгөн дә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Уларҙың исемдәре лә, үҙҙәре лә бик шәп!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА.

Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: