+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль 2021, 14:43

"Әҙәп төбө - матур ғәҙәт"

Икенсе синыф уҡыусылары әҙәби уҡыу дәресендә Фәйрүзә Фәтҡуллинаның «Ҡунаҡ табыны» әкиәт-пьесаһын ҡыҙыҡһынып уҡып, уны бик оҡшаттылар.

Ролдәрен бүлешеп, репетиция үткәреп, ата-әсәләр ярҙамында костюмдар әҙерләп, әҫәрҙе сәхнәләштереп тә күрһәттеләр. Оҫталыҡтарына хайран ҡалдыҡ. Бына бит нисек, артистар үҫеп килә!


Яңыраҡ «Әҙәп төбө – матур ғәҙәт» тигән фәһемле синыф сәғәте үткәрҙе улар. Һөйләшеү мәңге ҡиммәттәрен юғалтмаҫ «Һаумыһығыҙ!», «Һау булығыҙ!», «Ғәфү итегеҙ!», «Зинһар өсөн!», «Рәхим итегеҙ!», «Рәхмәт!» тигән һүҙҙәр тураһында барҙы. Балалар башҡорт теленең матурлығы, ҡәҙере тураһында ла фекер алышты. Уҡытыу­сылары Гүзәлиә Наил ҡыҙы Йәнтүрина менән «матур һүҙҙәр аҡланында» булдылар, «рәхмәт ямғырында» ҡойондолар. Йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә. Мин әҙерләгән китап күргәҙмәһе менән дә таныштылар. Әҙәплелек, дуҫлыҡ тураһында яҙылған әҫәрҙәр яҡшылыҡҡа өйрәтә, тигән фекергә килделәр. Һәр береһе китап та һайлап алды. Сөнки китап – белем, тәрбиә шишмәһе ул. «Уҡыған кеше – бай кеше, әҙәпле кеше», «Олонан аҡыл ал – кәңәшкә ҡолаҡ һал!» тигән мәҡәлдәр ҙә иҫкә төшөрөлдө.

Бына шундай әҙәпле, матур ғәҙәтле балалар уҡый мәктәбебеҙҙә. Башҡорт телен яратып өйрәнә, ғорурланып, ҡәҙерен белеп үҫә беҙҙең икенселәр!

Розалиә БАЗАРОВА.

Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.
Читайте нас: