Миләш, ҡайын, тирәк ағастары күләгәһендә эҫе көндәрҙә китап уҡыйбыҙ, ял итәбеҙ. Ҡышын миләштең емештәрен ҡоштар ашап рәхәтләнә. Ә бөтә ҡунаҡтарҙы, уҡыусыларҙы көн һайын белем усағыбыҙ алдындағы күк шыршылар ҡаршы ала.
Ағастар күп булғас, баҡсабыҙға ҡышларға ҡалған ҡоштар ҙа килә. Йыл һайын тағараҡтар эшләйбеҙ, иҫкеләрен яңыртабыҙ, ем һалабыҙ. Беҙ, VII «А», VII «В» уҡыусылары, тәрбиәсебеҙ Нәсимә Фәйзи ҡыҙы Имаҡова менән ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ашарға бирәбеҙ. Улар тағараҡтарыбыҙҙы һырып ала. Синыф сәғәтендә ниндәй ҡоштар ҡышларға ҡалғанын белдек, улар тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланыҡ.
Ҡарабаш турғайҙар, ҡыҙылтүш, шыршы турғайҙары, алағанаттар беҙ эшләгән тағараҡта тамаҡ ялғай, беҙгә рәхмәт әйткәндәй, матур итеп һайрайҙар. Ҡайһы берҙәре, батырыраҡтары, тәҙрә эргәһенә үк килеп, моңло тауыштарын бүләк итә.