+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март 2021, 12:56

Иң ауыры ҡултамға ҡуйырға өйрәнеү икән

Ғинуарҙың ҡояш йылмайып торған бер көнөндә мин үҙемде ҙур кеше итеп тойҙом, сөнки ҡулыма төп документ – Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын алдым.

Нисек ҡыуанғанымды күр­һәгеҙ! Ә бит был көнгә оҙаҡ әҙерләндем. Иң ауыры ҡултамға ҡуйырға өйрәнеү булды. Көн дә интернет селтәренән эҙләндем, дәфтәремдең 2 – 3 битен имзам менән тултырҙым. Бик ныҡ аптыранып йөрөгәнемде күргәс, әсәйем түҙмәне, үҙе ярҙам итергә булды. Ул ручканы алды ла, ошолайтып яҙып ҡара, тине. Миңә әсәйемдең тәҡдиме бик оҡшаны һәм ҡултамғамды уныңса килтереп сығар­ҙым. Әйтеүе генә анһат. Оҙаҡ ҡына яфаланырға тура килде. Бер хәрефем килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Эй, тырыштым, ҡулым талып бөттө.

Паспорт алырға барған көндө өйрәнгәнемде онотоп ҡуймаҫ өсөн ҡабатлап яҙып ултырҙым. Бына шундай тулҡынландырғыс мәл етте. Миңә документымды бирҙеләр ҙә ҡултамға ҡуйырға ҡуштылар. Ҡаушауымдан хатта ҡалтыранып киттем. Аҙаҡ ҡулыма паспортымды алып, беҙ Үҙәк һаҡлыҡ банкына карта астырырға киттек. Унда ла әллә нисәмә тапҡыр ҡултамға ҡуйғас, ғүмерҙә онотмаҫлыҡ хистәр кисерҙем. Өйгә ҡайтып ингәс, гражданка, тип ҡотлай башланылар.

Cиныфташтарымдан: «Нисек ҡултам­ғағыҙҙы ҡуйҙығыҙ?» – тип ҡыҙыҡһындым. Кемдер: «Өс хәреф яҙҙым да өйрөлтөп ҡуйҙым», – тине. Быға ныҡ аптыраным. Миңә ошо ҡултамғамды ҡуйырға өйрәнеү өсөн күпме тырышырға тура килде.

Ә һеҙ паспортлы булдығыҙмы әле? Алып өлгөрмәһәгеҙ: «Был тантаналы көнгә алдан ныҡлап әҙерләнегеҙ. Матур ҡултамға ҡуйырға ла өйрәнегеҙ. Паспортығыҙ – төп документығыҙ, ул һеҙҙең йөҙөгөҙ кеүек», – тип кәңәш итәм.

Илүзә АЙЫТБАЕВА.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас: