Берәү – йән дуҫың, берәү – мал дуҫың.
Көслө яман түгел – үсле яман.
Һиңә бирелгән ике ҡолаҡ, бер тел: ике тыңла, бер һөйлә, ҡалғанын үҙең бел.
Алтының менән маҡтанма, аҡылың менән маҡтан.
Кешене хур тотма, үҙеңде ҙур тотма.
Эйелмәгәнгә бөгөлмә.
Кешегә ҡәҙерле булғың килһә, үҙең ҡәҙер күрһәт.
Ауырлыҡ күрмәй – еңеллек булмай.
Үҙ малыңды аҙһынма, кеше малын күпһенмә.
Кешене күҙәт тә үҙеңде төҙәт.
Һүҙ ҡыуған – ҡаҙалы, эш ҡыуған – ҡаҙналы.
Аҙ һөйләһәң – күп ишетерһең.
Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
Яҡшы кеше – күргән яҡшылығын һөйләр,
Яман кеше – күргән яҡшылығын да яманлыҡ итеп һөйләр.
Сығанаҡ: Лира Яҡшыбаеваның “Бәйләнештә” сәхифәһенән.