-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәжрибә
20 Сентябрь 2019, 16:34

Ғафуриҙар сингапурҙарса уҡый башланы

Һуңғы йылдарҙа сингапурҙарса уҡытыуға ҡы­ҙыҡһыныу бермә-бер арта төштө. Рәсәй мәктәптәрендә лә ошо алым әүҙем индерелә башланы.

Был йәһәттән Сингапурҙың уҡытыусылар берекмәһе президенты, Educare Cooperative Limited компанияһының директор вазифаһын башҡарыусы Майк Тирумандың өлөшө бик ҙур. Ул ошо яңы алымды өйрәтеү буйынса йәнле эш алып бара.
Рәсәй төбәктәренән тәүгеләрҙән булып Татарстан мәктәптәре менән хеҙмәттәшлек итә башлағайнылар. Проектҡа ярашлы, был республиканың бөтә райондарында ла уҡытыусы-тьюторҙар, тьютор-методистар әҙерләнде. Хәҙер инде барлығы 20 меңгә яҡын педагог яңы алымды өйрәнеп, үҙҙәренең эштәрендә файҙалана: асыҡ дәрестәр үткәрә, әсбап, методик ҡулланмалар сығара.
Татарстан башлағанды Удмуртия мәктәптәре, Мәскәүҙәге «Эврика» белем биреү сәйәсәте институты күтәреп алды. Ә 2015 йылда Төмәндең 80 уҡытыусыһы һәм етәкселәре Син­гапур белгестәренең тәжрибәһен өйрәнеп, уҡытыу­ҙа ҡуллана башланы.
Был яңылыҡтан беҙҙең республика ла ситтә ҡалырға теләмәй. Ғафури районының Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы уҡытыусылары яңы тәжрибәне өйрәнеп, бала­ларҙы Сингапур өлгөһөндә уҡытырға то­тондо.
Ә сингапур алымы менән белем биреү нимәгә ҡайтып ҡала һуң? Яңы системала уҡытыусы барыһына ла нимә эшләргә кәрәклеген белдереп тороусы бер­ҙән-бер белем сығанағы түгел. Ул балаларға үҫешергә, уҡырға ярҙам итеүсе генә. Синыф бүлмәһе буйлап йөрөп, төркөмдәрҙә нисек эш барғанын күҙәтә, сығыш яһар­ға һүҙ бирә, уларҙы тыңлай. Дәрестәр көндәлек уҡытыуҙан ҡыр­ҡа айырылып тора. Ғәҙәттә, уҡыусылар өйгә бирелгән эштәр­ҙе уҡып мәктәпкә килә. Синыфта 30-лап бала икән, уҡытыусы шуларҙың бер нисәүһенән генә һорап өлгөрә. Ә ҡалғандар яуап бирмәй ҡала. Тимәк, дәрестә уҡыусыларҙың 10 проценты ғына ҡатнашҡан килеп сыға. Сингапур алымы буйынса иһә был мәсьә­лә икенсерәк хәл ителә. Уҡыусылар дүрт кешенән тор­ған командаларға бүленгән. Бирелгән теманы берәүһе башлап ебәрһә, икенсеһе дауам итә, өсөнсөһө төшөп ҡалдырылған урындарҙы һөйләй, дүртенсеһе йом­ғаҡлап ҡуя. Шулай итеп, һәр береһе үҙ фекерен әйтеү, дәрестә ҡатнашыу мөмкинлеген ала.
Синыф бүлмәһендәге парталар ҙа дүртәр кеше өсөн берләштереп, бөтөнләй башҡасараҡ урынлаштырыла. Һәр командалағы уҡыусыларҙың рәт номерҙары бар. Улар ниндәйҙер теманы үҙ-ара тикшергәндән һуң, уҡытыусы берәүһенә синыф алдында сығыш яһарға ҡуша. Яуап бирә алмаусыларға тейешле баһа ҡуйыла. Дәрес ирекле мөхиттә бара, лидер уҡыусылар ҙа билдәләнә.
Уҡытыу алымының төрлө юлдары хаҡында ла әйтеп китмәй булмай. Мәҫәлән, уҡытыусы ҡулын күтәрһә, уҡыусылар шунда уҡ бөтә һөйләшеүҙәрҙе туҡтатып, тын ҡала. «Йәгеҙ, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ», тип әйткәнсе, был уңайлыраҡ та. Әлеге юлды «high five» тип атайҙар. Балаларҙың бөтә иғтибары дәрес биреүсе уҡытыусының ҡулына йүнәлтелә. Шулай уҡыу бер ниндәй тауыш­һыҙ, тыныс үтә.
Тағы «motivational question» тигәнендә дәрес башында төп һорау, проблема ҡуйыла. Уның уҡыу буйынса булмауы ла мөмкин. Ҡыҙҙар, малайҙар үҙ фекер­ҙәре, дәлилдәре менән бүлешә. Уҡытыусы һәр береһенең һөйләгәнен тыңлап, яйлап ҡына балаларҙы ҡуйыл­ған төп проблемаға алып килә.
«Mixed pair share» тип исемләнгәне күңел асыу сараһы түгел, ә дәресте төрләндерергә ярҙам итеү­се. Синыф бүлмәһендә музыка тоҡандырыла, 15 минут тирәһе балалар ирекле атлап йөрөй. Уны һүндереү менән уҡыусы үҙенә пар табып, ниндәйҙер ҡуйыл­ған мәсьәләне тикшерә башларға тейеш.
Ә быныһын ғәҙәти белем усаҡтарында ла ҡулланалар. Уҡытыусы уҡыусыларға билдәле ваҡытта үтәү өсөн яҙма эш бирә. Ҡыҙҙар, малайҙар уны тамамлағас, дәфтәрҙәре менән алышып, бер-береһенең яҙмаһын тикшерә. Сингапурҙа был алымды «simultaneous round table» тип йөрөтәләр.
Красноусол башҡорт ин­тернат-гимназияһында сингапур алымы­на өйрәнеү ике көн буйына барҙы. Уны бик күп исемдәргә лайыҡ булған Ҡазандағы 146-сы «Ре­сурс» лицейы директоры Диләрә Кәримова үткәрҙе.
– Сингапурҙарса уҡытыуҙың һөҙөмтәһе иҫ киткес. Тәжрибә күрһәтеүенсә, сығарылыш синыф уҡыусыларының күбеһе юғары уҡыу йорттарына инә. Заманса технологияларҙы үҙләштереү осоронда был алымды һайлауыбыҙ юҡҡа түгел, уҡыу сифатын күтәрергә, балаларҙың һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә.
Беҙҙекеләр быны яҡшы аңлап, уҡытҡанда сингапур элементтарын ҡуллана башланы. Мәҫәлән, интернат-гимназияның химия уҡытыусыһы Эльмира Ғәзизова IX «А» синыфында «Ион алмашыныуы реакцияһы һәм уларҙың тигеҙләмәләре» тигән темаға Ҡазандан килеүсе тьюторҙарға асыҡ дәрес күрһәтте. Ул уҡыусыларға ғына түгел, ҡунаҡтарға ла оҡшаны, – ти интернат-гимназияның директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.
Уҡыусының фекерләү ҡеүәһен, ораторлыҡ оҫталығын үҫтереү, командала эшләргә өйрәнеү яғынан яңы уҡыу алымын ыңғай баһаларға була. Әле был тәжрибә Красноусолдағы башҡорт интернат-гимназияһында башланһа, алдағы көндәрҙә ундағы 1-се, 2-се мәктәптәр ҙә күтәреп алырға теләй. Бәлки, шулай был уҡыу сис­темаһы бөтә Башҡортостан буйынса ла киң таралып китер әле.
Читайте нас: