-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәжрибә
24 Ноябрь 2023, 12:00

Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый

Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында физика-техник синыфтары бар. Улар I синыфтан уҡ ошо йүнәлештә уҡый.

Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый
Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый

Белем усағы «Физтех синыфтары XXI» программаһы буйынса Мәскәү өлкәһе Долгопрудный ҡалаһындағы П.Л.Капицы исемендәге физтех лицейы менән килешеү төҙөгән. Уның уҡытыусылары яҙған программа буйынса белем алыусы синыфтар илдең төрлө төбәктәрендә бар.  158-се башҡорт гимназияһында былтыр бер синыф асылғайны, улар хәҙер икенселә уҡый инде. Быйыл тағы берәү өҫтәлде.

 Беренселәр һәм физика. Был тәү ҡарашҡа ҡолаҡҡа ятмаған кеүек, нисек инде I синыфтан шундай етди фән, тип уйлайһың.  Әммә ошо йүнәлештә белем алыу кескәйҙәргә бик оҡшай икән. Улай ғына түгел, уҡытыусы Әлмира Ҡасим ҡыҙы Сәйфуллина ла дәртләнеп яңыса уҡытыуға тотонған.

 Физика-техник синыфына эләгеү еңелдән түгел. Тәүҙә әҙерлек төркөмөнә йөрөгән балаларҙың атай-әсәйҙәре  ғариза яҙған. Унан һуң мартта кескәйҙәр Мәскәүҙән ебәрелгән тест һынауын үткән. Математика, урыҫ теленән яҙма эш үтәгәндәр. Уларҙы Мәскәүҙә программа авторҙары тикшереп, иң күп балл йыйған 31 баланы ошо синыфҡа ҡабул иткәндәр.

Уҡытыусылар үҙҙәре лә дистанцион рәүештә әҙерлек курсы үткән.

Программа айырылып тора. Математиканы Петерсон буйынса уҡыйҙар. Беренселәр ғәрәп цифрҙары менән генә түгел, рим цифрҙары менән дә эшләй белә инде хәҙер. Дәрестәрҙән тыш өс түңәрәктә шөғөлләнәләр: инглиз теле, ҡыҙыҡлы математика (олимпиада мәсьәләләре), проект эше.

“Физтех синыфтары XXI” программаһы буйынса белем алыусы башланғыс синыф уҡыусылары мотлаҡ “Мин – эҙләнеүсе» конференцияһында ҡатнаша.  Проект эшен башҡарыу шулай уҡ программа авторҙары күҙәтеүе аҫтында бара. Әлмира Ҡасим ҡыҙының уҡыусылары тема һайлаған да инде. Башҡортостанға, милли ризыҡтарыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡағылышлылары ла етерлек. Уларҙың маҡсаты, планы билдәләнгәс, комиссияға ебәреп тикшертеп алалар. Хуплау булғас, теоретик һәм практик өлөшкә тотонасаҡтар. Әлбиттә, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған теманы балалар атай-әсәйҙәре менән бергәләп һайлай һәм тикшеренеү эшен бергәләп алып баралар. Яйлап өйрәнеп китәсәктәр, киләсәктә уларҙан оҫтаһы булмаҫ әле.

–  Был курс буйынса уҡыу бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәк, тип һанайым. Мәҫәлән, проект эше өҫтөндә эшләү балаларға үҙаллы булырға, үҙҙәрендә ышаныс тойғоһо тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Үҙҙәрен үҫтереү һәләтен формалаштыра. Теге йәки был күренешкә фекерҙәрен белдерергә, төрлө һорауҙарға яуап эҙләп табырға, хаталарын төҙәтергә өйрәтә, ғилем алыуға ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә, – ти Рианна Нәбиеваның әсәһе Регина Фидаил ҡыҙы.

– Балалар үҙҙәренең идеяларын, уйҙарын белдерергә, шулай уҡ башҡаларҙы тыңларға, фекерҙәрен хөрмәт итергә өйрәнә. Үҙҙәренең мөһим эш башҡарыуын аңлау артабан алға барырға йүнәлеш бирә, үҙ көстәренә ышаныс тыуҙыра, – тип ҡушыла Арина Ғүмәрованың әсәһе Гөлшат Ринат ҡыҙы.

       Инга Куликованың әсәһе Регина Нур ҡыҙы балаларҙың кисерештәре тураһында әйтеп үтте: “Минең темам башҡаларға ҡыҙыҡлы булырмы, тип борсолоусылар ҙа бар. Етмәһә таныш булмаған аудитория алдында сығыш яһарға кәрәк буласаҡ.  Минеңсә, проект эшен яҡлау идеяһы бик һәйбәт: сығыш яһарға өйрәнеү бөтә йәштәге балаларға ла мөһим».

       Яңы йылға тиклем балалар эштәрен яҙып бөтөп, комиссия ҡарамағына ебәрәсәк. Каникулдан һуң эштәрен яҡлап, Мәскәүҙәге баһалама ағзалары алдында сығыш яһаясаҡтар. Был дистанцион форматта буласаҡ. Һөҙөмтәгә ҡарап, диплом йәки сертификат аласаҡтар.

I синыфта билдә ҡуйылмай, шулай ҙа әүҙемлектәре менән айырылып торған уҡыусыларҙы билдәләп үтергә мөмкин: Риналь Әмирханов, Рамзан Арсланов, Михаил Грибов, Илшат Кашапов, Инга Куликова, Рианна Нәбиева, Хәсән Талипов, Ислам Фәйезов, Мәрйәм Хәмзина, Исмәғил Юламанов һәм башҡалар. Һәр береһенең уҡыуҙан тыш яратҡан шөғөлдәре бар. Инга бассейнға, бейеүгә йөрөй, музыка мәктәбендә фортепьяно, йыр менән шөғөлләнә. Хәсән, Рамзан, Даяна Кәбирова – бейеүселәр. Рамзан шахматҡа ла йөрөй, ә өйҙә конструкторҙар йыйырға ярата. Игеҙәктәр Арсен һәм Арыҫлан Хужаевтар шашка менән тхеквандоны һайлаған.

 Исмәғил Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәгендә спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнә, ярышта ҡатнашып, призлы урын да яулаған. Ул шулай уҡ һүрәт төшөрөргә әүәҫ.

Спортты үҙ иткән уҡыусылар күп. Тамьян Ҡолтаев шахмат, футбол буйынса ярыштарҙа призлы урындар ала. Арина Ғүмәрова – еңел атлетика, Наил Иҙиәтов футбол, йөҙөү, шашка менән мауыға. Айҙар Хафизов дзюдо һәм самбо секцияларына яҙылған. Уның башҡортса йырҙарын, шиғырҙарын “Бәйләнештә» селтәрендәге “Өләсәйҙәр мәктәбе» төркөмөндә күрергә мөмкин.

София Әхмәтова һүрәтте матур төшөрә, бейеүсе, актерлыҡ һәләте лә бар уның. Рианна иһә эстрада бейеүҙәре, йөҙөү менән шөғөлләнә. Тамьян сәйәхәт итергә ярата. Ғаиләләре менән Ирәмәлгә, Торатауға, Нарыҫтауға менгәндәр. Бәләкәймен, тип тормай, умарталыҡтарында ярҙамлашырға ла өлгөрә. Миша шахмат мәктәбендә шөғөлләнә.  Бына бит кескәйҙәр ниндәй әүҙем, бәләкәйҙән үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарайҙар, тырышалар. Киләсәктә теүәл фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнәсәк улар. Долгопрудный ҡалаһындағы П.Л.Капицы исемендәге физтех лицейы менән гел бәйләнештә буласаҡтар. Төбәктәрҙәге йүнәлешле синыфтар өсөн экскурсиялар ҙа ойошторолоп тора. Былтыр асылған физтех синыфы уҡыусылары атай-әсәйҙәре менән лицейға барып, Физика-техник институтында ла булып, танышып ҡайтты. Башланғыс синыфтарҙы тамамлағас, һынау үтеп, унда белем алыу мөмкинлеге лә бар. Беренселәргә уҡыуҙарында уңыштар, матур киләсәк теләйбеҙ. Уларҙың ҙурайғас бына тигән һөнәр эйәләре булырына ышанабыҙ.

 

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

     

Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый
Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый
Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый
Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый
Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый
Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый
Беренселәр мәскәүҙәрсә уҡый
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: