-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
18 Май 2021, 15:44

Нимә ул илереү?

Илереү – йоҡлаған килеш тороп һаташып йөрөү. Ул медицина фәнендә сом­намбулизм тип атала. Был хәлдә ҡайһы саҡ һүҙҙәр әйтеү, хатта кешеләр менән һөйләшеү осраҡтары ла була.

Борондан был ғәжәп күренеште аңларға тырышҡандар. Ай тәьҫиренән, тип уйлаусылар ҙа булған. Шуға күрә урыҫ телендә «лунатизм» тип атала. Төш күреп йоҡлау менән илереү ара­һында уртаҡлыҡ табырға мөмкин. Бик ныҡ арып, йонсоп, тулҡынланып йоҡлағанда мейе тынысланып бөтә алмай. Шуға ла төш күрәбеҙ, һаташабыҙ, ә хәрәкәт өсөн яуаплы өлөшө хатта тороп йөрөүгә этәрә.

Даими йоҡоһо туймаған йә бер нисә көн йоҡламаған кешелә илереү күҙәтелергә мөмкин. Беренсе тапҡыр ул яңы урынға эләкһә, таныш булмағандар ме­нән аралашырға тура килһә, ҡайһы саҡ тәь­ҫораттарҙың күплегенән тәрән йоҡоға китә алмай һәм, һөҙөмтәлә, сомнамбулизм күренеше барлыҡҡа килә. Йоҡлағанда тороп йөрөүҙең сәбәбе ҡайһы берҙә дарыу эсеүҙән дә бул­ғылай.

Һулыш алыуы сикләнгәндә йәки ниндәйҙер сир булғанда ла илереү күҙәтелеүе бар. Йоҡоно араҡы, наркотик, тәмәке һәм башҡа ағыулы мәтдәләр ҙә боҙа.

Илереү балаларҙа йышыраҡ күҙәтелә. Ҙурайғас, йоҡлаған хәлдә йөрөүҙәр, һөйләшеүҙәр күптәрҙә бөтә. Шулай ҙа илереүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Һис шикһеҙ табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Һаташып йөрөү мейе зарарланыуҙан да була. Бының сәбәптәре лә күп төрлө: йәрәхәтләнеү, ағыуланыу, йо­ғошло ауырыу­ҙар...

Илереү нәҫелдән-нәҫелгә күсмәһә лә, йоҡлағанда һаташып йөрөү айырым ғаиләләрҙә йышыраҡ осрағанлығы күҙәтелә. Тимәк, был күренеш барлыҡ­ҡа килеүҙә нәҫелдең әһәмиәте бар. Табип, илереү булған осраҡта ныҡла­быраҡ тикшерелергә кәрәк, тип белдер­һә, риза бу­лырға тура килә. Махсус ысулдар менән ҡарамайынса уның сәбә­бен белеүе ҡыйын, дауалауҙы ла теүәл башҡарып булмай.

Илереү менән йонсоған кешегә йоҡо бүлмәһендә зарар килтермәҫлек шарттар булдырыла: туранан-тура урамға йә балконға сығып китмәҫлек итеп юл­ды ҡаплабыраҡ ҡуялар, тәҙрәне ныҡлап ябып тоталар, янырҙай, тишерҙәй, ки­ҫерҙәй әйберҙәрҙе күҙгә күренмәҫлек урынға йәшерәләр.

Йоҡлап ятҡан кеше үҙен белмәйенсә тороп йөрөй башлаһа, уны тыныс һүҙ һәм йомшаҡ хәрәкәт менән ишаралап, уятмайынса әкрен генә яңынан ятырға өндәү кәрәк. Был саҡта һөйләшергә ярамай, уянып бөтмәйенсә ҡурҡып, кәрәкмәгән хәрәкәт яһап, үҙенә зарар килтереүе бар. Бындай кеше уны ятҡырырға теләгәндә уянһа ла, күпселек осраҡта яңынан йоҡлап китә. Ни булғанын үҙенә һөйләп, башын ҡатырмағыҙ. Быны икенсе көнөнә, ул йоҡонан уян­ғас, башҡа кешеләр булмағанда әйтергә була.

Илереү күҙәтелгән осраҡта, йоҡо бүлмәһе ныҡ яҡты ла, дөм ҡараңғы ла булмаһын. Сөнки яҡтылыҡ йоҡларға ҡамасаулай, ә бөтөнләй ҡараңғы булһа, кешенең ни эшләгәне күренмәй.

Илереү күренеше һирәгерәк булһын өсөн тыныс мөхит ойоштороу тәҡдим ителә. Мөмкин тиклем ыҙғышыу, әрләшеүҙән йырағыраҡ тороу яйын табыу һәйбәт. Балалар­ға матур әкиәт һөйләгәндә, сәңгелдәк йырын көйләгәндә, улар тыныс ҡына йоҡлап китә. Йоҡо ал­дынан тыныс­ландыра торған башҡа тәбиғи саралар ҙа күп: үлән төнәтмә­лә­ре, үҫемлек еҫтәре йә иһә ванналары. Табип тәҡдим итһә, улар ҙа файҙа бирәсәк.

Сомнамбулизм медицинала норма тип иҫәпләнмәй, әммә илереү бөтмәҫ­лек сир түгел. Күп кешелә был хәл 15 йәшкә үк бөтә, өлкәндәрҙә ул – бик һирәк күренеш. Инде тиҙ арала бөтөнләй бөтөрөп булмағанда ла, илереү белем алыуға, һөнәр үҙләштереүгә, киләсәктә тәртипле атай-әсәй булыуға сик ҡуймай.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВТАР.

Читайте нас: