+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
4 Июнь 2021, 13:36

Сәскәләргә аллергия

Тирә-яҡ сәскәләргә һәм ҡояш нурҙарына күмелгәндә шундай гүзәллектән ҡасып өйҙән сыҡмай ултырғандар ҙа бар.

Поллиноз тип аталған сир кешене ошо хәлгә төшөрә. Был ваҡытлыса булған күренеш бимазалауҙан туҡтамай: танауҙан шыйыҡса аға, күҙ ҡысыта, йәш аға, күп тап­ҡыр сөскөрөү йөҙәтә.

Сәскәләр атҡан осорҙа һауа һеркә менән тула. Ул туҙан кеүек, осоп йөрөгәндә бөтөнләй күҙгә күренмәй. Был туҙансыҡтар һулыш юлдарына ла, күҙгә лә инә һәм үтә һиҙгер кешеләрҙең тын юлдарын, йәш сығарыу ағзаларын елһетә. Бер ҡарағанда сит организмдың туҙанына ҡаршылыҡ күрһәтеү насар ҙа түгел кеүек, әммә туҡтауһыҙ тымаулап, күҙ ҡысытып тороу менән бер нисек тә ҡәнәғәтләнеп булмай. Өҫтәүенә, был башты ла ауырттыра, тынды ҡыҫа, күҙҙе тырнап тор­ғандан уға микробтар инә. Ваҡытында ярҙам күрһәтелмәһә, дауалау тағы ла мәшәҡәтлерәк булыуы ихтимал.

Сит есемгә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе беҙ, табиптар, бөтөнләй бөтөрөргә теләмәйбеҙ. Елһенеү ваҡытында организм инфекция менән дә, үҙенең боҙоҡ күҙәнәктәре менән дә туҡтау­һыҙ көрәшеп кенә тора. Медицина ярҙамы менән күҙҙән йәш, танауҙан бүлендек ағып тороуҙы туҡтатып була. Был сирҙән дарыуҙарҙы фәҡәт табип билдәләргә тейеш. Балаларға индепедиатр йә терапевт ҡарап дауа биреүе етә. Инде сирҙе аңлауы ауырыраҡ булһа, ҡолаҡ-тамаҡ-танау табибына, күҙ табибына йәиһә аллергологҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Аллерголог тикшереп, ниндәй үҫемлеккә үтә һиҙгерлек булғанлығын белә алһа, был сирҙе алдан иҫкәртеүҙә махсус ысулдар ҡуллана. Үҫемлек билдәле булһа, уның сәскәләренән мөмкин булған ҡәҙәр йыраҡ тороу кәңәш ителә.

Тәҙрәне ябып тотҡанда яңы һеркәләр фатир эсенә инә алмай. Киреһенсә лә булғылай. Ямғыр яуып үткәс, тышта һулыш алыу еңеләйә, ә фатир эсендә ҡалған һеркәле һауа сирҙе көсәйтә генә. Был осраҡта өй эсен елләтеп алыу фай­ҙалы.

Ҡояш тәьҫире сөскөрткәнде беләһегеҙ. Поллиноз булғанда ҡояштан сөскөрөү көсәйә төшә, шуға ҡара күҙлек тәҡдим итеүселәр бар.

Фатир эсендәге әйбер­ҙәр­ҙе дымлы сепрәк менән йышыраҡ һөртөп тороу һәйбәт. Унан ғына поллиноз бөтмәй, әммә туҙан аҙайғандан елһенеү күренештәре кәмеберәк тора.

Поллиноз уҡыуға, эшкә ҡамасаулай башлаһа, табип биргән кәңәштәр һәм дарыуҙар бик файҙалы булыр. Кире йоғонтоһо ла булғанға, уларҙы бик һирәк һәм әҙ дозала ҡулланырға кәңәш итәбеҙ. Өйҙә генә торғанда, хәл арыу булһа, ҡайһы берҙәрен эсмәһәң дә була. Быларҙы табип аңлатасаҡ.

Килешмәгән сәскәләр атып бөткәс, поллиноз күренештәре лә юғала. Ҡай­һы саҡ ел төньяҡтан иҫә башлаһа, сир тағы көсәйеп ала. Тимәк, төньяҡ райондарҙа әле был сәскәләр атыуы дауам итә. Поллиноз үҙ билдәләре менән күп йоғошло ауырыуҙарға оҡшаған, шуға күрә лә табип менән кәңәшләшеп дауаланығыҙ.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВТАР.


Читайте нас: