-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
18 Июнь 2021, 13:17

"Һаулыҡ – бәхет ул!"

20 июнь медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Өфөләге «Бәхет» ғаилә клиникаһы етәксеһе Зилә Рәйес ҡыҙы Фәхрисламова менән осраштыҡ.

Ул Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында тыуған. Шунда уҡ I синыфҡа уҡырға барған, аҙаҡ инде Саҡмағошҡа күсәләр. Ғаиләлә ике бала: ҡустыһы Илгиз менән үҫәләр. Ауыл ерендә түңәрәктәр әҙерәк эшләй, ә бына район үҙәгендә балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҙурыраҡ. Зилә бик әүҙем уҡыусы була. Күп түңәрәктәргә йөрөй: шахмат, волейбол, баскетбол, бейеү буйынса, хатта фортепьянола уйнарға ла өйрәнә. Иң яратҡан фәндәре физика, химия булған икән. Мәктәпте миҙалға тамамлай.


– Табип булырға бала саҡтан хыялландығыҙмы? – тип һорайбыҙ унан.

– Үҙем, юрист булам, ти торғайным, әммә атай-әсәйемдең кәңәшен тотоп, медицина инс­титутына уҡырға индем. Шулай ҙа бер ҙә үкенмәйем, эшем оҡшай. Кешеләргә ярҙам иткем килә.

– Табип булыр өсөн кешелә ниндәй сифаттар булыуы кәрәк?

– Иң беренсе сиратта, кешелекле, изге күңелле, түҙемле булырға, кеше күңелен аңлай белергә тейешһең. Пациенттар төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә, төрлө кәйефтә була, хәлдәренә инеп, уларҙы тыңларға, һүҙ тылсымы менән дә ярҙам итеп ебәрергә кәрәк.

Зилә Рәйес ҡыҙы – акушер-гинеколог та, УЗИ табибы ла, шулай уҡ балалар гинекологы.

– Беҙҙең «Бәхет» ғаилә клиникаһына күрем циклы боҙолоу сәбәпле мөрәжәғәт итеүсе балиғ булмаған ҡыҙҙар бар, бының сәбәбе булып күпселек осраҡта стресс тора, – тип аңлатты табип. Әйткәндәй, клиникала төрлө белгестәр, шул иҫәптән невролог, кардиолог та ҡабул итә. «Бәхет» клиникаһы табиптары йыш ҡына республика райондарына ла медицина тикшереүе үткәрергә сыға.

Зилә Рәйес ҡыҙынан киләсәккә һөнәр һайлағанда яңылышмаҫ өсөн уҡыусыларға кәңәш биреүен дә һораныҡ. Ә ул тәҡдимдәрен атай-әсәйҙәргә төбәп әйтте.

– Үҙ ваҡытында, урта синыфтарға күскәс, баланың нимәгә һәләтле икәненә иғтибар итергә кәрәк. Атай-әсәйҙәр бөтәһен дә алдан күреп, ошо һәләтте үҫтерергә ярҙам итергә, йүнәлеш биреп ебәрергә тейештер. Мин үҙем дә улымдың яратҡан шөғөлөн белгәс, түңәрәктә ныҡлы шөғөлләнергә кәңәш иттем. Шуға быйыл XI синыфты тамамлаған улым ниндәй һөнәр һайлар­ға, ҡайҙа уҡыр­ға барырға, тип аптырамай. «Әсәй, һин миңә дөрөҫ йүнәлеш биргән­һең, ҡайҙан белдең ул минең киләсәктә архитектор булырға хыялланғанымды?» – ти. Балаларға иһә үҙ һәләттәрен, тәғәйенләнештәрен аңлап, күберәк китап уҡып, белемдәрен арттырыу­ҙарын, күңелдәренә ятҡан һөнәрҙе һайлауҙарын теләйем, – ти ул.

«Бәхет» ғаилә клиникаһы хеҙмәткәрҙәре Генрих Гейненың «Мин белгән берҙән-бер матурлыҡ – ул һаулыҡ» тигән һүҙҙәрен девиз итеп алған. Уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.
Читайте нас: